Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2019, 12:30

Китаптың һәм сәхнәнең тылсым көсө

Бөтә Рәсәй буйынса барған «Төнгө китапхана-2019» акцияһынан стәрлетамаҡтар ҙа ситтә ҡалманы. “Театр йылы” сиктәрендә “Бөтә донъя – театр” тигән темаға ҡала китапханаларында мәҙәни саралар уҙҙы.

Был кисте китапханаларҙа театраль оҫтаханалар, күргәҙмәләр, әҙәби конкурстар, концерт майҙандары, ижади коллективтарҙың сығыштарын, ҡалабыҙҙа йәшәүсе ижад кешеләре менән осрашыуҙар, викториналар, фотокүргәҙмәләр һәм башҡа мауыҡтырғыс программаларҙы ҡарарға мөмкин булды. Акцияға шулай уҡ ҡаланың “Сарҙаҡта” һәүәҫкәр театры, “Глаз” йәштәр эксперименталь театр студияһы, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының “Парафраз” студент театры, “Лидер” театр студияһы, балалар музыка мәктәбе һәм төрлө шиғриәт клубтары дәррәү ҡушылды.
«Төнгө китапхана»ға яратҡан аристары-быҙ – Рус драма театры актерҙары Галина Шулепова һәм Артур Ишмөхәмәтов та саҡырылғайны. “Театр тарихы карауанында” тип аталған был сарала Артурға халыҡ бик күп һорауҙар яуҙырҙы. Хатта оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Ә үҙәк китапханала фоторәссам Олег Пашковтың «Тормош – ул театр. Һәм кешеләр уның – актерҙары» тип аталған фотокүргәҙмәһе асылды.
Кем сәхнә ярата, кемгә һүрәт оҡшай, бәғзеләр “иҫе китеп” китап уҡый. Билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу нәҡ китап һөйөүселәргә тәғәйенләнгәйне. Яңы сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе, актерлыҡ һәм сәхнә теле, аквагрим һәм парикмахер оҫталыҡтары буйынса ла ижади оҫтаханалар эшләне. Өлкәнерәк йәштәге балалар өсөн Башҡортостандың юбилейына арналған «100 халыҡ – бер ғаилә» тигән исем аҫтында уҙғарылған уйын бик ҡыҙыҡлы үтте. Балалар китап фондының иң серле мөйөштәрендә эҙләнде. Еңеүселәр китаптар менән бүләкләнде.
Мостай Кәримдең 100 йыллығы ла иғтибар үҙәгендә ине: әҙиптең проза әҫәрҙәренән, пьесаларынан сәхнәләштерелгән өҙөктәр күрһәтелде, шиғырҙары яңғыраны.
Актерлыҡ оҫталығы һәм сәхнә теле буйын-са ойошторолған “Үҙеңде актер итеп той” тип аталған оҫталыҡ дәресе лә күңелдәргә хуш килде. Уны ҡатнашыусылар ҡат-ҡат һорап алды. Ә үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 1-се филиалында кескәйҙәр өсөн ҡурсаҡ театры спектакль күрһәтте.
Театрлаштырылған тамашаларҙа артистар ғына түгел, сараға килгән һәр кемгә, хатта бәләкәстәргә лә үҙенең ижади һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге булды. “Төнгө китапханала селфи» конкурсында ҡатнашыу, фотозонала үҙенсәлекле фотография эшләү һәм уны “Инстаграм” йәки “Бәйләнештә” селтәрҙәренә ҡуйып, приз отоу һ.б. ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо.
Был кисте акцияла ҡатнашҡан һәр кем китаптың һәм сәхнәнең тылсым көсөнә инанды, буғай.
Роза САФИНА.
Читайте нас: