Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2019, 12:49

Балкон һәм лоджия майҙандары һаналмай

Башҡортостан Республикаһының Кадастр палатаһына фатир майҙанын һанауға бәйле мөрәжәғәттәр артҡан, баҡтиһәң, закон нормалары үҙгәреүгә һәм торлаҡ майҙанын билдәләүгә бәйле аймылыштар килеп сыҡҡан.

РФ Торлаҡ кодексының 15-се статьяһындағы 5-се пунктта билдәләнеүенсә, бөтә бүлмәләр һәм көнкүреш эштәрен башҡарыуға бүленгән майҙандар фатирҙың дөйөм майҙанына инә. Шул уҡ ваҡытта балкон, лоджия, веранда һәм террасаларҙың майҙандары фатирҙың дөйөм майҙаны итеп иҫәпләнмәй.
Һәр кем фатир майҙанын тикшереп ҡарай ала, бының өсөн күп функциялы үҙәккә һәм Росреестрға мөрәжәғәт итергә була. Шулай уҡ онлайн рәүештә лә мәғлүмәтте бушлай алырға мөмкин, тик Росреестрҙың рәсми сайтына инергә кәрәк.
Әгәр ҙә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында майҙан тураһындағы мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәһә, дәғүәгеҙҙе электрон почтаға - [email protected] йәки 450071, Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5 йортона хат менән ебәрегеҙ.
Билдәле булыуынса, артыҡ яҙылған майҙан, торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн түләүгә тәьҫир итә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса
кадастр палатаһының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: