Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2019, 12:21

“Әсәм яҙған китап” әҫәренән өҙөк

Һеҙ ҡайҙа.....Мин ҡайттым бит! Ҡышҡы тыуған ауыл... Мәсет янынан үтек киттек. - Хәйерле юл, балаҡайҙарым! – тип теләп ҡалды Йомалар һайын ишек асып беҙҙе көтөп торған ауылыбыҙ мәсете. Уның телен әлегә мин генә аңлайым. Килер бер көн, янымдағы балалар ошо телде аңлай алыу дәрәжәһенә етерҙәр әле, иншалла! Артында ғына ауылдың зыяраты күренә. Яҡын ғына. Дилара балаҡайымдың күңеле кителеп ҡуймаһын тип, төрлө фәһемле хәбәрҙәр һөйләп, был ерҙе йәһәтләп кенә үтеп китәбеҙ.

Күңелдәргә танһыҡ ғәзиз урам...Түбәнъяҡты үтәбеҙ. Осъяҡ менән Түбәнъяҡты уртаға бүлеп ятҡан Әситҡан шишмәһе бөтөнләй күренмәй. Кәртәһен көрт баҫып киткән. Аяҡ аҫтындағы шығыр-шығыр килгән ҡар беҙгә ниҙер һөйләй. Күрәһең, ул да юҡһына белә.
Ана, беҙҙең тыуған йорт!
Ҡәҙерле бала сағыбыҙ, татлы йәшлегебеҙ үткән ҡәҙерле йорт!
Беҙҙәрҙән һуң Сәйфитдин энекәшем менән Шәмсинур киленем матур итеп донъялар көткән йорт! Туғандарға, мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа, йәшелсә-емешкә бай йорт!
...Тик ғәзиз генә нигеҙебеҙҙе көрт күмгән. Беҙҙекен генә түгел,
эргәбеҙҙәге хужаларын мәңгегә юғалтҡан Нөғим ағай менән Сәбилә еңгәнең, Шәмсениса апай менән Ғәрифә инәйҙең, Камил авызый менән Мәүлиҙә еңгәнең, Сәлимгәрәй ҡоҙа менән Нәфисә ҡоҙағыйҙарҙың да дайсаһына, ҡапҡа алдарына керерлек түгел.
Айгөл менән Дилара, боҙ йырып барған боҙватҡыс кеүек, көрт йырып
алдан инде. Мин – улар артынан.
Сәйер тынлыҡ! Әммә уның сәйерлеген бөтөрөргә теләгәндәй, бар
донъяны аҡлыҡ, сафлыҡ баҫҡан. Башҡорт ауылы булһаҡ та, нишәптер урыҫ исеме менән аталып йөрөгән “Зойка” исемле Һыйырыбыҙҙы баҡыртып, ап-аҡ ҡына керпекле сыбар быҙауын имеҙеп торған һарай – буш. Мин белә-белгәне бирле, күпме һыйыр алышынды. Әммә “Зойка” исеме беҙҙең һарайҙа , мәңгелеккә килгән һымаҡ, тоғро һәм оҙаҡ йәшәне. Быуындан-быуынға намыҫлы рәүештә күсеп, беҙгә тоғролоҡ һаҡлап йәшәй бирҙе.
Ҡыт-ҡыт килеп йөрөгән тауыҡтар ҙа юҡ.
Иркәләнергә яратҡан “Һарыбай” исемле этебеҙ ҙә юҡ.
Ашыҡҡанда, гаражға индермәйенсә, ихатаның уртаһына ғына ҡуйып торған, машина ла юҡ.
Һарай башында, энекәшем яратып эшләгән, әллә ҡайҙан күренеп торған кәбән дә юҡ.
Бер нәмә лә юҡ... Тәҙрәләр бикле... Өй бикле. ..
Тик һарай, мунса, утын ояһы асыҡ.
Дилара, балалығын еңә алмай, әллә әтейе иҫенә килеп төштөмө,
ҡапыл:
- Мин утын бысып ҡарайым әле,- тине лә, ҡар йырып, утын ояһына
әкренләп кенә көрт эсенән шыуып китте. Ҡайҙандыр бысҡыһын да килтереп сығарҙы. Бер кеше быса торған ножовка ни ғиллә менәндер шунда ятҡан.Берәү ҙә алып китмәгән. Ҡустымдың тере сағында ҡыҫтырып ҡуя торған кеше күҙенә салынып бармаған йәшерен генә урыны булды микән әллә?Хәҙер кемгә кәрәк кешенең иҫкеһе, кеше ҡалдығы! Улай тиһәң, бер ярты сәмәйгә алып барып, һәғәттә алыштырып эсергә мөмкиндәр. Бар бит шуны ғына эҙләп йөрөгән бәндәләр.
Дилара , нығуҡ йыуан булмаған һайғау килтереп сығарҙы. Быса
башланы. Эй тызыны, эй тызыны!
Ҡапыл, бысҡыһын һелтәп тороп атып бәрҙе лә, көрткә ауҙы. Үҙе
һөйләнә:
- Ә-тей! Ә-ней! Һеҙ ҡайҙа ? Мин ҡайттым бит!..
Әйтерһең дә, донъялағы иң ғәзиз кешеләре, уның яр һалып ҡысҡырып
өндәшеүен ишетерҙәр ҙә, йүгереп кенә ҡайтып инерҙәр.
- Ә-тей! Ә-ней!
Һауаларҙан ҡайтауаз булып ҡайтҡан ҡанаты ҡайырылған яралы ҡош
тауышы ине был.
Был күренештән беҙҙең үҙәк өҙөлдө. Саҡ ҡына торған кешенең ни, минең былт итеп йәштәрем атылып та сыҡты. Айгөлөм дә күҙҙәрен ҡулъяулыҡ менән һөрткөләй башланы.
Балаға:
- Тынысланһын,- тинек.
Теймәй торҙоҡ. Уның йөрәк төптәрендә иңрәп ятҡан ғазаптары күҙ
йәштәре булып атылып тышҡа сыҡһын тинек. Һыңҡылдап, буҫығып, күңеле булғансы илап алды Диларабыҙ.
Түтәл баҡсаһындағы минең менән бер йәштәге алмағас та уға ҡушылды. Ҡойо төбөндәге заманында олатаһы ҡулдары ултыртҡан миләш тә уның менән бергә үкһене.
Һауаға ҡарап, инәһен юғалтҡан бүре балаһы шикелле, иланы ул. Иламаны,
олоно Дилара...
Йөрәгемдәге бер ҡылды өҙөп, ҡылт итеп, бер ваҡиға иҫемә төштө.
Энекәшемде йыназа уҡырға тип ихатаға сығарып һалғас, Диларабыҙ тотондо һыңҡылдап иларға. ..Үҙе әллә нишәп һауаға ҡарай. Шунда Шәмсинур киленебеҙ уны тынысландырырға тырышҡан була:
- Һауаға ҡарап илама, ҡыҙым, ярамай! Ҡайғы
тартаһың бит тағы ла...
Мин ошо мәлдә киленемдең күп белеүенә хайран ҡалғайным. Ә бит
үҙем был турала ләм-мим , бер нәмә лә белмәйем. Ул өләсәһе - Латифа инәйҙең ҡанаты аҫтында ғына үҫкәс ни, ҡалай күпте белә,ә?!
Иларһың да. Үкереп түгел, ерҙәр тырнап иларһың. 11 генә йәшеңдә атай-әсәйһеҙ йәтим тороп ҡал әле. Ярай әле өс тағандар : Ләйсән апаһы, Флүр авызыйы. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә үҙҙәрен ярҙамынан ташламаны; ауыр ҡайғыларын күтәрергә сабырлыҡ бирҙе, көс һәм рух ныҡлығы бирҙе. Әлхәмдүлиллаһ!
Ләйсән апайыһы менән ғорурлана беҙҙең нәҫел. Бер мин генә түгел,
барса ауылдаштарым уның менән һоҡлана. Диларабыҙҙы Рамазан менән Ислам улдары янына , тәрбиәгә алды. Ел-ямғыр теймәй, наҙлы апай һәм еҙнә ҡосағында баласағы дауам итә бөгөнгө көндә Диларабыҙҙың.
Тынысланды бала. Күңелен тағы ла һилләтергә теләне,ахыры. Тәҙрәгә ҡағылған таҡталарҙан өйҙөң эсен ҡарарға кескәй генә ярыҡ эҙләй кереште.
Тапты ул ярыҡты. Бик тиҙ генә тапты. Бөтә кәүҙәһе менән эскә томоролдо. Оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Был юлы ул нишәптер тыныс ине.Күҙәтеп туйғас:
- Инәй, апай! Килегеҙ әле, өйҙөң эсе сәк кенә күренә. Ҡарағыҙ әле! – тип
беҙҙе саҡырҙы. Беҙ ҙә өй эсенә йомолдоҡ.
- Нәмә күренә,балам?
- Әтейем барҙағы диван, Стәрленән апҡайтҡан матур стенкабыҙ шул көйө утыра. Әнейем нисек элеп ҡуйған, олатайымдың кәкүкле сәғәте лә стенала шулай ғына эленеп тора. Тик туҡтаған ул. Һуҡмай.
- Шунан? Тағы нәмә күренә?
Янында тороп, һорауҙар яуҙырам.
- Теге яҡтан, төп яҡтан мейес күренә. Иххх! Әнейем күпертеп, ашап туймаҫлыҡ итеп мейескә әпәк һала торғайны, ивет,инәй?
Ул хәбәрен сурыта ғына.
- Магазиндан бер ваҡыт та һатып алманыҡ.Эй тәмлелеге шул әпәкәйҙең!
Мейескә 6 таба һыя ине, ивет, инәй?
Дилара сабыр ғына өй эсенә байҡау яһай. Күҙҙәре шул тиклем моңһоу
уның. Керпектәренә ана-бына көмөш йәштәр эленергә генә тора. Әммә ул был юлы түҙергә тырыша. Ни тиһәң дә, тиҙҙән үҙенә 15 йәш туласаҡ бит, иншалла! Сөнки Тәҡдир уны 11 генә йәшенән илағы килгәндә лә иламаҫҡа, йығылып киткәндә, ғауғаламай ғына, тиҙ генә тора һалырға үҙе өйрәтте.
- Саҡырған ергә барам, ҡыуған ерҙән ҡасам,- тип шаяртып та ала ул
хәҙер.
Энекәшем менән киленем:
- Беҙҙең ҡыҙыбыҙ ҡалай һылыу булып үҫеп килә!-тиеп нисек
ҡыуанырҙар ине,ә?!
Ҡустым:
- Кәләш,(ауылда Сәйфитдин ҡустым ғына ҡатынына ошолай яғымлы
итеп өндәште) ҡыҙыбыҙ һиңә оҡшаған!-тиер ине, килендең күңелен күреп.
Килен:
- Юҡсы! Тас һин генә ҡыҙыбыҙ! Күҙе, таныуы, ирендәре – вис кенә һуйып
ҡаплаған һинеке бит,- тигән булыр ине.
Юҡтар бит! Икеһе лә юҡ! Ай бирҙе, Ҡояш алды – бер-бер артлы һыуға
батҡандай юҡҡа сыҡтылар.
Дилара өй эсен, күңеле булғансы, ҡарап туйҙы. Ниһайәт, сират миңә етте.
Минең дә татлынан да татлы бала саҡ тигән серле илдең тик бер бите балҡып, нур һибеп күҙ алдымдан елеп үтеп китте.
Ошо бәләкәй генә таҡта ярығынан, өй эсенән беҙгә ап-аҡ итеп ағартылған мейес янындағы өҫтәлдә түбәтәй кейгән, ҡупшы ғына итеп һаҡал үҫтергән, мәңге һабыр холҡло әтейем менән яулығын ҡартайған көнөндә лә артҡа сөйөп бәйләргә яратҡан әнейем сәй эсеп ултырғандай күренде.
Әнейем биленә алъяпҡыс быуып алған. Өҫтөндә аҡ ерлеккә күгәрсен күҙҙәре сәскәләре төшкән билле күлдәк. Беҙ әллә ниңә әсәйебеҙҙең тап ошо күлдәк кейгәнен ниңәлер барыбыҙ ҙа яраттыҡ. Сәбәбен аңлата алһаң икән ул ...
Юҡ, аңлата алмайбыҙ! Яраттыҡ һәм бөттө-китте...
Улар янына беҙ - балалар теҙелешеп ултырғанбыҙ. Шул тиклем
күмәкбеҙ ҙәүе...Әммә, ни ғиллә менәндер, барыбыҙ ҙа ошо бәләкәй генә өҫтәл тирәләй һыйғанбыҙ. Күңел киң булғас ней?!
Өҫтәл уртаһында әнейемдең күмер менән ҡайната торған 7-ле
самауыры шыжлап ултыра. Шыжламай, йырлай ул күңелле итеп. Әнейем, беҙ яратҡан мамыҡ шикелле ҡабартып табикмәктәр бешереп ултыртҡан. Шулай уҡ барыбыҙ ҙа иҫе киткән ҡаты ҡорот та бар, йәше лә бар...Селтербей итәгендә йыйған еләктән ҡайнатма...Әллә муйыл һалып бешергән ҡабартмалар ҙа бар инде. Ана бит, мут ҡына күҙ ҡыҫып яталар беҙгә.
Күмәкбеҙ бит әлеүе...Әммә бәләкәй генә өҫтәл тирәләй һыйғанбыҙ.
Юҡта...Өҫтәл түгел бит. Урындыҡта, ашъяулыҡ йәйелгән урындыҡта йоп-йоморо ғына булып түңәрәкләп ултырғанбыҙ ҙабаһа...Бер-беребеҙгә һыйынып ҡына ултырғанбыҙ. Берәүебеҙ ҙә
кителеп төшмәгән. Гүйә, Ер шары һымаҡбыҙ. Беҙҙең ғаиләнән ер шары хасил булған! Эйе лә баһа!
Йөҙәребеҙ уйсан ниңәлер. Әллә донъяларҙың фани икәнлегенә
төшөнөргә тырышып ятабыҙ. Янда ғына үткер салғыһын тотоп Ғазраилдың баҫып торғанын шәйләмәйбеҙ ҙә хатта ?! Ә бәлки шулай кәрәк тә булғандыр...Балаларҙың күҙенә ул Олуғ фәрештә салынмайҙыр ул бәлки?!
Инә ҡаҙ бәпкәләрен ситәндән үргән ояһына йыйып алған яҙғы күренеште хәтерләтә был урындыҡ.
Бына әтейем әкрен генә төшөп мейес янына килде. 6 тинлек
махоркаһын оҫталарса ғына гәзит ҡағыҙына төрөп, уны ирене менән еүешләп йәбештергәндәй итте лә, мейес алдына ултырҙы ; унан, ике бармаҡ араһына ҡыҫтырып, ләззәтләнеп тарта башланы.
- Ҡарт, өйҙө төтәтәһең бит! Мейесеңдең ауыҙына яҡыныраҡ тартылып
утыр әле,- тип, әнейем дә үҙенә бәйләнмәй нишәптер.
Ошо саҡ ул:
- Ана, сәсен үр туғаныңдың...Мунсалағы албаҫты кеүек ялбырап тик
йөрөй әтеү,- тип, әнейем апайыма минең билемә тиклем төшөп торған сәсемде сикәләп үрергә ҡуша. Мин, шымтайым ҡына, урындыҡтың ситенә генә барып утырам. Сөнки башымда теге мәхлүктәр – беттәр бар микән, юҡ микән инде...Барҙар шул...башымды ҡысыттырып, ҡыжмыр-мыжмыр килеп йүгерешәләр генә бит...
Әнейем күпме әйтә килде.
- Рәүҙәктә һыу ингәндән һуң, сәсегеҙҙе һүтеп, елдә киптереп ҡайтығыҙ,
тип. Тыңлайбыҙмы ни? Юҡ бит! Бына, ул әрһеҙ бөжәктәрҙе үҙебеҙ ҡунаҡҡа саҡырып алдыҡ. Әтейем әйтмешләй:
- Йә инде...
Шуның өсөн апай минең кәрәкте бирәсәк! И-и-и-и-х...
Хәҙер янъял башлана.
- Мин генә түгел, Шәмсиә лә, Сәлимә лә гел шулай киптермәй ҡайттыҡ,-
тиһәм, бәлки, апай әрләмәҫ,ә?!
Шул ваҡыт...Хызыр Илъяс бабай ҡушып индереп ебәргәндер инде
беҙгә: Миғәҙәт авызыйым (өләсәйемдең бер туған авызыйының Исламҡол бабайымдың улы була) беҙгә инеп килә.
Уйййййй ғына , мин шатлығымдан нишәргә белмәйем.
Ә авызыйҙың үҙ ҡайғыһы. Ул үткән-сүткән һайын беҙгә һуғылмай китмәй. Килеп тә инә:
- Апый! Сәй ҡуй! Һыуһатты,- тип, фарман бирә лә, үҙе урындыҡҡа оҙон
бағана шикелле һуҙылып төшөп ята. Унан йырлай керешә.Уның яратҡан йырын бөтә Иҫәкәй белә. Мин дә отоп алдым.
- Ал итә, итә, итә
Гөл итә, итә, итә,
Яндарыңа барыр инем
Ял итә, итә, итә...
- Апый, йә, тиҙерәк яңырт әле шул самауырыңды...әтеү ҡайттым
мин...Айлыу киленең юғалтҡандыр мине,-тип, үҙенең баһаһын күтәреп, инәлткән була. Матур исемле Айһылыу еңгәмде ҡыҫҡартып, үҙенсәләтеп, яҡын итеп Айлыу тип йөрөтә ул. Ә үҙенең ҡушаматы – Таңҡай була.Сөнки берәү ҙә уянмаған саҡта, таң һарыһынан урамда , кем йөрөй тиһәң, ул йөрөй.
- Эйе, көтә тей...Һинең 13 балаңдың 13 тамағына ризыҡ хәстәрләп,
мейескә яғып, икмәк һалыуҙан бушамайҙыр әле килен. Утыр...Хәҙер өлгөртәм,-тийер әнейем.
- Сәйһеҙ аңҡығаныңды мәңге беләм инде мин һинең...
Үҙе һыуына яҙған самауырына йән өрөп тә ебәрер. Йәһәт кенә самауырҙы елтерәтеп мейес буйына, үҙ урынына апарып ултырта һала. Ҡапҡасын асып, ике һырына еткергәнсе өҫтәп яңы һыу ҡоя. Усаҡ аҫтынан баҙлап ятҡан күмерҙәрҙе уның торбаһына төшөрә. Һоҫҡонан оҫталарса рәүештә бит әлеүе. Исмаһам, берәүһе генә лә ситкә табан осһа. Юҡ! Нәҡ самауырҙың торба эсенә тәгәрәйҙәр ул ҡып-ҡыҙыл күмерҙәр.
Күпмелер ваҡыт үтә...
- Апый!
Бәләкәй сағымды һөйлә әле минең!
Әсәйемде һағынып киттем...
Әсәйем беҙ ятлап бөткән тарихты әллә йөҙөнсө, әллә меңенсе тапҡырына һөйләргә мәжбүр.
- Латифинәйемде һағынһаң, беҙгә осоп ҡына килеп инәһең шул ,-тиер ҙә,
хәбәрен башлар.
- 6 йәшкә тиклем имдең бит һин, туғаным, инәйемде аптыратып.
Мәрхүмәмдең (Ысын донъяла ята хәҙер), күлмәк итәге киң булыр ине. Һин тышта уйнап туйғас, йүгереп кенә килеп,инәйемдең итәген асып ебәрәһең һәм шунда сумаһың.
Өйҙә юҡ икән, тәҙрә төбөнә утырып көтәһең. Ике күҙең тышта. Уны күреп ҡалыуың була:
- Ана-а-а-а-а...минең Эмей ҡайтып килә!- тип атҡа менгән һымаҡ
шатланаһың. Һиңә ҡарап, беҙ шатланабыҙ.
Ошо хәбәрҙе ишеткәс, Миғәҙәт авызыйҙың эй күңеле була. Инде
нисәнсе тапҡырҙар ишетһә лә, мәңге туйҙырмай, бүктермәй торған,
Күңеленә майҙай яғылған әсәйле ғүмеренең иң-иң ҡәҙерле бер бите шул ул.
Мәңге онотолмаҫ һәм мәңге яңынан ҡабатланмаҫ бала сағының ғәзиз бер миҙгеле!..
Рәшиҙә Шәмсетдинова.
Читайте нас: