Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2019, 14:17

Атайлы һәм атайһыҙ етемдәр

Шаулап-гөрләп, яҙ менән бергә Еңеү көнө килде. Бер-бер артлы фронтовиктар ҡайтты. Ҡайтмағандары ла байтаҡ ине. Ҡайтҡандарҙың ҡатындары, балалары, туғандары икһеҙ-сикһеҙ ҡыуаныс кисерҙе. Һүҙ алып барғанда һәр саҡ көр, шатлыҡлы тауыш менән һөйләштеләр. Ҡайтмағандарҙың яҡындары бойоҡ төҫ менән йөрөһәләр ҙә, ҡайтҡандарҙың шатлыҡтарын уртаҡ-лаштылар. Хатта уларҙың йылдар буйы йылмайыуҙан мәхрүм булған йөҙҙәре ошо көндәрҙә яҡтырып та, яҙылып та киткәндәй күренде.

Улар - Еңеүсе!
Еңеү! Күпме көндәр һәм төндәр, күҙ йәштәрен түгеп, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һөйөклөләрен көттө. Үҙ ирҙәрен көтөп алған ҡатындар, ҡәҙерлеләре өсөн бер нәмәне лә йәлләмәне. Фронтовиктар кисен, үҙҙәренең сүгеп барған йорт нигеҙенә ултырып, махоркаларын тарта-тарта һуғыш яланында булған ваҡиғаларҙы һөйләнеләр. Беҙ, ауыл балалары, тере яугирҙәрҙең һөйләгәндәрен йоҡламай төн уртаһына тиклем тыңлай инек. Һөйләгәндә, хатта үҙҙәре тиҙ ҡыҙып китәләр ине. Әгәр ҙә, береһенең һөйләгәне икенсеһенә оҡшамай ҡалһа, талашып та, һуғыша яҙып та ҡуялар.
Мөхәмәтдин ағай ҙа һуғыштан ауылдаштары менән бер осорҙа ҡайтты. Әҙерәк ял итте лә эшкә сыҡты. Ул ғүмере буйы шофер булып эшләне. Ауылдың бер иҫке генә полуторкаһы бар ине. Һуғышҡа тиклем эшләп киткән машинаһы үҙе ҡайтҡансы тутығып торған. Башҡа шоферҙар булмағас, шулай тора биргән. Мөхәмәтдин ағай уны таратып, ҡайһы бер деталдәрен алмаштырып, тутыҡҡан ерҙәрен ҡырып, майлап, ҡабат йыйып, машинаны ходҡа ебәрҙе. Колхоз рәйесенең шатланғанын күрһәгеҙ! Ул саҡта ауылда иң абруйлы кеше – механизатор булды, бигерәк тә шофер. Ҡыҙҙар, шоферҙарҙы күреп ҡалһалар, бигерәк тә түштәрендә ялтырап торған миҙалдар күренһә, һуштары китеп, йылмая-йылмая, ниндәйҙер сәнскеле һүҙҙәр әйтмәй үтмәнеләр.
Фронтовиктар ҙа ауыҙҙарын йомоп йөрөмәне. Үҙҙәренең ҡатындары, балалары булһа ла, ҡыҙҙар артынан сирттерҙеләр. Мөхәмәтдин ағай ҙа башҡаларҙан ҡалышманы. Шулай шаярып йөрөй торғас, бер йылдан һуң, ике балаһын, ҡатынын ташлап, тотто ла ауылдың иң һылыу ҡыҙын ҡатын итеп алды. Яҡындары әрләп тә, өлкәндәр тәнҡитләп лә ҡараны. Нишләйһең, ул фронттан дошманды еңеп ҡайтты – хаҡы бар! Еңеүселәрҙе хөкөм итмәйҙәр. Әлбиттә, ташлап киткән ғаилә оҙаҡ ҡына тыныслыҡ бирмәне. Элекке ҡатыны төндәрен быларҙың тәҙрәләренә таш ташлап, ватып та йөрөнө.
– Шунда вафат булып ҡалғаның яҡшыраҡ булыр ине, – тип ирен әрләп йөрөнө апай.
Яңы ғаилә үҙ тормошон ҡора башланы. Зөләйха апай, йәш булыуына ҡарамаҫтан, йорт эшен дә, колхоз эшен дә тырышып башҡарҙы. Ирен дә иркәләне, балаларын да ҡараны. Уларҙың өҫ-баштары таҙа, ә үҙе бик йыйнаҡ булды. Кеше һүҙенә төшмәне, ялған хәбәрҙәрҙе тыңламаны. Был йәш ҡатындың бағыуы, ихтирамы һәм ҡылығы Мөхәмәтдин ағайға бик оҡшаны шикелле.
Эй, һуғыш касафаты...
Йылдар ауыр килде, ашарға ла, кейергә лә юҡ. Ғаиләне тотоп килгән бер һыйырҙары бар ине, уға ла һалым ҙур. Хөкүмәткә бер нисә килограмм май, йомортҡа, йөн, тире биреп торҙолар. Хөкүмәт тарафынан “буштың атаһы үлде”. Аҡса түләмәнеләр. Ауыл халҡына һалым ошо сүрәттә ине. Был йөктө халыҡ аңлай ҙа, аңламай ҙа ине. Етмәһә, Мөхәмәтдин ағайға ташлап киткән ике балаһын да ҡарарға тура килде. Әлбиттә, ҡыҙғаныс хәл. Атайҙары булып та йәтим кимәленә етеп йөрөгән был ике баланы бик йәлләй инем. Ә әсәләре, барығыҙ атайығыҙға барып ашағыҙ тип, ҡыуып сығарып ебәрһә, балалар атайҙарына килде. Зөләйха апай ҙа уларҙы яҡын күрҙе. Килгәндәрендә, йылмайып ҡаршы алып, тамаҡтарын туйҙырып, әҙерәк булһа ла ҡулдарына тот-тороп ебәрҙе. Мин Зөләйха апайҙы ла йәлләй инем. Бигерәк сабыр ҡатын булды. Ни ҡылаһың, уның да ирле булаһы килгәндер инде! Эй, был һуғыш...
Бер биҙрә
бойҙай хаҡы!
Беҙҙең ауылда йорттар араһында кәртәләр булманы. Бөтә ауыл – бер ихата һымаҡ күренде. Күршеләр булғас, барыһын да күреп, ишетеп йөрөнөк. Бер заман Мөхәмәтдин ағай колхоздың келәт мөдире Нәғим ағай менән һөйләшеп, ҡараңғы төшкәс, өйөнә бер биҙрә таҙа бойҙай алып ҡайтты. Ниндәй килешеү булғандыр араларында – уныһын белмәйем. Тик шул уҡ төндә, милиция килеп, икеһен дә ҡулға алды. Бойҙайҙы урлағандарын, кемдер күреп ҡалып, милицияға еткергәндер. Нәғим ағай үҙе милицияға барып әйткән тип тә һөйләнеләр. Урлаған бойҙайҙы ҡабат келәткә илткәндәр. Ул орлоҡ бойҙайы булып сыҡҡан. Оҙаҡламай район үҙәгендә суд булды. Судта Нәғим ағай Мөхәмәтдин ағайҙы ғәйепләргә тырышҡан, ул урлап алған тип барған. Суд Мөхәмәтдин ағайҙы – 7 йылға, ә Нәғим ағайҙы 10 йылға ултыртырға хөкөм сығарған. Бындай ҡаты хөкөм ике ғаиләне лә тетрәндерҙе.
Зөләйха апай йөклө ҡалды. Тиҙҙән балаһы тыуҙы, балаға Хәкимйән тигән исем бирҙеләр. Зөләйха апай менән Мөхәмәтдин ағай йыш ҡына хат алышып торҙо. Балаһы тыуғас та, Зөләйха иренә хат яҙҙы, исем ҡушҡас, тағы ла яҙҙы. Мөхәмәтдин ағай ауыл хәлдәрен былай ҙа белеп торҙо. Элекке ҡатыны ла, балаларының иҫәнлеген белдереп, йыш ҡына хат яҙҙы.
1953 йылда Сталин үлгәс, амнистияға эләгеп, Мөхәмәтдин ағай срогын тултырмай, төрмәнән бер йыл алдан ҡайта.
Ә ун йылға ебәрелгән Нәғим ағай бер йылға һуңлап ҡайтты. Был кешенең яҙмышы ла бигерәк үкенесле һәм ҡатмарлы булып сыҡты. Һуғыштан бер ҡулын юғалтып, киткән йылында уҡ ҡайтты. Ҡайтҡас та уны келәт мөдире итеп ҡуйҙылар, сөнки ауылда уға яраҡлы башҡа эш булманы. Ғаиләһендә өс балаһы, ҡатыны, атаһы менән әсәһе йәшәне. Был ҙур ғаиләне аҫрауы зәғиф кешегә еңел булманы. Ҡулын юғалтыуын бик ауыр кисерҙе, етмәһә, оҙаҡ төрмәлә ултырып ҡайтты. Ҡайтҡандан бирле, Нәғим ағайҙың йылмайыуын ауылдаштары бер ҙә күрмәне. Ул гел бойоғоп йөрөнө. Бер ауылда йәшәп, Мөхәмәтдин ағай ҙа, Нәғим ағай ҙа бер-береһе менән аралашманылар, ҡапма-ҡаршы осрашһалар, ситкә боролоп үттеләр. Нәғим ағайға башҡа келәт эшен ышанып тапшырманылар. Колхоздың ат һарайында, ҡамыттарҙы, эйәрҙәрҙе йүнәтеп, септә бәйләп йөрөнө. Һыңар ҡулы менән был эштәрҙе нисек башҡарғанын үҙе генә белгәндер... Ә бер заман көтмәгәндә Нәғим ағай юғалды ла ҡуйҙы. Ике аҙнаға яҡын ауыл халҡы ла, милиция ла эҙләне. Инде табып булмаҫ тигәндә, колхоздың ат ҡараусыһы бер тайҙы эҙләп йөрөгәндә Нәғим ағайҙы тапҡан. Ауылға ҡаршы тау битендәге урманда, бер ҡайын ботағына аҫылынған булған. Ярай әле көҙгө һалҡын көндәр торҙо, боҙолмаған.
Ә Мөхәмәтдин ағайға колхоз ЗИС-5 маркалы йөк машинаһын ышанып тапшырғас, ул дәртләнеп кенә эшләй башлағайны, ошо ваҡиға арҡаһында ҡулға алдылар. Ярай әле, ғәйебе юҡ тип, кире ҡайтарҙылар.
Күҙ йәшен һөртөп алғаны әле лә хәтерҙә...
Тормош та әҙерәк еңеләйә башланы. Ауыл халҡы икмәккә лә туя биреп, ашлыҡты малға ла биргеләне. Сиҙәм ерҙәрен эшкәртеү кампанияһы беҙҙең районға ла килде, күп кенә колхоздар сәсеү яландарын киңәйтте. Халыҡтың кәйефе күтәрелде. Ауылдарға яңынан-яңы техника килә башланы. Мөхәмәтдин ағай ҙа яңы машинаға ултырҙы. Йәш шоферҙар ҙа уҡып ҡайтты. Зөләйха апай тағы ла өс бала тапты. Балалары берәм-берәм уҡырға төштө, өлкәне унынсыға барҙы.
Һуғыш осоро һәм унан һуңғы йылдар ҡатын кешенең һаулығына эҙемтә яһамай үтмәне. Зөләйха ауырый башланы. Тәүҙә ул ауырыуына иғтибар бирмәҫкә тырышты, арығанмындыр тип уйланы. Бөтә көсөн, ваҡытын балаларына, Мөхәмәтдиненә бирҙе. Яйлап-яйлап хәлһеҙләнде һәм... түшәккә ятты. Оҙаҡ ауырыны, балалары менән дә, ире менән дә бер нисә мәртәбә хушлашты хатта. Үҙенең теләктәрен, васыятын да әйтеп ҡуйҙы. Ләкин Аллаһы Тәғәлә уны үҙ янына алырға ҡабаланманы. Һуңынан район дауаханаһына һалдылар. Унда бер аҙ дауаланғас, Өфөгә ебәрҙеләр. Республика кимәлендә бик оҙаҡ дауаланды. Өйҙә ҡалған балалары, тәүге мәртәбә йәтимлектең нимә икәнен татынылар был саҡта. Атайҙары яндарында булһа ла, йорттарының ҡото булманы шул. Бешкән аш тоҙһоҙораҡ та, һалҡыныраҡ та, ә бүлмәләр ҡараңғыраҡ та күренде. Әсәләренең хәлдәрен дә белә алманылар, сөнки ул заманда ауылда телефон юҡ ине. Атайҙары бер мәртәбә Өфөгә барып ҡайтты. Ҡайтҡас, әсәйегеҙҙең хәле һәйбәт, тиҙҙән ҡайтаралар, тине. Балалар бик шатланды.
Бер көн төштән һуң Зөләйха апай ҡайтып төшмәһенме. Балаларҙың шатлығының сиге булманы. Барыһы ла әсәләрен ҡосаҡлап, шатлыҡтарынан иланы. Һуңынан көлөшә-көлөшә йортҡа ыңғайланылар. Ә Мөхәмәтдин ағайҙың, башын ситкә бороп, күҙ йәшен һөртөп алғаны әле лә хәтерҙә...
Бына шундай бормалы-бормалы яҙмыш кисерҙе күрше фронтовик ағай. Фронт һыҙығын үтте, дыуамалланды, балаларының тамағы тип бәләгә тарыны, һынауҙар аша үтте, әммә кеше булып ҡалды. Ә беҙ шулай кемдер атайлы, кемдер атайһыҙ булып та етем үҫтек!..
Риф ДӘМИНЕВ.
Читайте нас: