Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель 2019, 14:01

Күңел күҙе яҡшы күрә

Беҙҙе уратып алған донъяла бәндәнең кеме генә юҡ. Күҙҙәре күрмәгәндәр, ҡолаҡтары ишетмәгәндәр ҙә етерлек арабыҙҙа. Шулай ҙа улар, тәбиғәт тарафынан бирелгән сәләмәтлектәренең бер аҙ сикле булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер нәмәгә ҡарамай илебеҙҙең тулы хоҡуҡлы граждандары булараҡ, тормоштарын мөмкин тиклем сағыуыраҡ итергә тырышып йәшәй.

Ҡалабыҙ китапханаларында уҙға-рылған күп сараларҙа булырға тура килде. Ә һуҡырҙар өсөн булған моделле китапханаға тәүләп аяҡ баҫыуым. Мин килеп ингәндә китапхана мөдире Лилиә Хәйбуллина бында йыйылған тиҫтәнән артыҡ кешегә китап уҡып тора ине. Шул тиклем иғтибар менән тыңлайҙар. Хатта уларҙы бүлдерге лә килмәй. Мин ошо залда ултырыусы Зиннәт ағайҙың ҡустыһы шағир Рауил Ниғмәтуллин рәйеслегендә Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы эшләй башлағас ижадҡа етди тотоноуым, фәҡәт шағир Вил Ғүмәров әҙәби кәңәшсе булған йылдар-ҙа тәүге китабым сығыуы хаҡында бәйән итеп, бер нисә шиғырымды уҡып ишеттергәйнем, осрашыу йәнләнде лә китте. Бер-бер артлы хәтирәләргә бирелеп, һорауҙар яуҙыра башланылар. Ҡасандыр һуҡырҙар өсөн булдырылған клубты оҙаҡ йылдар етәкләгән Яков Штах шағир, драматург, урындағы башҡорт радиотапшырыуҙары мөхәррире Кәбир Аҡбашев менән булған осрашыуҙарҙы һағынып иҫкә алһа, Светлана Сәйфетдинова урындағы радионың рус телендә алып барылған тапшырыуҙар мөхәррире Әнисә Абдуллинаны юҡһынды, әле уның ҡайҙа эшләүе менән ҡыҙыҡһынды.
Осрашыуға тормош иптәше һәм ейәнсәре менән килгән Зиннәт ағай Ғилемдар Рамазанов яҙған шиғырҙы һөйләп, халыҡ йырҙары башҡарып барыһын да таң ҡалдырҙы. Китапханасы Ләйсән Ғатина башҡаларға ла бер-бер артлы һүҙ бирҙе. Ольга Юркова Мостай Кәримдең шиғырын уҡып ишеттерһә, Наташа Фролкова дөм һуҡыр, ишетмәгән, күрмәгән килеш шағир, ғалим булып киткән Михаил Суворовтың күҙҙәргә йәш тығылырлыҡ «Шрифт Брайля» тигән шиғырын уҡып йөрәкте ҡуҙғатты. Бында ултырғандарҙың һәммәһенә бағышланғандай йөрәк һүҙе булып яңғыраны ул. Нәфисә Ҡылсынбаева «Беренсе мөхәббәт», «Ҡышҡы романс» йырҙарын башҡарғанда уға башҡалар ҙа ҡушылып ултырҙы. Иң ҡыҙығы: ике урыҫ ҡатыны йәш саҡтарында башҡорт ҡыҙҙары менән дуҫ булыуҙары һәм ошо йырҙы рус теленә тәржемә итеп йырлап йөрөүҙәрен иҫкә алдылар. Осрашыуҙы музыкаль йәһәттән Рауил Сиражетдинов биҙәне. Ул да үҙенең йәш саҡта Ейәнсура районының мәҙә-ниәт бүлегендә эшләгән йылдарын һағынып иҫкә алды. Ә бит осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек күреү буйынса 1-се төркөм инвалид-тары ине. Уларҙың шул тиклем мәҙә-ниәтле, әҙәпле булыуҙарына һоҡланып ултырҙым. Күңелем үҫеп ҡайтты. Ҡояш сыҡҡанын, ай ҡалҡҡанын, ғөмүмән, донъяны беҙҙең һымаҡ уҡ бар матур-лығында күрә алмаһалар ҙа күңелдәре – ҡояшлы, булмыштары – тулы уларҙың.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: