Ашҡаҙар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2019, 12:56

Бер процентлыҡ ипотека

Рәсәйҙә ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың килем алыу юлдарын тикшереп, яңы дәүләт программаһы булдырғандар. Уның буйынса 2025 йылға тиклем ауыл халҡының килеме 68-ҙән 75 процентҡа тиклем артырға тейеш.

Программаның проекты булдырылған һәм уның паспортын интернетта эҙләп табырға мөмкин. Ул өс йүнәлештә алып барыла: ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү, йәшәү өсөн уңайлыҡтар булдырыу, ауылда инфраструктура һәм транспорт бәйләнешен үҫтереү.
Шулай уҡ төбәк проекттары конкурстары ойоштороласаҡ, иң яҡшы тәҡдимдәр финанс ярҙам аласаҡ. Программаны бойомға ашырыу өсөн 1,38 триллион һум аҡса бүленә. Шулай уҡ, программаға ярашлы, льготалы ауыл ипотекаһы эшләй башлаясаҡ, уның бер йыллыҡ ставкаһы бер процент тәшкил итәсәк.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: