Был ниндәй программа? Барыһы ла бик ябай — һеҙ аҡса туплайһығыҙ, ә дәүләт шуның өстән бер өлөшөнә тиң сумманы өҫтәп бирә. Эйе, эйе, яңылыш ишетмәнегеҙ: һеҙ тиҙерәк яңы, матур фатирлы булһын өсөн йыйған аҡсағыҙға дәүләт үҙенән ярайһы уҡ ҙур сумма өҫтәй. Был маҡсатта республика 235,6 миллион һум бүлә. Былтырғы йылдағыға ҡарағанда, ике тапҡыр ярымға күберәк. Әлеге сумма 10-11 мең кешегә етәсәк.
Программала Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән, 18 йәше тулған граждандар ҡатнаша ала. Иң тәүҙә һеҙгә «Һаҡлыҡ банкы» йәки «Уралсиб»тың бүлексәһенә барырға кәрәк. Унда Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе исеменә ғариза тултыртасаҡтар. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙың булыуы шарт.
Банкта һеҙҙең исемгә айырым иҫәп асасаҡтар, шунда ай һайын өс меңдән ун мең һумғаса аҡса һалып барырға кәрәк. Республика һеҙҙең иғәнәнең өстән бер өлөшөнә тиң сумма өҫтәп барасаҡ, әммә ул өс меңдән артыҡ була алмай. Аҡсаны кәм тигәндә өс йыл йыйырға тура киләсәк. Килешеүҙе тағы ла өс йылға оҙайтырға йәки ташламалы ипотека алырға мөмкин. Ябай иҫәпләүҙәргә ярашлы, һәр кем йылына 36 мең һумға тиклем, өс йылда 216 мең һумғаса табыш алыу мөмкинлегенә эйә.
Шуны иғтибарға алыу мөһим: ҡағиҙәләр тотош ғаилә менән теркәлеүҙе сикләмәй. Мәҫәлән, дүртәүләп — ир менән ҡатын һәм уларҙың береһенең атай-әсәйе. Уларҙың һәр береһе ай һайын өс меңдән ун мең һумғаса аҡса туплап барһа, дәүләт тә үҙ бурысын үтәүҙе йөкләмә итеп ала. Йыйылған аҡсаға бер йәки бер нисә фатир һатып алырға мөмкин.
Фатирҙы яңы төҙөлгән йорттан алыу мотлаҡ түгел. Тупланған аҡсаны икенсел торлаҡ баҙарынан фатир, бүлмә һатып алыуға, йорт төҙөлөшөнә, йәки торлаҡ өсөн тәғәйен ер участкаһына тотонорға мөмкин. Хатта быға тиклем алынған ипотеканы түләргә лә ярай. Әйткәндәй, статистика күрһәтеүенсә, әлеге программа буйынса һатып алынған торлаҡтың 56 проценты — икенсел баҙарҙан.
Әгәр тейешле сумманы йыйып бөтөп (мәҫәлән, үҙегеҙҙең запасығыҙ ятып, шуны ҡушһағыҙ йәки бәләкәйерәк фатирҙы һатып, ҙурырағына ынтылһағыҙ), йәғни артабан банк хеҙмәттәрендә ихтыяжығыҙ булмаһа, был хаҡта банкты иҫкәртергә генә кәрәк.
Әгәр тупланған сумма етмәһә, һеҙ программаның ҡатнашыусыһы булараҡ, ташламалы ставка — йылына 6-7 процентлы ипотека юллауға хоҡуҡлыһығыҙ (әлеге ваҡытта процент ставкаһын 5 процентҡаса төшөрөү тураһында һүҙ алып барыла). Процент ставкаһының теүәл күләме шәхсән билдәләнә. Ул кредиттың дөйөм суммаһына һәм оҙайлылығына бәйле.
Банк килешеү ҡағыҙында күрһәтелгән процент ставкаһының кредит түләү барышында үҙгәрмәйәсәгенә тулы гарантия бирә.
- Кредит оҙайлылығы тупланма йыйылған бер ярым ваҡытҡа тиң. Мәҫәлән, һеҙ алты йыл аҡса йыйһағыҙ, ипотека туғыҙ йылға бирелә.
- Кредит ярҙамында торлаҡтың тик ярты өлөшөнөң хаҡын ҡапларға мөмкин.
- Ташламалы кредиттың максималь күләме һеҙҙең күпме аҡса туплауығыҙға бәйле, әммә ул, өс йыл дауамында йыйһағыҙ, 1 миллиондан, дүрт йыл һәм унан күберәк ваҡыт китһә, 1,5 миллион һумдан артыҡ була алмай.
Етмәгән сумманы шул уҡ банктан ғәҙәти ставка буйынса алырға мөмкин. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән банк һеҙгә кредит бирә алмаһа, туғанығыҙҙы йәки дуҫығыҙҙы бурыс алышыусы итергә мөмкин.
- Һеҙ алты йыл дауамында ай һайын 10 мең һум аҡса индереп бараһығыҙ. Дәүләт өсәр мең һум өҫтәй. Һөҙөмтәлә йылына (10+3)х12=156 мең һум, алтынсы йыл аҙағына 936 мең һум тупланасаҡ.
- Әгәр аҡсағыҙ етһә, ошо суммаға фатир, бүлмә һ.б. һатып алаһығыҙ.
- Әгәр яҡшыраҡ, ҙурыраҡ торлаҡ, мәҫәлән, 2,4 миллион һумлыҡ фатирға эйә булырға теләһәгеҙ, банк һеҙгә, пронраммала ҡатнашыусы булараҡ, льготалы ставка (6-7 процент) менән 1,5 миллион һум аҡса бирә (1,5 млн + 0,9 млн – тап һеҙгә кәрәкле сумма).
Әгәр һайлаған фатирығыҙ 3 миллион һумлыҡ булһа, банк үрҙәге шартарҙа 1,5 миллион һум бирәсәк, ә ҡалған 564 мең һумды ғәҙәти ставка буйынса алырға мөмкин.
Әгәр түләүҙәрҙе ваҡытында индерә алмаһаң, нимә була...
Банкта һеҙгә ғәҙәти кредит алғандағы кеүек түләүҙәр ваҡыты күрһәтелгән график бирәсәктәр. Уны теүәл үтәргә кәрәк. Әгәр йыл дауамында дүрт тапҡыр бурыс түләүҙе тотҡарлаһағыҙ, һеҙҙе программанан төшөрөп ҡалдырасаҡтар, дәүләт тарафынан бирелгән сумманы кире аласаҡтар.
Әгәр тупланманы ваҡытынан алда алырға теләһәң...
Был — һеҙҙең шәхси аҡсағыҙ һәм уны теләгән ваҡытта алырға хоҡуҡлыһығыҙ, әммә, килешеү шарттарына ярашлы, дәүләт тарафынан бирелгән өҫтәмә сумманы кире ҡайтарырға тура киләсәк.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе
[email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.