Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2019, 13:27

Бәхетле көн

Был көн етһә, мотлаҡ шау-шыу ҡуба. Балалар иртән иртүк тороп, кемуҙарҙан үҙҙәрен ҡарай башлай, карауаттарын айырыуса бөхтәлек менән йыйыштыра. Тәрбиәселәр ҡат-ҡат нимә һөйләргә кәрәклеген тылҡый, йыйыштырыусы апайҙар ауыр кәүҙәләрен еңел итеп теге остан был осҡа йүгерешә, яңылыш артыҡ сүп ҡалмаһын тигәндәй, әле был ерҙе һыпырып ҡарай, әле икенсе ерҙе тикшерә.

Барыһы ла әҙер шикелле. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә тулҡынландырғыс мәлде көтә. Малайҙар араһынан шуҡтар түҙмәй шаяра башлай, кескәйҙәрҙе үсекләй, баҫтырыша-баҫтырыша уйнай. Тын ҡалған коридорға йән ингәндәй. Тик оҙаҡҡа бармай, тәрбиәсенең бер ҡысҡырыуы була, тағы тынлыҡ урынлаша. Эйе, көтөүҙән дә ауыр нәмә бармы ни?! Ошо мәлдә һәр бала хыяллана, һәр бала үҙ уйына сума. Бына килеп инерҙәр ҙә, туп-тура уға, нәҡ уға килеп, “Мин һине алып ҡайтасаҡмын”, – тип өндәшерҙәр... Балалар ғына түгел, ололар ҙа хыяллана был йортта. Мөһим түгел, кем булһа ла атайлы йәки әсәйле булһын бөгөн!
Ниһайәт! Ишектән матур ғына апай менән матур ғына ағай инде. Бәлки, Әлиәгә генә шулай тойолалыр. Һәр хәлдә ете йәшлек ҡыҙ уларҙың ҡыҙы булыр ине! Матур апайға “Әсәй!” тип өндәшеп, сәсен иркәләтер ине, ә ағайға “Атаҡайым” тип, алдынан да төшмәҫ! Тик кемде һайлар һуң улар?! Ана бит, маҡтансыҡ Карина директор апайҙың бармаҡ янауына ла ҡарамай, тегеләр алдына барып баҫҡан да тәтелдәй бирә. “Мин һүрәт төшөрөргә яратам, уҡыу йылын тик “дүртлеләргә” генә тамамларға торам, әсәйем булһа ине...” Моғайын, уны алырҙар, ә Әлиә тағы тороп ҡалыр. Йәне һөймәй Әлиәнең шундайҙарҙы, үҙҙәре урындарын да йыйыштыра белмәһә лә, матур итеп һөйләй, буласаҡ атай-әсәйҙәрҙе албырғата. Юҡ! Туҡта, былар ары китте. Сират әллә ағаһынан айырып ҡуймаһындар тип ҡурҡҡан, әллә оялған Таһирға етте. Эй, эшкинмәгән, матур итеп яуап та бирә алмай. Заһит, Альберт, Настя... Барыһы менән дә һөйләштеләр ир менән ҡатын һәм сират Әлиәгә етте.
– Исемең кем, ҡыҙым?
...Ни бары өс һүҙ сабыйҙы алыштырҙымы ни? Шул мәлдә баланың үҙ әсәһе иҫенә төштө. Әсәһе лә бит шаяртып, “Исемең кем, ҡыҙым?” тип һораһа, “Мин – Әлиә-ә-ә!” тип оҙаҡ итеп ҡысҡырыр ине, шунан әсәһе уны күтәреп ала ла һөйә башлай. Ә бер көн килеп ошо матур тормош юҡҡа сыҡты – әсәһе менән атаһы аварияла һәләк булды. Борис ағаһы: “Беҙҙә йәшәрһең, беҙҙең ҡыҙыбыҙ булырһың”, – тигәйне лә, килеп алманы, көттө-көттө лә ҡыҙ, яҙмышына күнде.
Бер секунд эсендә башынан бар тормошон үткәргән ҡыҙ ҡаушап китте. Тотлоға-тотлоға исемен әйтте, һорауҙарға яуап ҡайтарҙы. Әллә нәмәләр һоранылар, әллә нәмәләр әйтте – береһен дә иҫләмәй. Тимәк, тағы “әсәйһеҙ ҡалды”.
Ҡунаҡтарҙың директор апай менән һөйләшкәнен оҙаҡ көттө балалар. Түҙемһеҙләнде һәм бына ишек асылып китте – унан буласаҡ атай-әсәй күренде. Туп-тура нәҡ уға килделәр: “Ҡыҙым, беҙгә йәшәргә бараһыңмы?”
Барыһы ла аңлашылды. Барыһы ла асыҡланды. Уны һайланылар! Хәҙер көтөр-гә, әйберҙәрҙе йыйырға, башҡаларҙың көнләшеүҙән мыҫҡыллауҙарына, туҡмау-ҙарына нисек тә бер көн түҙергә һәм атай-әсәй менән етәкләшеп ҡайтып китергә. Тик улар алдамаһын ғына, килһендәр. Шуға бөгөн түгел, иртәгә – ул бәхетле көн! Шуға иртәгәһен зарығып көтә Әлиә. Хәйер, башҡа балалар ҙа, берәй кем ул-ҡыҙ эҙләп килмәҫме тип...
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: