Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Май 2019, 13:25

БӨЙӨК ЕҢЕҮГӘ АРНАП

Стәрлетамаҡта байрам саралары гөрләп үтте!Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған сара “Мәңгелек ут” эргәһендә һуғыш һәм тыл ветерандары, ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм депутаттар ҡатнашлығында иртән һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Ветерандар-ҙы ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ихлас ҡотлап, уларға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне.

Ошонда уҡ уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан мәҡтәп уҡыусыларын йәш армиясылар сафына ҡабул иттеләр. Артабан иһә байрам сараһы Ленин һәйкәле янында дауам итте. Бында ҡунаҡтарҙы БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҡаршыһында «Үлемһеҙ полк» көтә ине. Меңәрләгән кеше – кемдер – атаһының, кемдер ағаһының, олатаһының фотоһүрәтен ғорур күтәреп урамдарҙан үтте был көндө. Акцияла ҡатнашыусылар төркөмө талғын ғына Жуков исемендәге паркка юлланды. Шуныһы ҡыуаныслы, оло йәштәге апай-ҙар менән был көндө портрет тотҡан кескәй генә балалар ҙа йәнәш атлауына шаһит булырға тура килде. Тимәк, йәнен һәм көсөн аямай тыныслыҡ, азатлыҡ өсөн һуғышҡан атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ хаҡында хәтер һаман да йәшәр әле.
«Йылдан-йыл ветерандар һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара, үкенескә ҡаршы, ошондай парадтарҙа уларҙың фотоларын ғына тотоп йөрөргә тура килә. Хөрмәтле ветерандарыбыҙға ваҡытында рәхмәт әйтеп өлгөрөргә тейешбеҙ» – тигән һүҙҙәр һәр сығыш яһаусының телмәрендә тиерлек яңғыраны. Ысынлап та, 9 Май – илебеҙ һәм һәр ғаилә тарихында айырым урын алып тора. Иң мөһиме: был көндө беҙ бер ҡасан да онотмаҫҡа һәм һәр саҡ иҫләргә тейешбеҙ!
Ҡалабыҙҙың барлыҡ мәҙәниәт усаҡтарында ла Бөйөк Еңеүгә арналған байрам концерттары гөрләп торҙо. Балалар ҙа, ололар ҙа, оҫталар ҙа, үҙешмәкәрҙәр ҙә һәр бейеүен, һәр йырын һәм һүҙен Бөйөк Еңеүгә арнаны, һәр сығышта шатлыҡ та, моң да, бер юлы һағыш та ярылып ята ине...
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: