Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2019, 14:13

Моңландырҙы беҙҙе «Аҡ тирмә»

Һәләтле балаларҙы бергә туплауҙы төп маҡсат итеп ҡуйған фестиваль Стәрлетамаҡта быйыл 5-се тапҡыр үткәрелде, унда 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Хәйер, бында һандарҙан бигерәк ҡатнашыусыларҙың сығыштары һоҡландыра.

«Аҡ тирмә»нең барлыҡҡа килеү тарихы бынан бер нисә йыл элек Баймаҡ районында «Урал батыр» республика конкурсында ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ уҡыусыларының ошондай сара үткәреү хыялы менән янып ҡайтыуына барып тоташа. Изге ниәтте ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, 3-сө башҡорт лицей-интернаты коллективы шунда уҡ күтәреп ала. Ошо мәртәбәле сараның быйылғы гала-концертын да ҡарау бәхете тейҙе беҙгә.
Сара бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған мәғариф ал-дынғыһы Әсмә Яхинаға бағышланған видеотаҫманы ҡарауҙан һәм тыңлауҙан башланды. Балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙең «Торатау» ансамбле башҡарған «Башҡорт ритайымы» бейеүе «Аҡ тирмә»нең быуындан-бы-уынға күсәсәгенә ышанысты арттырҙы. Кемдер йырланы, кемдер шиғыр һөйләне. Берәүҙәр бейеп күрһәтте, икенселәр музыка ҡоралдарынан башҡорт моңдарын яңғыратты, театрлаштырылған тамашалар ҙа бик фә-һемле булды. Ә башҡарылған йырҙар араһында 2-се лицей-интернаттан Камила Фазылованың «Туҡтамай тормош», 2-се мәктәптән Рәфис Ибә-туллин менән Азалия Мортазинаның «Халҡыма» йыры йөрәктән йөрәккә етте, минеңсә. 15-се мәктәптән сыуаш ҡыҙы Анна Егорованың «Бер алманы бишкә бүләйек» йырын тыңлағанда ҡалабыҙҙа йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәренең дә телебеҙҙе хөрмәт итеүенә ғорурлыҡ тойғоһо кисереп ултырҙым. Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡыҙҙары башҡарған «Уралтау», финал йыры «Башҡортостан» – фестивалдең асышы булды, тиергә мөмкин.
Бейеүҙәргә килгәндә, 2-се лицей-интернат уҡыусылары башҡарған «Француз яулығы» бейеүе республика кимәленә сығарып күрһәтерлек иң уңышлы бейеүҙәрҙең береһе булды. Сарала музыка ҡоралдарында сығыш яһаусылар – Динислам Аҡсулпанов (ҡурай), Лилиана Мәҡсүтова (фортепьяно), Нур Ишемтәев (баян), Юлия Кононова (скрипка) өмөтлө балалар булып күңелдә ҡалды. Еңеүселәрҙең күбеһе Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия һәм 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары булыуы ла күпте һөйләй һымаҡ, киләсәк быуынды белемле генә итеп түгел, ә һәләтле һәм рухлы итеп тә тәрбиәләй улар. Жюри рәйесе Гөлдәр Собханғолованың был йәһәттән әйткән һүҙҙәре ҡиммәт: ысынлап та, ойоштороусыларҙың эше баш эйерҙәй. «Аҡ тирмә»нең моң бишегендә байтаҡ балалар тирбәлер, тигән ышаныс ҙур.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: