Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Май 2019, 13:44

Беҙҙе һуғыш сыныҡтырҙы…

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 74 йыл тулды. Һуғыш йылдарында үткән бала сағым йыш ҡына иҫемә төшә. Һуғыш башланғанда миңә ни бары дүрт йәш булған.

Ирҙәргә һәм 18 йәше тулған егеттәргә саҡырыу ҡағыҙҙары тараттылар. Әсәйҙәр һәм килендәр улдарын һәм ирҙәрен илай-илай һуғышҡа оҙатты. Улар китеү менән колхоз аттарын да һуғышҡа алдылар. Ул йылдарҙа комбайндар, тракторҙар юҡ ине әле. Һыйырҙары булғандар һабан тағып ер һөрҙө. Әсәй малҡай менән кис баҫыуҙан ҡайта, ә һыйырҙан ҡара тир аға. Әсәй һыйырҙы ҡосаҡлап илай һәм: «Был Гитлерҙы тиҙерәк дөмөктөрһөндәр ине!» – ти. Һыйыры булғандар еңелерәк йәшәне шулай ҙа.
Көҙ көнө арышты, бойҙайҙы ураҡ менән уралар ҙа һалам менән көлтәгә бәйләйҙәр, ә беҙ, балалар, көлтәләрҙе өйөп ҡуябыҙ. Унан һуң суҡмар менән һуғып иген алалар. Колхоз күп итеп картуф сәсә ине, беҙ уны утайбыҙ, күмәбеҙ, ул ваҡытта картуф кимергән ҡорттар юҡ ине әле, шуға уңыш мул, уны дәүләткә тапшырабыҙ.
Бөтә ашлыҡ дәүләткә китеп торҙо, ә үҙебеҙ ас инек. Ҡыш көнө ер аҫтында туңып ҡалған картуфты яҙ еткәс сүпләп алып, уға алабута ҡушып, ҡоймаҡ ҡоялар – шуның менән тамаҡ туйҙырабыҙ. Эй-й-й, ул йылдар. Уның тәме әле лә танау төбөндә. Яҙ көнө балтырғанды ла тоҡлап йыя инек. Дегәнәк, сөгөлдөр япраҡтарын һәм кесерткән ҡушып аш бешерҙек. Аслыҡты шулай еңдек!
Ауыр һуғыш йылдары булһа ла белемгә ынтылдыҡ, уҡырға тырыштыҡ. Уҡырға китап-дәфтәрҙәр булманы. Яҙышыу өсөн ҡара ҡоромдан йәки сөгөлдөр һутынан ҡара яһай торғайныҡ.
Һуғыш барғанда һәр кем фронтҡа ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Бейәләй, шарф, ойоҡбаштар бәйләп ебәрә инек. Һуғыш тамамланғанда мин Айҙарәле ауылында (Стәрлебаш районы) инем. Ҡыҙыл флагтар тотҡан уҡыусылар йырлай-йырлай урамдан үткәнен, өләсәйемдең калушын кейеп урамға сығып ҡарап ҡалдым. Олатай: «Теге дуңғыҙҙы еңгәндәрҙер», – тип урамға атылды. Һуғыш бөткән көн минең хәтеремә ошолай һеңеп ҡалған...
Бер саҡ ауылға табиптар килгән, улар бет тикшерәләр икән, халыҡ бетле ине бит.
Иҫтә ҡалған ваҡиғалар күп булды инде ул. Беҙ уҡырға төшкәс, ҡар яуғансы ялан аяҡ йөрөнөк. Октябрь айы, һыуыҡтар башланды. Бер көндө шулай дәрестә ултырғанда ҡар яуа башланы, ә беҙ... ялан аяҡ. Әсәйем шул саҡ калуш менән шәл алып килде. Әсәй үреп биргән сабатала ла аҙ йөрөлмәне инде. Урта мәктәпте тамамлағансы сабата кейеп уҡыным. Ни тиклем ауырлыҡтар күреп уҡыһам да бирешмәнем, тырыш булдым. Тәүҙә техникум, аҙаҡ институт тамамланым. Һуғыш беҙҙе сыныҡтырҙы ғына. Минең яҙмышта беҙҙең быуындың еңел булмаған яҙмышы сағыла.
Ғәлимә МӨХӘМӘТЙӘНОВА-ЙӘНБИРҘИНА.
Читайте нас: