Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май 2019, 13:26

Паспорттарға тап төшмәһен

«Мәңгелек ут» һәйкәле. Ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәренән йыйылған бер төркөм уҡыусы тулҡынландырғыс мәлде көтә – бөгөн улар паспортлы була!

Балалар яҡшы уҡыусылар ғына түгел, ә мәктәп, ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар ҙа. Мәҫәлән,
5-се гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Данис Мусин «Һалдаттың хәрби юлы», «Ватан юлдары буйлап» тигән
республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңгән. Беренсе кластан алып
бары тик «5»ле билдәләренә генә өлгәшә. Егеттең әсәһе – уҡытыусы, атаһы монтажсы булып эшләй
икән. Ейәненең ошо шатлыҡлы көнөн уртаҡлашырға Данистың өләсәһе Рәмилә Маннапова ла килгән ине.
Өләсәй кешегә ейәненең уңыштарына ҡыуаныуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы икән?
Әлбиттә, шундай һәләтле, илһөйәр йәш быуын үҫеп килеүенә ата-әсәләр генә түгел, власть органдары ла
сикһеҙ шат. – Киләсәктә лә һынатмағыҙ! – тип дәртләндерҙе Рәсәй Федерацияһының паспортлы иң йәш
граждандарын ҡотлағанда ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов. Ысынлап та, ҡайҙа
ғына булһалар ҙа паспорттарына лайыҡлы булып йәшәһендәр егеттәр-ҡыҙҙар!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: