Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2019, 13:11

“Әсәлек таланттар аса”

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә республикала йәшәгән һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уникаль күргәҙмә үткәрә.

Әсәлек – ҡатын-ҡыҙ тормошонда иң бәхетле һәм ижади осорҙарҙың береһе. Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн әсәйҙәр – республикалағы һәүәҫкәр рәссамдар, йәғни сабый тыуғас тормошо үҙгәреп, үҙенең хис-тойғоларын һүрәттә сағылдырған ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла.
Был башланғысты төбәк етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова күтәреп сыҡты. Ул үҙе лә әсәй булғас, һүрәт төшөрөү менән мауыға башлай һәм был өлкәлә үҙенә бик күп дуҫтар таба.
– Күп әсәйҙәрҙең, бигерәк тә сабыйын көткәндә йәки ул тыуғас, һүрәт төшөрөү менән мауыға башлауы мине таң ҡалдырҙы. Ә Башҡортостан Республикаһы таланттарға бигерәк тә бай. Мин күп кенә райондарҙа булып, һөнәри рәссамдар һәм һәүәҫкәрҙәр менән таныштым, шуға ла миндә ундай ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү теләге тыуҙы, – ти Каринэ Хәбирова.
“Әсәлек таланттарҙы аса” күргәҙмәһе махсус белем булмаған ҡатын-ҡыҙҙарға ижади һәләтен асырға мөмкинлек бирә, шулай уҡ яңы таланттарҙы асыҡлаясаҡ! Һүрәтте акварель, гуашь, пастель, балауыҙ аҡбур, төҫлө һәм ябай ҡәләмдәр менән төшөрөргә мөмкин. Картинаның ҙурлығын һәм темаһын һәр кем үҙе һайлай.
Күргәҙмәлә ҡатнашыр өсөн семьярб.рф. сайтына инеп, ҡағиҙәләр менән танышырға кәрәк. Һуңынан анкетаны тултырып, эшегеҙҙең фотоһүрәте менән бергә [email protected] электрон почта аша ебәрегеҙ. Шулай уҡ йәшәгән урындағы “Семья” үҙәгенә флешка менән алып барырға мөмкин. Ғаризалар 25 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас в