Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2019, 16:08

Татарстанды ғына түгел, Мәскәүҙе лә уҙып китербеҙ әле…

Стәрлетамаҡта осһоҙ хаҡҡа автомобилдәр йыуыу селтәре асмаҡсылар. Был пландары менән шәхси эшҡыуар Рөстәм Зайкин ҡала округы хакимиәтендә 26 апрелдә уҙғарылған “Инвестсәғәт”тә(әйткәндәй, хәҙер форум “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тип аталасаҡ) уртаҡлашты.

“Үҙең йыуын” автомобилдәр йыуыу селтәрҙәре асыу идеяһы унда Санкт-Петербургта булып ҡайтҡандан һуң барлыҡҡа килә. Проект буйынса, автомобилде йыуыр өсөн 40 минут урынына ни бары 10 минут китәсәк икән. Иң мөһиме, автоһәүәҫкәр тик һыу өсөн генә түләп, “тимер атын” үҙе йыуасаҡ. Европа стандарттарына ярашлы, һыу бер тап та ҡалдырмай, етмәһә, биналағы “ҡайнар иҙән” ҡыш көнө лә клиентҡа уңайлы шарттар ҡалдыра. Машинаңды 80-100 һумға үҙең йыуыу күпкә отошлораҡ, әлбиттә. “Өҫтәүенә, бина, заманға ярашлы, тулыһынса быяланан торасаҡ һәм ҡаланың биҙәгенә әйләнәсәк”, – тип вәғәҙә итә эшҡыуар.
Бөгөн уның Элеватор урамында ошондай автойыуыу үҙәгенә сират теҙелгән. Шуға күрә Рөстәм Зайкин Стәрлетамаҡта бер нисә урында нәҡ ошондай үҙе хеҙмәтләндереүсе бина асмаҡсы. Эшҡыуар ҡала хакимиәтенә ошо маҡсатта ер участкалары һорап мөрәжәғәт итте. Был инновацион проект ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликовта ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға күрә ул ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре бүлегенә был мәсьәләне май байрамдары үтеү менән хәл итергә фарман бирҙе. Юғарылағы проектҡа оҡшағаныраҡ икенсе проект менән «ЭнергоМашКом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт вәкиле Марат Күсәрбаев та сығыш яһаны. Ул да автойыуыу комплексы төҙөү өсөн урын һораны. Уның һорауҙары ла ҡәнәғәтләндереләсәк. Бина һораусы Марина Витальевна Григорьеваның һорауы ла ыңғай хәл ителәсәк.
“Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусы Эшҡы-уарлыҡ һәм туризм буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова ҡыҙыҡлы инновацион проекттарҙы хуплау буйынса комитеттың ҡарашын белдереп былай тине: “Бөгөн беҙ “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” тураһында һөйләйбеҙ икән, беҙ ошо составта йыйылып, эшҡыуарҙарҙы ҡаршылайбыҙ икән, тәү сиратта, беҙ уларҙы тыңлап ҡына ҡалмайынса, ә уларға ярҙам ҡулын һуҙырға тейешбеҙ. Беҙ был хаҡта күп әйттек, ә хәҙер беҙ “Инвестсәғәт” те “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тип үҙгәрттек. Сөнки һеҙгә 100 мең һум аҡсаһын тотоп яңы бизнес асырға, үҙенең производствоһын киңәйтергә килгән теләһә ниндәй эшҡыуар ҙа – барыбер инвестор. Республика буйынса бер ай эсендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килгән эшҡыуарҙар дөйөм алғанда – 56 миллиард һумға торошло проекттар менән килгәндәр. Бер ай эсендә генә лә беҙ 408 заявканы ҡараясаҡбыҙ. Әгәр беҙ бөтә проекттарҙы ла тормошҡа ашыра алһаҡ, йыл аҙағында инвестициялар йәлеп итеү буйынса күрһәткестәрҙе ун тапҡыр яҡшыртасаҡбыҙ һәм Татарстанды ғына түгел, был тәңгәлдә Мәскәүҙе лә уҙып китәсәкбеҙ”.
Бындай мәғәнәле сығышты тыңла-ғандан һуң Башҡортостандың, шул иҫәп-тән Стәрлетамаҡтың да сәскә атырына шик ҡалмай.
Римма ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: