Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2019, 13:42

Гуталин яратҡан себен хәүефе

Рәсәйҙә көмөрө себенгә (муха-горбатка) карантин билдәләнгән. Ул Испанияла, Италияла, Австрияла, хатта Германияла, АҠШ-та, Кубала киң таралған.

Себен 2-3 миллиметр ҙур-лығында, емеш-еләккә эйәләгән ваҡ ҡына себенгә оҡшап тора, күкрәге көмөрөләнеп сыҡҡан. Уны ситтән ҡарағанда, һикереп хәрәкәт итә тип торорһоң. Ул транспортҡа йә йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштарға эләгеп килә. Ғәҙәттә, себен төрлө емеш-еләк аша ла таралырға мөмкин. Айырыуса үтә ныҡ өлгөргән банандар һалынған йәшниктәрҙә күп үрсей. Ҙурайған себендәр ҡурҡыныс янамаһа ла уның бәләкәй генә ҡорттары хайуандарҙы, хатта кешеләрҙе зарарлауы ихтимал. Тәбиғи шарттарҙа 5 миллиметр ҙурлығындағы ҡорттар бысраҡ аҙыҡ-түлектә үрсей. Мәҫәлән, сояла, онда, сырҙа, ҡаҡланған балыҡта, серегән картуфта булырға мөмкин. Был ҡорттар хатта вазелин һәм гуталин менән дә туҡлана. Көмөрө себендәрҙең ҡорттары кеше организмына үтеп инеп, паразитар ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә. Паразиттар шулай уҡ тән туҡымаларын, яралы ерҙе зарарлай. Туҡланыу һәм үрсеү өсөн көмөрө себендәр һәр кем ҡулланырлыҡ аҙыҡ-түлекте файҙалана. Себендең йомортҡаһы йәки ҡорто аш һеңдереү системаһына осраҡлы ғына эләкһә лә эсәк зарарлана. Көмөрөнөң ҙурайыңҡыраған ҡорт-тары эсәккә үтеп инһә, бигерәк тә ҡурҡыныс. Шулай уҡ көмөрө себендәр ваба (холера) ауырыуын йоҡтороусы ла булып тора.
Унан нисек ҡотлолорға һуң? Көмөрө себендәр йылы ярата. Шуға күрә биналарҙы һәр саҡ елләтеп торорға, түбән температурала тоторға һәм дымлылыҡты кәметергә тырышығыҙ. Шулай уҡ себендәр йәбешһен өсөн елемле таҫмалар элергә, ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, дөйөм таҙалыҡ булдырырға, тирә-яҡты үләкһәләрҙән, серегән йәшелсә-еләктән, сүп-сарҙан арындырырға кәрәк.
Эмиль БИКТИМЕРОВ,
«Россельхознадзор»ҙың дәүләт инспекторы.
Читайте нас: