Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 14:21

Халыҡты алдауға юл ҡуйылмаясаҡ

Микрофинанс ойошмалары хәҙер туҡталыш һайын тиерлек. Аҡса алып торор өсөн ике аҙым ғына атлайһы бар, тик еңел генә алған аҡсаны ҡайтарыу ай-һай ауыр шул. Быға миҫалдар әленән-әле ишетелеп тора. Ҡала хакимиәтендә үткән “парламент сәғәте”ндә лә депутаттар ошо мәсьәлә менән бер рәттән бөгөнгө көндә иң проблемалы башҡа тармаҡтарҙы ҡарап үтте. Сарала ҡала округы Советы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты. “Парламент сәғәтен” РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов алып барҙы.

Ул башта Рәсәй закондарындағы һуңғы үҙгәрештәр һәм финанс баҙары буйынса Дәүләт комитетындағы үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Депутат һүҙҙәренә ҡарағанда, фи-нанс баҙары буйынса комитеттың иң мөһим закон проекттарының береһе булып микрофинанс ойошмалары буйынса закон тора. Уның маҡсаты – микрофинанс структураларының намыҫһыҙ аҙымдарынан граждандарҙы ҡурсалау. Алексей Николаевич: “Әлеге ваҡытта илебеҙҙә 2 мең – рөхсәт ителгән һәм 6,5 мең рөхсәт ителмәгән микрофинанс ойошмалары бар. Халыҡ-тың кредитҡа батыу кимәле юғары. 50 миллион рәсәйленең 16 триллион тирәһе кредиты бар, шул иҫәптән рөхсәт ителгән микрофинанс ойошмаларына граждандарҙың 300 миллиард һум тирәһе бурысы бар. Яҡын арала килеменең 50 проценты бурыс түләүгә киткән физик шәхескә кредит биреүҙе сикләй торған закон ҡабул ителәсәк”, – тигән дәлилдәр ҙә килтереп үтте.
“Парламент сәғәте”нә сығарылған көнүҙәк темаларҙың береһе – ҡаты ком-муналь ҡалдыҡтар ҡулланыу системаһы. Был да – иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһе. “Һуңғы ваҡытта йыш ҡына сүп-сар менән шығырым тулы контейнерҙарҙы күрәбеҙ. Квитанцияларҙа ла хата етерлек”, – тип белдерҙе ҡала Советы депутаттары.
Төбәк операторҙары вәкилдәре, яңы система яйға һалына, әле күсеү осоро ғына, тип аңлатма бирҙе. Халыҡ даими түләмәгәс, улар сүп-сарҙы сығарыуҙы тәьмин итә алмай, ә халыҡ сифатлы эш һөҙөмтәләрен күрмәгәс, түләүҙән баш тарта. Яңы система тулы ҡеүәткә эшләп киткәнсе ваҡыт талап ителә.
Шулай уҡ Алексей Изотов төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек тармағындағы үҙгәрештәр тураһында ла һөйләп үтте. 2019 йылдың 1 июленән өлөшләтә төҙөлөш рөхсәт ителмәйәсәк, ә ҡәтғи дәүләт көйләүе сиктәренә ҡуйыласаҡ. Барлыҡ йорттар ҙа банктарҙың проектты финанслау нигеҙендә төҙөләсәк.
Депутаттар «Ҡала мөхите» программа-һын тормошҡа ашырыу, ипотека кредиты ставкаларын үҙгәртеү һәм күп төрлө башҡа мәсьәләләр тураһында ла фекер алышты. “Парламент сәғәте” эшлекле үтте.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: