Ваҡытлыса сикләү пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, хайуандар, ҡотҡарыусылар, юл хеҙмәттәре, ауыл хужалығы техникаһын ташыуға ҡағылмай.
Шулай уҡ 1 июндән 31 авгусҡаса асфальт юлдарҙа ауыр йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә: ныҡ эҫелә япма йомшара. Һауа температураһы 32 градустан юғары күтәрелһә, ауыр йөк машиналары киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем йөрөй ала.