Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Апрель 2019, 13:21

Тән бысрағын йыуып төшөрөп була ла ул...

Стәрлетамаҡта енәйәтселәр изге урынды талаған. Полиция ғәйепләнеүселәрҙе тотҡан да инде.

Төҙөүселәр урамында Ионна Предтечи ҡорамына (храмына) һөжүм итеү тураһындағы видео яҙмалар интернет селтәрендә тиҙ таралып өлгөрҙө. 20 апрель төнөндә бина эсенә инеп, хәйергә һалынған аҡсаларҙы алып сыҡҡан өс ир ҡулға алынған.
Бурҙарҙың иң йәше – Стәрле-тамаҡтан, ҡалған икәүһе Ишембай һәм Дүртөйлө районы кешеләре булып сыҡты. Әйткәндәй, ҡулға алынғандар быға тиклем дә закон менән дуҫ булмаған, бындай кешеләргә дин ҡанундары, йәмғиәт закондары ла юҡ шикелле. Етмәһә, һөжүм итеүселәрҙең береһе ҡорам төҙөлөшөндә лә булы-шып йөрөгән булған, әммә күҙенә салынған байлыҡ йоҡларға тынғы бирмәгән, күрәһең. Һөжүм итеүселәр алтын биҙәүестәрҙе, тәреләрҙе урлар-ға уйлаған, һаҡсы барыһын да һиҙеп ҡалмаһа, тулы тоҡтар менән ҡасырҙар ҙа ине. Тик ҡаршылыҡ күрһәткән һаҡсыны монтировка ярҙамында “һүндергәс”, ҡараҡтар хәйер йәшнигендәге аҡсалар менән тиҙ генә сығып тая. ”Табыш”ты ла тиҙ елгә осора улар, ҡала мунсаларының береһендә байрам иткәндәр. Тәндәге бысраҡты йыуып таҙартырға була ла ул, ә бына был ваҡиғаға бәйле енәйәт эшенә баһа биреүселәр бар бит әле.
Э. ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: