Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май 2019, 13:02

Беҙҙең егеттәр һыр бирмәҫ!

Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш бара, Стәрлетамаҡ егеттәре лә һынатмай. Калининградтан башлап Алыҫ Көнсығышҡатиклем урынлашҡан хәрби частарға ҡалабыҙҙан йәмғеһе 350-нән ашыу егет оҙатыласаҡ. Бер төркөм буласаҡһалдаттарҙы тантаналы рәүештә Ҡала мәҙәниәт һарайынан да оҙаттылар.

Ил именлеген һаҡлау – борондан килән йола. Шул уҡ ваҡытта, донъя күреп ҡайтыу, сит яҡтарҙа дуҫлыҡ нығытып, яңы
һөнәр үҙләштереү – ғүмерлеккә етә. Хеҙмәт йылдарын бер кем дә онотмай, ундағы дуҫлыҡ, бербереңә терәк булыуҙар, төрлө ҡыҙыҡлы осраҡтар менән хәтерҙә ҡала. Ҡала кимәлендә ойошторолған һалдат оҙатыуҙың да үҙ йолаһы бар, ул
Г. Жуков паркында һәйкәлдәргә сәскә һалыуҙан башлана. Быйыл дә егеттәр был йоланы лайыҡлы үтәне.
Бер яҡтан моңһоу ҙа, тулҡынландырғыс та көндө Ҡала мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары
биҙәргә тырышты. Хәрби йырҙар, бейеүҙәр егеттәрҙе дәртләндерҙе һымаҡ,
сығыштар араһында БР-ҙың Хәрби комиссариаты начальнигы урынбаҫары Спартак Джикаев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы
һәм Стәрлетамаҡ районының хәрби комиссары Рәмил Хәйретдинов, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге
начальнигы Азат Күскилдин, Афғанстан ветераны Салауат Ғәлиев, Чечен Республикаһындағы ҡораллы бәрелештә
ҡатнашыусыларҙың «Набат» союзы рәйесе Александр Подобный телмәр тотто. – Һеҙҙе Башҡортостан егеттәре тип
әйтәсәктәр, беҙҙән киткән егеттәрҙе ныҡлы әҙерлекле юғары һалдаттар итеп беләләр. Ошо исемгә тап төшөрмәгеҙ,
– тигән теләктәр еткерҙе улар араһынан Афғанстан конфликты ветераны Салауат Ғәлиев. – Атай-әсәйҙәрегеҙҙе онотмағыҙ, улар өсөн иң ҙур бүләк – частан ышаныслы һалдат үҫтереү тураһында рәхмәт хаты алыу. Һәр кемегеҙ ҙә атай-әсәйҙәрегеҙҙе, лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеп, ошолай шатландырырға тырышһын, – тине республиканың төп хәрби комиссариаты вәкиле Спартак Сократович. Ир уҙамандарҙың һәр һүҙен, уртаҡлашҡан тәжрибәһен күңеленә һеңдергән
егеттәр билдәләнгән ваҡыт эсендә автомат һүтеп-йыйып күрһәтте, противагаз да кейеп ҡараны. Тамашанан һуң физик
әҙерлекте күрһәтеү мөмкинселеге лә булды, ҡаланың хәрби комиссариаты биләмәһендә нормативтар тапшырыу
ойошторолдо. Хеҙмәт итә башлағас, һалдаттарыбыҙ был көндәрҙе иҫләп йөрөр әле, иң мөһиме: бер йылдан ир ҡорона инеп,
иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар! Әйткәндәй, былтыр ошолай уҡ оҙатҡан егеттәрбеҙ әлеге көндәрҙә шат йылмайып ҡайта башланы ла инде.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: