Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Май 2019, 18:36

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов вафат булды.

Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. “Минең дуҫым китте. Яугир. Башҡорт халҡының ҡаһарман улы. Ул бик ҡаты ауырыны. Һуңғы минутына тиклем йәшәргә тырышты”, - тиелә унда.

Артур Әхмәтханов вице-премьер посына үткән йылдың октябрендә тәғәйенләнгәйне. Республика хөкүмәтендә ул хәүефһеҙлек, МЧС менән бәйләнеш, юстиция буйынса Дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәсьәләләренә яуаплы булды.
Хеҙмәт юлын енәйәтте тикшереү оперуполномоченныйы вазифаһынан башлай, Өфөнөң Орджоникидзе РУВД начальнигына тиклем үҫә. Республика ЮХХДИ-һын алты йыл етәкләй, 2005 йылдан 2008 йылға тиклем министр урынбаҫары, Башҡортостан Эске эштәр министрлығының йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы була.
2008 йылдан 2016 йылға тиклем -Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры була. Уның етәкселегендә бик күп енәйәттәр асыла.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм бик күп дәүләт наградалары менән бүләкләнә.
Читайте нас: