Баҡтиһәң, бер мин генә сирләмәйем икән дә, ә меңәрләгән кеше! Әлбиттә, ҡыштың – ҡыш, яҙҙың яҙ була “белмәүенә” лә бәйле был һандар. Шулай ҙа һүҙем быйылғы эпидемия тураһында түгел, тарихтағы “ҡанлы эпидемия” хаҡында. Хәлемдең мөшкөллөгө тураһында уйланғанда Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы бер һалдаттың тарихы иҫкә төшә.
...Иваново өлкәһен һуғыш йылдарын-да “мәрхәмәтлелек ҡаһарманы” тигән төшөнсә менән билдәләйҙәр. Әле 1941 йылдың тәүге айҙарында уҡ бында күпләп яралылар килтерелә. Өлкәнең ҡайһы районына ғына баҡма, “Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында госпиталь булған” тигән бинаға мотлаҡ юлығаһың. Мәктәптәр, ҡунаҡханалар, дөйөм ятаҡтар, вуз-техникумдар, ял йорттары... һәммәһе лә госпиталь итеп үҙгәртелә. Иң күп койка-урынлы өлкәнең береһе була ул Иваново.
Ошо госпиталдәрҙең береһендә һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа алынған Таһир исемле һалдат та дауалана. Тик яраланып түгел (бәлки, яраланыпталыр), һыуыҡ тейҙереүҙән дауа ала ул. Әммә хәрби табиптар күпме генә көрәшмәһен, үкенескә ҡаршы, 1943 йылда үпкәһе шешеүе (пневмония) яугирҙе баҡыйлыҡҡа алып китә. Һуңғы көндәрен ҡаршылаған һалдат нимәләр уйлағандыр ҙа, нимәләр кисергәндер, бер ҡасан да сиселмәҫ сер булып ҡала. Һәр хәлдә, шуныһына иманым камил: Таһир, һис шикһеҙ, бер генә мәлгә тыуған яғына ҡайтып әйләнеү, бер генә күҙе менән булһа ла малайҙарына бағыу өсөн йәнен тағы әллә нисә ҡабат әжәлгә бирер ине. Тик башҡаса малайҙарын да күрә алмай, һөйәктәре лә Ивановола ятып ҡала.
Шуныһы бигерәк тә үкенесле: балалары араһында төпсөгөн бит ул бер ҡасан да күрмәй – һуғышҡа алынғанда ҡатыны Ғәйшә йөклө көйө оҙата. Атаһы алыҫ Иваново өлкәһендә йән биргән мәлдәрҙә Уралда, Түбәнге Әрметтә (Ишембай районы) төпсөк малайҙың теле асылып килгән сағы тура килгәндер. Тик бына уның “атай” һүҙен генә бер ҡасан да төбәп әйтер кешеһе булмай шул...
Атаһы дошман менән алышҡанда тәүге ауазын яңғыратҡан, тәпәй атлап киткән, теле асылған малай – ул инде минең атай Ғәбдрәшит. Бына шулай тыумаҫ борон етемлекте татып үҫкән быуын ул һуғыш балалары.
...Олатайҙы быға тиклем яу яланында һәләк булған тип уйлап йөрөнөк. “Ҡара ҡағыҙы” нисек һәм ниндәй шарттарҙа килгәндер – билдәһеҙ булып ҡала, сөнки, үкенескә ҡаршы, өләсәй, уларҙың улдары иҫән саҡта был хаҡта төплө итеп белешмәгән. Әммә өләсәйҙең: “Яуҙа башын һалды”, – тигәне яҡшы хәтерҙә.
Хәҙер төрлө архивтар, эҙәрмәндәр аша Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәт табыуы күпкә еңелләште һәм олатайҙың госпиталдә үлеп ҡалыуы хаҡында ла нәҡ ошондай изге кешеләр ярҙамында белдек. Нисек кенә булмаһын, яу яланында ятып ҡалғанмы, госпиталдә йән биргәнме – олатай беҙҙең өсөн иле өсөн башын һалған яугир! Ә бит уйлай китһәк, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә сирҙән үлгән 267 меңдән ашыу кешенең дә Бөйөк Еңеүҙә роле ҙур! Шуға Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙы иҫкә алғанда ошондай яугирҙәр ҙә күҙ уңынан сығарылмаһын ине.
Эйе, ниндәй ауырлыҡтар-һынауҙар төшкән уларҙың иңенә! Ошо йәһәттән инде әсәйемдең атаһы Лотфулла Сәғиҙуллиндың яу юлы ла уйландырмай ҡалмай ейәнен. Был йәһәттән уның үҙенең ҡулы, аяғы яралы көйө, иҫен юғалтырлыҡ хәлдә ике немецты әсирлеккә алғанын күҙ алдыма килтереү ҙә тетрәндерә, ғорурлыҡ хистәрен таштыра! Яраларынан ҡалған эҙҙәрҙе ыуа-ыуа ошоларҙы һөйләгәндә, хатта әле бер нәмә лә йүнләп аңламаған малай килеш тә тәрән көрһөнөп ҡуйғаным иҫтә.
...Шулай, тормош ауыр тип ялыу-лашабыҙ йыш ҡына, бер сирҙән биште яһарға әҙербеҙ, ул сирҙе булдырмаҫ урынға дауалау менән мөшғүлбеҙ. Ә шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙе атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр урынына ҡуйып ҡарайыҡ әле. Бер генә мәлгә. Уларҙың рухы алдында оят булып китә. Сирләп киттем, ләкин дарыуханала ниндәй генә дарыу юҡ. Иң мөһиме: тыуған еремдә дауаланам, улым да янымда, күгем тыныс. Хәлебеҙ ул тиклем мөшкөл дә түгел икән...