Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2019, 13:03

Сүп урынына – яғыулыҡ

Стәрлетамаҡ сәнәғәт майҙанында RDF-яғыулыҡ булдырыу, уны ҡулланыу өлкәһендә стратегик эш алып барыу, оҙайлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды.

RDF йәки икенсе төрлө әйткәндә ”альтернатив яғыулыҡ” ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙән барлыҡҡа килгән хәүефһеҙ һәм таҙа энергия тигәнде аңлата.
Ҡалдыҡтар мәсьәләһе һәр ваҡытта ла көнүҙәк булып ҡала, сит илдәрҙә был мәсьәләне яңы эшкәртеү ысулдары менән хәл итәләр. Республикала был өлкәлә тәүге аҙымды «ХадельбергЦемент Рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Эко-Сити» төбәк операторы яһаны. Әйткәндәй, «ХадельбергЦемент Рус» был өлкә менән күптән ҡыҙыҡһына ине, килешеү һөҙөмтәле булыуын теләп ҡалайыҡ. Компаниялар артабан да йыйылып, үҙ программаларын булдырыу, бергәләп мәсьәләне хәл итеү юлдарын ҡараясаҡ.
Сүплектәргә ташланған ҡалдыҡтарҙың Австрияла – 63, Германия – 62, Тайвань – 60, Сингапур – 59, Көньяҡ Кореяла 49 процентын эшкәртәләр. Бразилияның да үҙ үҙенсәлеге бар, унда алюминийҙы күпләп эшкәртәләр, ғөмүмән алғанда, улар һатылған тауарҙарҙың ҡаптарын эшкәртеү буйынса иң алда – 98,4 процент.
Ә Мысырҙа ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса заббалины исемле социаль төркөмдәр барлыҡҡа килгән, уларҙың эш һөҙөмтәһе лә юғары – 85 процент. Быны үҙенсәлекле ғаилә бизнесы тип ҡарағанда ла була, сөнки хеҙмәт күрһәтеүселәр яҡшы килем ала. Ә ил етәкселеге уларҙың эшмәкәрлеген бер нисек тә көйләмәй, контролдә тотмай, шулай ҙа тыйырға ла уйламай.
Һәр бер илдә ҡалдыҡтар әйләнеше үҙенсәлекле көйләнгән, унда мәҙәни талаптар, географик урыны, закондар, эшҡыуарлыҡ финанс яғынан сығып ҡоролған.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: