Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май 2019, 19:32

Ватанға хеҙмәт итеүҙең яҡты өлгөһө

Күптән түгел билдәле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамазан Ҡотошов үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләне. Алдағы юлдарҙа уның ваҡиғаларға бай ғүмерен ижады яғынан түгел, ә уҡытыусы, фронтовик булараҡ яҡтыртмаҡсыбыҙ.

Фашизмдың өңөн ҡыйратып!
Рамазан Нурғәли улы Ишембай районының Ҡарайған ауылында 11 балалы, әммә хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Рамазан мәктәптә алдынғы уҡыусыларҙың береһе була. 1938 йылда ул тулы булмаған Ишәй урта мәктәбен тамамлай, шунда уҡ ВЛКСМ сафтарына алына. Өфөлә уҡып ҡарай, тик 1940 йылда ул ФЗО-ға уҡырға күсә. Уға артабан Омск өлкәһендәге ағас эшкәртеүсе хәрби заводта эшләргә тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул был тарафтарҙа була, ә 1941 йылдың көҙөндә Ҡарайғанға ҡайта. Уны йәнә белем алырға Маҡар МТС-ына (Ишембай районы) трактористар курсына уҡырға ебәрәләр. Шулай Рамазан тракторсы булып китә, тракторҙар бригадаһында хисапсы булып эшләй.
1942 йылдың йәйендә 18-е тулған Рамазанды армияға саҡыралар. Ул фронтҡа шунда уҡ ебәрерҙәр тип, ауыр һынауҙарға үҙен алдан әҙерләй башлай. Тик башта Севастополь училищеһында зенит артиллерияһында уҡырға тура килә. Ул саҡта училище Өфөгә күсерелгән була. Уҡыуын 6 айҙа тамамлап, ул лейтенант званиеһын алыуға ирешә һәм алғы һыҙыҡҡа ебәрелә.
1943 йылдың башына Рамазан Ҡотошов Брянск фронтына килә, 1349-сы зенит-артиллерия полкының утлы взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ул Орлов-Курск дуғаһының иң ҡаты алыштарына эләгә. Ҡаты йәрәхәтләнә һәм контузия ала. Ләкин ялан госпиталендә дауаланып, иптәштәре менән фронт юлдарын үтеүен дауам итә. Орлов һәм Курск өлкәләрен, Белоруссияны, Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Висла йылғаһында икенсе тапҡыр яралана һәм контузия ала, аҙаҡ үҙенең часын ҡыуып етеп, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша. Һуңынан совет ғәскәрҙәре Германия территорияһын үтеп, Беренсе Белоруссия фронты Одер йылғаһы буйында Кюстрин ҡәлғәһе янында туҡтай, аҙаҡ Берлинға таба юллана.
Фашизмдың өнөн ҡыйратыуҙа ҡатнашҡан Рамазан һуғыш ваҡытында “Ҡыҙыл йондоҙ” һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән, “Германияны еңгән өсөн”, “Белоруссияны азат иткән өсөн”, “Варшаваны алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, шулай уҡ маршал Жуков миҙалы менән бүләкләнә.
Еңеүҙән һуң Р.Ҡотошов оккупацион ғәскәрҙәр составында Германияла хеҙмәт итергә ҡала. 1946 йылда ул коммунист булып китә. Ә 1947 йылда 24-се зенит-артиллерия дивизияһын тарҡатыу тураһында хәбәр килә. Бынан һуң дивизия командованиеһы 23 йәшлек лейтенанты штабҡа саҡыра. Полковник уның пландары менән ҡыҙыҡһына һәм Мәскәүгә барып хәрби академияға уҡырға инергә тәҡдим яһай. Тик яугир был тәҡдимдән баш тарта һәм өйөнә ҡайтырға ҡарар итә.
Һуғыш тамам, ә яфалар?
Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, бәләкәй Ватанындағы хәйерселекте күреп Рамазандың иҫе китә. Кешеләр аслыҡтан интегә, өйҙәр иҫкергән, тәҙрәләр нимә етте – шуның менән тултырылған, ҡыйыҡтар тишелгән. Уның үҙенең атаһы 1944 йылда аслыҡтан вафат була. Был ваҡыт уның эргәһендә бер улы ла булмай шул – өсәүһе һуғышта, береһе ФЗО-ла уҡый.
Шулай итеп, өйҙә яугирҙе сирле әсәһе менән бәләкәй һеңлеһе генә ҡаршы ала. Ошондай шарттарҙа ла дауам итергә кәрәк тормошто. Тәүҙә Рамазан әсәһен Стәрлетамаҡҡа килтереп дауаханаға һала. Йортто төҙөкләндерә башлай. Ҡыш көнө утын өсөн яҡҡан кәртәләрҙе яңынан эшләп ҡуя. Аҙаҡ эш эҙләп район үҙәгенә юллана. Ләкин беренсе секретарь фронтовикты йәлләп кенә ҡуя, үҙе бер ниндәй ҙә эш тәҡдим итә алмай.
Егет ҡаушап ҡалмай, уҡыуын дауам итеп, һөнәр алыр өсөн Өфөгә китергә хәл итә. Һәм уның өмөтө аҡлана: БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы аппаратына эшкә алалар. Үҙе иһә ситтән тороп педагогия институтына уҡырға инә. Шәхси тормошонан да уңа: терапевт һөнәрен үҙләштереп, медицина институтын тамамлаған ҡыҙға өйләнә.
Доцент Ҡотошов сығыш яһамаған бер ауыл,
ҡала ла ҡалмаған
Р. Ҡотошов Өфө партия мәктәбен һәм педагогия институтын уңышлы тамамлап, КПСС-тың Башҡорт обкомы аппаратына эшкә инә. 1955 йылдан алып ул «Агитатор блокноты» журналының яуаплы сәркәтибе була. Ә 1959 йылда ошо уҡ журналдың мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтелә. Аҙаҡ татар телендә сыҡҡан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең пропаганда бүлеге мөдире, ә 1961 йылдан башҡорт телендә сыҡҡан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә лә ошо уҡ вазифаны башҡара. Ләкин 1962 йылда милли гәзиттәрҙе дубляжға ҡалдырылғас, Рамазанды “Китап” нәшриәтенә мөхәррир итеп ебәрәләр. Ә 1964 йылда Рамазан Нурғәли улы Өфө авиация техник университетына уҡытыусы итеп саҡырыла һәм 30 йылдан ашыу студенттарға белем бирә. 1969 йылда СССР Фәндәр академияһының Философия институты ҡарамағындағы аспирантураны тамамлап, диссертация яҡлай һәм философия фәндәре кандидаты була. Өфө авиация техник университетында эшләү дәүерендә ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тураһындағы лекциялар менән йыш ҡына райондарға сығып, ил эсендәге партия сәйәсәтен халыҡҡа аңлатып йөрөй. Республикала доцент Ҡотошов сығыш яһамаған бер ауыл, ҡала ла ҡалмағандыр. Башҡа лекторҙар араһында Рамазан Нурғәли улының өҫтөнлөгө шунда булған: ул өс телдә – башҡорт, татар, рус телдәрендә сығыш яһаған. Бынан тыш йыш ҡына башҡорт радио, телевидениеһына ҡунаҡ итеп саҡырылған, мәҡәләләре республиканың гәзит-журналдарында йыш баҫылған. Уның ошо оҙаҡ йылдарға һуҙылған эшмәкәрлеге өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ағасынан йыраҡ төшмәҫ алма
Рамазан Ҡотошовтың үҙенең ғаиләһендә өс бала үҫә, барыһы ла юғары белем ала, ҡыҙҙары педагогия фәндәре кандидаты. Ҡотошовтарҙың алты ейәне бар, бүләләре лә тыуған. Ейәндәре лә, олатайҙарына оҡшап, фәнгә тартылған. Шуларҙың икеһе Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Икеһе лә фән докторы, профессорҙар, өсөнсө ейәне – тарих фәндәре кандидаты, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә.
Аҡһаҡалдар йәшендә булһа ла Рамазан Нурғәли улы йыш ҡына мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары алдында сығыш яһап, һуғыш тураһындағы хәтирәләре менән бүлешә. Шулай уҡ ветеран әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Әйткәндәй, ул һигеҙ китап авторы. Китаптарында совет кешеләренең һуғыш йылдарында фронттағы һәм тылдағы тормоштары һүрәтләнә һәм хеҙмәттәре сағыла. Уның ошондай тынғыһыҙ эшмәкәрлеген иҫәпкә алып Өфө ҡалаһы ҡала округы үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүгә өлөш индергәне өсөн 2016 йылда доцент Ҡотошовты Почет грамотаһы менән бүләкләгән.
Яҡташым, яугир-фронтовик, ғалим, журналист һәм яҙыусы Рамазан Нурғәли улының яҙмышы Ватанға һәм үҙ халҡына эскерһеҙ хеҙмәт итеүҙең яҡты өлгөһө булып тора!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: