Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2019, 13:32

Ҡарға бутҡаһы

(Әҫәрҙән өҙөк)Борғоланып, ах та ух килеп ята торғас, Вадим урынынан саҡ осоп төшмәне. Ярай әле уянып китте, юҡһа ҡолауы бер ни тормаҫ ине – карауаттың бер бото аҫтынан тигеҙлек өсөн ҡыҫтырып ҡуйған китап сыҡҡан икән, шуға сайҡалды ла китте урындыҡ. Башы сатнап ауырта, уҡшыта, ҡалтырата егетте, саҡ ҡына булһа ла тағы ятып торор ине лә бит, тик уңайһыҙ: карауат ҡыйшайған, бындай хәлдә оҙон кәүҙәһен бөкләп-бөкләнеп ятыу ауыр. Вадим үҙен күптән түгел ҡараған бер кинолағы геройға оҡшатып ҡуйҙы: тауға үрмәләүсе таштарға, ағас ботаҡтарына йәбешеп өҫкә ынтыла, тик инде менеп еттем тигәндә генә аяҡтары бушлыҡҡа эләгеп, упҡынға оса. Упҡын булмаһа ла иҙәнгә ҡолағыһы килмәне Вадимдың, ахырҙа торорға булды.“Халыҡ йолалары һәм байрамдары” тигән ҡалын китапты шунда уҡ карауат бото аҫтына кире тығырға ине лә егет, тик бөгөн “Ҡарға бутҡаһы” байрамы икәнен иҫенә төшөрөп, уны аҡтара башланы. Был байрам хаҡында нимә яҙалар икән?

Ҡайҙа тауға сығалар, тиҙәр, ә был яҡта 1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын ҡарға бутҡаһына барабыҙ тип әйтәләр. Хәйер, бер исеме генә шулай инде, ғәмәлдә йоланан апаруҡ йыраҡ тора күңел асыуҙар. Был хаҡта Вадим китаптың кәрәкле битен асҡас та аңланы, дөрөҫөрәге, иҫенә төшөрҙө: “Яҙ-йәй мәлендә баҫыу эштәре тамамланғас, сәселгән орлоҡ мул уңыш бирһен өсөн үткәрелә. Ҡаҙан аҫып, бутҡа бешереп, ҡарғаға тип яланға өлөш һалалар – ҡош рәхмәттәр уҡып, уңыш килерен теләй. Исламға тиклем ҡарға бутҡаһы башҡорттарҙың, мәрхүмдәрҙең йәне ҡошҡа әүерелә, тигән фекер менән дә бәйле булған, йәнәһе, ата-бабаларыбыҙ беҙгә мул уңыш килеүен теләй, тик хәйер биреп, уларҙың ризалығын алырға кәрәк...”
Иҫләй ул китапты Вадим, китапхана мисәте лә ана аҡырайып тора. Институтҡа әҙерләнгәндә алып ҡайтты, тик кире алып барманы, ярай әле быныһы ултырған-ятҡан урынды тотоп тора, ҡалған китаптары бөтөнләй ҡайҙалыр саңға туҙып ята, мунса мейесенә инеп китмәһәләр әле...
Китапты ҡулына тотоп хәтирәләренә сумды егет. Бала саҡта ҡарға бутҡаһына сығыуҙар, ошондай ҡалын китаптарҙы йотлоға-йотлоға уҡыуҙар күҙ алдынан баяғы кинолағы һымаҡ үтә ине был минуттарҙа.
...Өс дуҫ – өс таған: Вадим, Дамир һәм Урал бер класта уҡыны. Өйҙәре лә терәлеп тигәндәй торғас, мәктәптә лә, дәрестән ҡайтҡас та гел бергә тиерлек булдылар. Бергә туп типтеләр, бергә көтөү ҡаршы алырға бара инеләр. Шулай уҡ ҡарға бутҡаһына ла өсәүләп йөрөй торғайнылар. Апрель башланып, ер ҡарҙан әрселеп, йылыта башлау менән үк әҙерләнергә тотоналар улар был байрамға. Ҡыш буйы көтөп алғас, ниндәй ҡәҙерле икән! Башта аҡса йыялар ҙа магазиндан һут, консерва, тоҙут алып ҡуялар. Кем балта алырға, кем сәйнүк табырға тип бүлешергә лә кәрәк. Шунан яланға барып, ултыраһы урынды алдан ҡарап, сүп-сарҙан таҙарталар ине. Иң мөһиме, шул урынға билдә тағып китеү, юҡһа, алдан башҡа берәйһе килеп, ҡунаҡлауы бар, ауылда бала-саға, йәштәр – донъя! Төркөм-төркөм булып сығалар. Шулай ҙа урындарынан ҡолаҡ ҡаҡмайыҡ тип, үҫмерҙәр иртән ете тулыр-тулмаҫтан сығып китә ине. Баралар, аш бешерергә ҡуялар ҙа мәрәкә һөйләшеп алалар, уйнайҙар, йылға буйын ҡыҙыралар. Кисен иһә ах та ух килеп ҡайтып инәләр. Ниндәй күңелле, рәхәт булған икән! Тора-бара шул ҡарға бутҡаһында, олораҡ малайҙарҙан күрмәк булып, тәмәке көйрәтергә тотондолар. Әлеге лә баяғы шул Дамир дуҫы инде, ул ҡоторта ла, Урал иһә әллә ҡайҙан тәмәке табып алып килеп, борҡоторға тотоналар. Мауығыу ғына ине лә бит, сиргә әйләнде, араҡы һымаҡ.
...Ине, ине. Хәйер, ниңә “ине”, әле лә дуҫтар улар. Ана Дамиры килеп тә еткән, ауыҙын ыржайтып тора:
– Атаң башы тип ул телефоныңды һүндереп ҡуйҙыңмы? Әллә тағы һыу индерҙеңме, әллә Хәкимдең тиреҫлегенә күмеп ҡайттыңмы? – был ҡунаҡтың тауышы булды.
– Кисә ҡайҙалыр төшөп ҡалған шикелле... – Вадим юғалтыуына бер ҙә иҫе китмәне.
– Кисәгенән һуң миңә рәхәт тиһеңме әллә бында тиклем атлауы? Баш ярылып килә былай ҙа. Телефон ике өй араһында йөрөмәҫ өсөн эшләнгән түгелме ни?
– Эйе, шул офоҡ аръяғында йәшәйһең бит.
– Йәшәмәһә ни, әле атлайһы бар. Йә, йәһәт кенә тор ҙа киттек. Теге лә хәҙер йоҡоһонан уянғандыр инде.
Ул да булмай “теге” лә күренде ишектә. Уралдың да хәле быларҙыҡынан яҡшыраҡ түгел ине, әлбиттә. Бергә тиреҫ өйҙөләр бит Хәкимгә, эш хаҡын өҫтәл артында уҡ “тотоноп” ҡайттылар.
– Балта-маҙар ал да әйҙә ҡуҙғалайыҡ. Минең бер “бумбылдыҡ” нәмә бар. Барышлай магазиндан бер һыра алһаҡ, һыуһаған да бөтөр, баш та әҙерәк шыйыҡланыр, – тип, Урал ишектән инер-инмәҫ элек һөрән һалды.
Вадим торған ыңғайға, ҡулындағы китапты күреп, ирекһеҙҙән дуҫтарының ауыҙы йырылды.
– Оһо, был бит һаман институтҡа әҙерләнә, – тип төрттөрөп алды Дамир.
– Яланда китап уҡып ятырға уйлайһыңмы әллә? – тигән һорау Уралдан яңғыраны. Дуҫтарының мыҫҡыллауына, унан бигерәк, институтҡа ысынлап та инмәүенә үкенесенән асыуы ҡабарҙы йорт хужаһының. “Һеҙҙән айырылмайым тип...” Шулай ҙа күңелендәген ҡысҡырып әйтмәне Вадим, дуҫтарын урамға ҡыуып тигәндәй сығарҙы ла битен-ҡулын сайып алып, әсәһенең “сәй эс, исмаһам” тиеүен дә ишетмәгәндәй, ғолғолдатып һыу йотто һәм һарайға сығып атаһынан ҡалған мираҫ – балта эҙләй башланы. Уныһын табыуы үҙе бер этлек икән – һарайҙа ла, аласыҡта ла, мунсала ла булмай сыҡты. Аптырағас, баҡсаға сығып эҙләй башланы. Шунда ғына Дамирҙың үҙенең балтаһы юғалғас, алып торғанын иҫенә төшөрҙө. Тегеһе кеше әйберен ҡайҙа ҡуйғанлығын онотоп, шулай арыу ғына йөрөнө егеттәр. Барлыҡ әйберҙе алып бөттөкмө тигәндәй, бер-береһенә ҡарашып торғанда, Вадимдың әллә бала сағы иҫенә төшөп китте, әллә баяғы китапта яҙылған йоланы үтәгеһе килде. Өйөнә ҡаҙан, ярма артынан инеп китте. Иген сәсеүен сәсмәһә лә, шундай йола башҡараһы, бесән булһа ла мул уңһын тип теләгеһе килә ине уның. Инде кәрәк-яраҡтар туплап, Уралдың көтәсәккә алып торған араҡыһын ҡыҫтырып, магазин яғына табан атлап киткәндә ҡояш апаруҡ күтәрелгәйне инде...
– Әсәйеңдең пенсияһына һыра алып бөтөргә уйлайһыңмы, теге көндө алдың, бөгөн ике меңдән артып китте бит, ҡасан түләйһең? Йәп-йәш көйө эсеп йөрөргә оят түгелме һеҙгә? – һатыусы тауарын ороша-ороша тотторҙо. Тоттормай ҡайҙа барһын, көтәсәккә таратып булһа ла һатылған хаҡтың 0,4 проценты уға килә бит. Шул 0,4 процентҡа 4 балаһын ҡарай. Шуға һыра алалармы, икмәкме – уға ни барыбер. Күңеле янһа ла ошондай типһә-тимер өҙөрҙәй, йәп-йәш егеттәрҙе эскелек һаҙлығына батырыуҙа үҙ өлөшөн индереп, бирә лә ебәрә. Әрләшә, әлбиттә, сит ил магазины түгел дә, “һуҡтым йыҡтым – барҙың төштөң” тигәндәй, “һоғондороп” сығарырға ла күп һорап тормай. Уның ҡарауы, ауылдаштары бер ҡасан да тауарһыҙ сыҡмай. Күнегелгәндер инде.
– Рәхмәт, апай! Уны көндө почта машинаһы үтеп киткәс тә килтерәм, әрләмә инде, пиво ғына бит... – тине Дамир башын ҡаға-ҡаға. Әлбиттә, ниндәй айҙың “уны” икәнен аныҡлап әйтмәне, шуға ошондай ысул менән ике мең түгел, ун биш мең һумлыҡ тауар алғаны ла булды. Ғәҙеллек хаҡына әйтергә кәрәк, ул тиклем суммала араҡы-һыра-тәмәке хаҡы ғына түгел ине лә бит, шулай ҙа, магазин хужаһы килеп енләнгәс, көҙгә тигән һуғымдарын һуйып һатып түләүҙән башҡа сара ҡалманы.
– Туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Урал магазиндан сыҡҡас та. Дуҫтары аптырашып уға төбәлде:
– Әллә берәй нәмә булдымы?
– Шашлыҡһыҙ ниндәй байрам һуң ул? Инеп ит алырға кәрәк, бында әҙере лә бар, бешерергә генә ҡала.
Уралға инде икенсегә инәлергә инеп китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ҡулында тәмләткестәр менән ҡушып тултырылған шашлыҡ биҙрәһе һәм... “Уголь березовый”ҙы күреп, Дамирҙың йәне көйҙө лә китте:
– Һин тағы итте сәйнәргә тип теш тә һатып алмай уны, ул күмерҙе атаң башы тип тотоп сыҡтыңмы? Хәҙер үҙебеҙ күмер әҙерләргә лә эшкинмәйбеҙме ни? Күмер урынына бер ярты йәки ошондай бер һалҡынды алырға ине.
Дуҫы бер ҙә “хатаһын” таныманы.
– Этләнеп күмер әҙерләгәнсе, ошоно һалабыҙ ҙа бот күтәреп тәк ятабыҙ, братан, мин булғанда бер ҡасан да эсергә табыуҙан ҡурҡма!
Аҙаҡҡы һүҙҙәрен кинәйәләп әйтте, үҙ баһаһын белә шул. Юҡҡамы ни уны дуҫтары үҙ-ара ҡайһы берҙә “завхоз” тип үсекләй. Эсеп йөрөмәһә, бәлки, әллә ҡайҙа ысын завхоз да булып эшләр ине лә бит...
Дуҫтар һәр йылдағыса яратҡан урындарына барырға булды – түңәрәк яланына. Инде нисә йыл улар ошо яланда күңел аса. Пай бүлешкәндә, күршеләр булғас, бесәнлек-баҫыуҙары ла ошонда ғына. Хәйер, пайҙың беренсе кәсеп өсөн тәғәйенләнгәненән генә файҙа алына, икенсеһен, нисә йыллап булалыр, билсән баҫҡан.
Был юлы ла егеттәр, ғәҙәттәгесә, ауылдың уртаһынан атларға булды. Күргәндәргә сәләм ҡысҡырып, хәлдәр-малдар-балалары менән ҡыҙыҡһынды. Атлаған һайын “байрам менән”, “һеҙҙе лә” тигән һүҙҙәр яңғыраны. Кешеләрҙең ошондай ҡояшлы матур көндө өйҙәрендә ултырыуына егеттәр аптырап та ҡуйғыланы – кемдер йорт алдын таҙарта ине, кемдер ҡоймаһын алыштыра, нигеҙ ҡаҙыйҙар...
– Демонстрацияға әҙерләнәһегеҙме әллә? Әйҙәгеҙ ҡарға бутҡаһына! – тип Вадим бер икеһенә төбәп шаяртып та алды әле. Тегеләренең яуабы:
– Ялан ҡыҙырып йөрөүҙән башҡа эш юҡ ине шул, – тиеүҙән йыраҡ китмәне. Ысынлап та, ял итеүҙән, баҡса артына терәлеп торған урман-ялан күреүҙән йыраҡлашты халыҡ. Дачасылар йәй буйы ҡомда йылға буйында ҡыҙыныуын-ҡыҙына, ә бына ауыл халҡы ошо ерҙә йәшәп тә үҙ тәбиғәтен күрергә, кинәнеп бер балыҡ ҡармаҡларға, бәшмәк йыйырға ваҡыты юҡ. Сыҡҡандары ла йәш-еленсәк кенә, улары ла йүнләп ял итә белмәй тигәндәй. Был дуҫтар һымаҡ “бумбылдыҡтар” ҡыҫтырып ҡына йөрөйҙәр...
...Өс дуҫ бер-береһен бер ҡасан да һынатманы, хатта мәктәпте тамамлап, ҡалаға киткәс тә был ғәҙәттәрен ташламанылар. Урал менән Дамир һөнәрселек училищеһына барыуы билдәле ине инде. Бер класта, бер парта артында ултырһалар ҙа уларҙың уҡыу теләге Вадимдыҡынан айырылып торҙо. Дөрөҫөрәге, булманы ундай теләк. Ә бына Вадимдың ата-әсәһе улдарын институтҡа инер тип өмөтләнде, әммә егет йәнә дуҫтарына теләктәшлек күрһәтеп, бергә училищеға документтарын тапшырҙы ла ҡайтты. Көйөндө, әлбиттә, ата-әсә, тик эш уҙғайны инде. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен мал, баҡса тип, ҡалаға киткән улдары янына барып, хәлен дә белешмәүенә үкенеп тә бөттө.
Артабан да бергә егеттәр, әрменән ҡайттылар ҙа бына хәҙер ауылда яталар. Кем – себергә йөрөгән ҡустыһы елкәһендә, кем – әсәһенең пенсияһына ҡарап. Үҙҙәре лә ҡалымға сығып, аҡса эшләйҙәр улар, тик тапҡан-тарығандары ғына шешәнән үтмәй...
Һыраларын һемерә-һемерә яратҡан яландарына килеп еткәндә, егеттәрҙең башы ауыртыуҙан туҡтамаһа ла быуындары апаруҡ йомшарғайны инде.
– Пока “ләх” булғансы табын хәстәрләйек, – тине Урал.
– Давай-давай, – тип дәртләнеп китте Вадим да.
Дамир иһә яуап итеп, балта тотоп урманға инеп китте...
“Ҡрра-ҡрра!!!”
– Ах, мәлғүн. Ҡотто алдың, – тип Дамир ағас ботағында ултырған ҡарғаға өндәште. Аңланымы ҡош, юҡмы, уныһы кешегә билдәһеҙ ҡалды, әммә Дамир әле ботаҡтарҙы турай-турай кире урмандан сығып килгәндә лә әрләнеүенән туҡтамай ине әле. – Һинең арҡала ҡулдан саҡ балта ысҡынып китмәне, ҡурҡыныс бит әле ул, күҙҙе соҡоп алыр...
“Ҡрра-ҡрра!!!”
Ҡарға ғына, был һүҙҙәрҙе ҡабул итергә теләмәгәндәй, ҡарҡылдауында булды. Уның ни үҙ донъяһы, үҙ вазифаһы тигәндәй...
– Шунан, егеттәр, табын әҙерме? – тип ҡулдарын-ҡулға ышҡый-ышҡый түҙемһеҙләнде Дамир, үҙ бурысын тиҙ атҡарҙы бит. Башҡаларҙан да шуны өмөт итте, тик дуҫтары ғына был мәлдә аптырашалар ине – ит бар ҙа бына уны теҙергә шампур онотолған. Ахыр сиктә бутҡаға ҡушырға булдылар.
– Әй, шуны ҡыуырып ултырғансы, әйҙә, үҙебеҙсә, ҡаҙанда бешерәбеҙ, – тигән уй, әлбиттә, Вадимса ине.
– Ҡуя һалығыҙ ҙа ултырайыҡ, – Дамир йәнә түҙемһеҙләнде. Ни тиһәң дә, үҙе эшкә шәп шул, әле лә, ана, “һә тигәнсе” ҡаҙан аҫып та ҡуйҙы, утын килтерҙе, ярҙы, хатта матурлап өйҙө, эсергә лә, күп һөйләргә лә ялҡау түгел – быныһы ла бар. Тик эскәндә эшләүҙән бигерәк һөйләргә әүәҫ шул, ауылда, юҡ, районда уның һымаҡ белгес юҡ тип торорһоң. Демагогия! Шуға ҡалымға барғанда уға эш бөтмәйенсә һалыусы юҡ, ҡойһалар ҙа, үҙе әйтмешләй, “йөрәк дөбөрҙәүен үткәреп ебәрерлек кенә”.
Шулай итеп усаҡ ҡабынды!
– Әйҙәгеҙ, за наш костер дружбы! – тип егеттәр яландағы бөгөнгө тәүге мәшәҡәттәрен йыуып та ебәрҙе.
– Ах үҙебеҙ һуң, бөркөттәр, бынауындай табынды кем ҡора әле! – Дамир мәжлестән ҡәнәғәт ине, тик Урал дуҫы ғына саҡ кәйефен боҙоп ҡуйманы:
– Бөркөт тиһең инде, ә? Тик анау ҡарғанан ҡурҡтың бит. Бөркөттәр ҡарғанан ҡурмай ул! Ә һин... Ха-ха-ха
(Күрмәгән нәмәһе юҡ шул осло күҙҙең.)
...Усаҡ күмергә әйләнгәндә сағыу матур көндөң иң ҡыҙған мәле еткәйне инде. Хәйер, егеттәр ҙә арыу ҡыҙғайны, ятып йоҡланылар. Уларҙың эсен илле градус яндырһа, тыштан йәнә утыҙ градус эҫелек бәреп торҙо. Ай-һай, бындай эҫелекте күтәреүе лә...
...Усаҡ һәм уның тирәләй бөтөнләй тынлыҡ урынлашты. Был мәшхәрҙе ситтән генә оҙаҡ күҙәткән ҡарға ла түҙемлеге бөтөп, батырсылыҡ итеп, бутҡа янына килеп ҡунды. Шулай ҙа аҙыҡты бер-ике суҡып ҡараны ла һелкеп-һелкеп ташлап, кире осоп китте. Күрәһең, көйгән бутҡа уға ла оҡшаманы. Уның ҡапыл “Ҡрра-ҡрра” тип осоп китеүендә ошо сәбәпсе булғандыр, моғайын, юҡ, ул ҡурҡаҡ түгел дә, өҫтә осҡан ҡоҙғондарҙан ғына ҡурҡып торор ише ҡош түгел!
...Май байрамдары үтеп, май үҙе лә артта ҡалды. Көн ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, ямғырҙар яумай ыҙалатты. Әллә ҡарғаға бутҡа ашата белмәү сәбәпсе булдымы, әллә тәбиғәттә, ысынлап та, тайпылыш – өсөнсө йыл рәттән ҡоролоҡ килде. Халыҡ йылдағыса, шулай ҙа, булған бесәнде ҡырып-һепереп сапты, тик май айында янған усаҡ яны ғына сабылмай ҡалды...
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: