Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2019, 13:08

Классиканы кем генә яратмай

Стәрлетамаҡта VIII халыҡ-ара «Тере классика» рус әҙәби әҫәрҙәрен башҡарыусылар конкурсы үтте. Бына нисә йыл рәттән Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия рус классик әҫәрҙәрен башҡарыусыларҙы республика конкурсына һайлап алыу нигеҙе булып килә. Быйыл да ошо йоланы һаҡлап, гимназияға төрлө мәктәптәрҙән 5-11-се класта уҡып йөрөгән алтмышлаған бала йыйылды.

Шуныһын билдәләп китергә кәрәк: һөйләүселәр араһында ҡыйыуһыҙҙар булманы тиерлек, һәр береһе үҙ әҫәрҙәрен ентекле өйрәнгән ине. Бындай әҙерлек конкурстың әһәмиәтен һәм етдилеген күрһәтеп тора, әлбиттә. Тик жюри ағзаларына юғары әҙерлек менән килгән конкурсанттарҙың араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуы еңел булманы шул – барыһы ла һәләтле, барыһы ла оҫта. Шулай ҙа быйыл уңыш 3-сө лицей, 5-се һәм 3-сө гимназия уҡыусыларына йылмайҙы, улар Өфө ҡалаһында Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында конкурстың республика этабында сығыш яһау хоҡуғын алды.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: