Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2019, 13:49

АШҠАҘАР БУЙЫНДА ҮҪКӘН ҺЫЛЫУ

Ҡала киңлектәрендә башҡорт ҡыҙҙарының иң-иңдәрен йыйған «Стәрлетамаҡ гүзәле» матурлыҡ бәйгеһе лә тамамланды. Күңелдәрҙе елкендергән, матурлыҡҡа табындырған сағыу тамаша ете ҡыҙ бейеүендәге кеүек талғын ғына барҙы, шулай ҙа сәхнәгә сыҡҡан һәр ҡыҙ үҙенсә ине. Маҡсаттары, ҡылыҡтары бер-береһенән айы-рылып тора, бындай сәскәләр араһынан еңеүсене нисек һайлап алырға һуң?

Ҡарҙы иретеп, яҙғы матурлыҡ морон төрткән мәлдә һылыуҡайҙарҙың бәйгегә сығыуы иң көтөлгән сараларҙың береһелер. Тамашасылар бәйге тажын аласаҡ һылыуҙы күрергә теләһә, конкурсанттар яңы үрҙәрҙе яуларға ашҡына. Ә «Стәрлетамаҡ гүзәле» конкурсының мәктәбен үтеү үҙе мәртәбә – ҡыҙҙар республика кимәлендә үткән төп бәйге еңеүселәре, номинациялар алыусылар булып танылыуы мөмкин. Тик конкурстың тормоштағы еңеүҙәре хаҡында онотмайыҡ: киләсәктә ошо ҡыҙҙарҙан яҡшы әсәйҙәр, уңышлы белгестәр, изге күңелле, рухлы шәхестәр сығыуында ла был бәйгенең роле бар бит.
Быйыл «Стәрлетамаҡ гүзәле – 2019» исеме өсөн Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары Нәзифә Хисмәтова, Наҙгөл Һәүбәнова, Гөлсөм Ҡасҡынова, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжынан Ынйы Зинһаритдинова, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Әлиә Хөснөтдинова, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан Луиза Ваһапова һәм 5-се мәктәптән Айһылыу Әхмәтова зирәклектә, һылыулыҡта һәм таҫыллыҡта үҙен һынаны.
Ҡыҙҙар менән бәйгенең финал өлөшөнә тиклемге фотоға төшөү мәлендә танышырға мөмкинлек булды һәм шуныһы күҙгә ташлана: “йөрөгән таш шымара” тигәндәй, конкурсанттар финалға бөтөнләй үҙгәреп, команда булараҡ ойошоп сыҡҡандар ине. Бында инде һылыуҡайҙарҙы әйҙәүсе Ҡала мәҙәниәт һарайының методика бүлеге белгестәренең роле ҙур, уларға рәхмәт әйтергә генә ҡала.
Һылыуҡайҙар быйыл ниндәй тамаша әҙерләгән һуң? Конкурс шарттары үткән йылдағыларҙан әллә ни айырылманы, эстәлеге генә байыраҡ һәм Башҡортостандың йөҙ йыллығына арналды: ҡыҙҙар визиткала үҙҙәре менән Башҡортостан ҡыҙы булараҡ таныштырҙы, ижади һәләттәрен күрһәтте, йәрәбәлә үҙҙәре тартып сығарған башҡорт ҡымыҙы, ҡурай, тыуған илдең тәбиғәте, милли тапшырыуҙар, матбуғат тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе, сәхнәлә йөрөү һәләттәрен күрһәтте. Тамашасылар алдына аҙналар дауамында хореография, вокал, матур һөйләү оҫталығы һәм дефилеға арналған репитициялар һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан хеҙмәт күрһәтелде. Шуға ла еңеүсене һайлап алыуы ла еңелдән булмағандыр, жюри ағзалары иһә үҙҙәренең күргәндәренән, сәхнәләге “һауаны тойоп”, еңеүселәрҙе айырып ала алды.
Шулай итеп, Гран-при Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Әлиә Хөснөтдиноваға тапшырылды. Беренсе урын 5-се мәктәптән Айһылыу Әхмәтоваға, икенсе урын Ынйы Зинһаритдинова, өсөнсө урын Нәзифә Хисмәтоваға һәм Гөлсөм Ҡасҡыноваға бирелде. Мостай Кәримдең «Айгөл иле» әҫәре буйынса Айгөл монологын сәхнәләштереп, залда ултырыусыларҙы актерлыҡ оҫталығы менән хайран итеүсе Наҙгөл Һәүбәнова – «Тамашасылар һөйөүе», ә үҙенең сығыштарында тәбиғи матурлығы менән айырылып торған Луиза Ваһапова «Һөйкөмлө» номинацияһында еңде.
Бәйге сәхнәлә генә барманы, әлбиттә. «Ашҡаҙар» гәзите редакцияһы ла «Ашҡаҙар гүзәле» интернет-тауыш биреү ойоштороп, үҙ еңеүсеһен билдәләне. Ҡыҙҙар иһә үҙ исемдәрен бында ла яҡлап сыҡты, тауыш биреү әүҙем барҙы, һөҙөмтәләр буйынса шуны әйтергә була: бәйгеселәрҙең дуҫтары, туғандары, класташтары, курсташтары бик күп. Тимәк, уларға тормошта артабан да иңдәрен ҡуйыусылар буласаҡ! Йәмғиәтте үҙ артыңдан эйәртә алыу көсө тауыш биреүҙә күренде лә инде, конкурс тамамланыуға бер нисә сәғәт ҡалғас, бәйге дауамында алда булыусыларҙы үтеп китеп, 1272 тауыш менән Луиза Ваһапова «Ашҡаҙар гүзәле» исемен яуланы. Бәйгелә ҡатнашыусы бөтә ҡыҙҙарҙы ла ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, бағыусы Эдуард Халиҡов әҙерләгән бүләктәр, диплом һәм гөлләмәләр менән бүләкләнеләр. Айырым ҡунаҡтарҙың, эшҡыуарҙарҙың һәм башҡа бағыусыларҙың бүләк-тәре, ҡотлап әйтелгән һүҙҙәре һылыуҡайҙарыбыҙға хуш килде.
Бөтә ҡыҙҙарҙы ла еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Ни өсөн бөтә ҡыҙҙарҙыламы? Сөнки сәхнәгә сығып, үҙеңде күрһәтә белеү, матур итеп сығыш яһау, күңелеңдәгене ярып һалыу – үҙе еңеү ул! Афарин, гүзәлдәр!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: