Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2019, 12:36

Бейеүҙәрем, йырҙарым, Башҡортостан, һинең өсөн!

Яңыраҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында халыҡ фольклор ансамблдәренең иҫ китмәле матур концерты булды. Уны ҡарағандан һуң, гәзит уҡыусыларға тәьҫораттарымды еткермәй булдыра алмайым.

Тамаша «Йөрәктау» халыҡ фольк-лор ансамбленең «Ай Уралым» ҡобайыры менән асылды. Башҡор-тостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы «Ашҡаҙар нағыштары» «Ғаилә таҡмаҡтары» фольклор компо-зицияһын шул тиклем ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Тик үҙешмәкәр ар-тистар араһында гәзитебеҙҙең яҡын дуҫтары Филарет, Риф ағайҙарҙың юҡлығы айырыуса һиҙелде. Был коллективтың дүрт әүҙем ағзаһы вафат булған икән.
Балалар фольклор ансамблдәре лә өлкәндәрҙән һис ҡалышманы. «Аҡ шоңҡар»ҙар «Ҡурай таҡмаҡтары» фольклор композицияһы менән сы-ғыш яһаһа, «арман»дар «Бәхетле баласаҡ» хореографик композиция менән шатландырҙы. Шулай уҡ концерт барышында тамашасыларға «Аҡбуҙат», «Эх, егеттәр», «Илкәйем», «Дуҫлыҡ», «Гармун», «Тула», «100 йыл», «Башҡортостан» тип аталған бай йөкмәткеле композициялар тәҡдим ителде. Уларҙы ҡарағанда ҡалабыҙҙа ошондай фольклор коллективтары барлығына ғорурланып ултырҙым.
Концертта башҡарылған йырҙар күңелдә ифрат матур эҙҙәр ҡалдырҙы. Зиннур ағай Сәлимов башҡарған башҡорт халыҡ йыры «Һандуғас» уйҙарымды үткәндәргә алып китһә, Рәлиә Сәғәҙиева, Рәфис Ибәтуллин, Рәшит Хәбибуллин, Альбина Шири-язданова башҡарған йырҙар киләсәкле бөгөнгөбөҙ булып кәйеф-тәрҙе күтәрҙе. Ә ҡырғыҙ ҡыҙҙары Ну-райым Бактыбекова менән Шеркозу ҡыҙы Баҡтыгөл башҡарыуында «Дуҫ-лыҡ» йыры халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа мәдхиә булып яңғыраны.
Концерттың ҡунаҡтары Руслан Тимерланов менән Динара Йо-соповаларҙың дуэтына айырым туҡталғым килә. Улар үҙҙәренең сағыу энергитикаһы менән шундай арбанылар, тамашасыларға уларҙың донъяһында иркенләп йөҙөргә насип булды. Аделина Зөбәйерова менән Салауат Фәтҡуллин тамашаны бик матур алып барып ҡына ҡалманы, Салауат аһәңле, моңло тауышы менән дә күңелдәрҙе арбаны. Уның Әлфиә Вәхитова менән башҡарған йыры, һис шикһеҙ, йөрәктән-йөрәктәргә барып еткәндер. Фольклор ансамблдәренең ҙур тәьҫораттар ҡалдырған концерты «Тыуған ер» ҡобайыры менән тамамланды. Был тамашаны үҙ күҙ-ҙәре менән күргән кеше сәнғәттәге тартыу көсөнөң ни тиклем арбатҡыс булыуын аңлағандыр.
Ошо дүрт фольклор коллективын барлыҡҡа килтереп, беҙгә, тамаша-сыларға, моң даръяһы тулы тамаша бүләк иткән БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Әлфиә Зөбәйероваға артабан да уңыштар теләргә генә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: