Көмөш биҙәүес – матурлыҡ өсөн генә түгел! Әйтергә кәрәк, ағинәйҙәрҙең ижади эҙләнеүе күренеп тора. Һәр сығыштың
биҙәүестәргә бәйләп, йыр-бейеүҙәр менән аралаштырылып барыуы сараны сағыу һәм үҙенсәлекле итә. Мәҫәлән,
биҙәүестәрҙе нимә менән кейергә, уларҙың әһәмиәте, көмөш биҙәүестәр, аҫылташтар ниндәй дауалау көсөнә эйә, уларға бәйле мәҡәл-әйтемдәр, биҙәүестәр темаһына ҡоролған викториналар – быларҙың барыһы ла тамашасыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ағинәйҙәрҙең һәр береһе сәмләнеп үҙҙәренең маһирлығын күрһәтәтергә тырышты. Айырыуса 62- се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре башҡарған “Беләҙегем-йөҙөгөм” бейеүе байрамдың матур бер биҙәге булды тиергә була. Бик халыҡсан итеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас нәзәкәтлелек менән башҡарҙылар.
Был номер менән “Байыҡ” бейеү
конкурсында ҡатнашырлыҡ! Сарала 62-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балаларҙың да ҡатнашыуы – шатлыҡлы хәл. Онотолоп барған йолаларыбыҙҙы яңынан йәш быуынға күрһәтеү һәм өйрәтеү – маҡтауға лайыҡ. Йолаларҙы
бәләкәйҙән күреп үҫкән бала бер ҡасан да үҙ милләтенән, үҙ теленән тартынмаясаҡ, унда милли ғорурлыҡ тойғоһо көслө була. Бер кемгә лә сер түгел, совет власы дәүерендә динде ҡыҫырыҡлау менән бергә (йәнәһе, иҫкелек ҡалдығы тигән булып), милли йолаларыбыҙҙы, зәргәр биҙәүестәребеҙҙе лә онотторорға тырыштылар. Шөкөр, күп йылдар үтеүгә
ҡарамаҫтан, ошо матур йолаларыбыҙ, биҙәүестәребеҙ, төп нөсхәһендә булмаһа ла, халыҡҡа яңынан әйләнеп ҡайта. Хәҙер һатыуҙа уларҙың ниндәйе генә юҡ! Интернет аша ла табырға мөмкин.
Ғөмүмән, халыҡта милли үҙаң уяна. Күптәрәбеҙҙең театрға йәки концерттарға йөрөгәндә символик рәүештә генә булһа ла, милли үҙенсәлекте сағылдырған биҙәүестәр
тағып йөрөүенә хәҙер бер кем дә ғәжәпләнмәй. Хатта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинанан күреп, Кремлдәге башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренең милли биҙәүестәрен тағып йөрөй башлаған тиҙәр... Афарин! Зәргәр биҙәүестәр тураһында һүҙ сыҡҡас, уларҙың әһәмиәте тураһында ла иҫкә төшөрөп үтәйек. Элек-электән улар ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өсөн генә хеҙмәт итмәгән, тәү сиратта, яман көстән, күҙ тейеүҙән һаҡлаған. Еншайтан килмәһен тип, элек башҡорт ҡатындары көмөш һырғалар тағып, көмөш беләҙектәр, аҫыл ташлы йөҙөктәр кейеп йөрөгән. Хатта уны өй эштәрен
эшләгәндә лә сисмәгәндәр. Ә яҙ етеү менән ҡыҙ-ҡырҡын уҡалы еләндәр кейеп, түштәренә һаҡал-яғалар тағып,
сәстәренә сулпы-сәсмәүерҙәр үреп, Ҡыҙҙар тауына сығып, төрлө уйындар уйнар булған. Яҙғы уйындарҙың береһе
“Ҡарға бутҡаһы” тураһында әсәйем һағынып һөйләй торғайны. Алыҫ бала саҡҡа алып ҡайтты тәңкә сыңы!
Беҙ бала саҡта әбейҙәр генә түгел, хатта урта йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа (өлкәнерәктәр мәскәүләп тегелгән итәкле ваҡ ҡына биҙәкле күлдәктәр кейеп, яурынын ҡаплап торған яулыҡ ябынып), ҡулдарына йөҙөк-беләҙектәр кейеп, сәстәренә үрелгән көмөш тәңкәләрен сыңлатып, тирә-яҡҡа нур таратып йөрөй торғайны. Әсәйемдең көмөш тәңкәләрен сыңлатып атлап йөрөгәне иҫкә төшһә, әле лә йәнгә рәхәт булып китә... Был турала мин шиғыр ҙа яҙғайным:
... Әсәйемдең көмөш тәңкә сыңы
Алыҫ бала сағым иҫкә төштө
Һалҡын көҙҙә йылы яҙ булып...”, –
тигән юлдары әле булһа хәтеремдән сыҡмай. Әйткәндәй, әүәле хатта йүгән, эйәр, эйәр өҫтөнә ябыла торған балаҫ-япмаға
тиклем биҙәп эшләнгән булған. Биҙәүестәр байрамынан һуң, ғәҙәттәгесә, ағинәйҙәр әҙерләп килтергән тәмле-тәмле бәлештәр һәм башҡа төрлө ризыҡтар менән менән сәй табыны ойошторолдо. Ағинәйҙәр янында Аҡһаҡалдар ҡоро вәкилдәренең дә күренә башлауы хуплауға лайыҡ. Аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе шағир
Кәрим Булат яҙ, һөйөүгә арналған шиғырҙарын уҡып, күңелдәрҙе йәнә лә рухландырып ебәрҙе. Ул артабан
Аҡһаҡалдар ҡороноң лайыҡлы ағзалар менән тулыланыуын теләне. Халыҡ йырҙарын тел тейгеһеҙ оҫта
башҡарыусы Фуат Юнысбаевтың һирәк осрай торған халыҡ йырҙарын сәғәттәр буйы тыңлап ултырырлыҡ! Йырсы
йырҙы башҡарып ҡына ҡалмай, башта уның килеп сығыу тарихын һөйләп бирә. Бына шундай уникаль шәхестәр йәшәй
беҙҙең ҡалала! Ул быны республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙағы еңеүҙәре менән күптән иҫбатланы.
Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Ләйсән Йосопова сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм Стәрлетамаҡ Ағинәйҙәр ҡороноң ойошторолоуына биш йыл тулыуҙы юғары кимәлдә билдәләргә кәрәклеген дә әйтеп үтте. Ошо мәҡәләне яҙғанда күренекле актер һәм драматург, күп яҡлы талант эйәһе Илшат ағай Йомағоловтың: “Әгәр йолаларҙы белмәһәгеҙ, башҡорт халҡының ун һигеҙ томлыҡ ауыҙ-тел ижады (“Башҡорт халыҡ ижады”) йыйынтығы бар, һис тә булмаһа, шунан
уҡып өйрәнегеҙ!”, – тип шелтәләгәне иҫкә төштө. Йолаларҙы һанға һуҡмаған туң йөрәкле әҙәмдәргә йәне үрһәләнеп
әйтеүе булғандыр инде ағайҙың. Аллаға шөкөр, йолаларыбыҙҙы өйрәнерлек саралар үткәрелә килә. Шул уҡ ваҡытта, һүҙемде ослап, йәнә лә бер мөһим нәмәне әйтмәү мөмкин түгел. Ағинәйҙәр сәмләнеп, тырышып, матур сара әҙерләнгән. Әммә-ләкин тамашасыларҙың бик аҙ булыуы бер аҙ күңелде ҡырҙы. Ағинәйҙәребеҙ артабан да ижади эҙләнһендәр, халҡыбыҙ ынйыларын берәмтекләп йыйып, онотола барған йолаларыбыҙҙы, уйындарҙы тергеҙеп, килер быуындарға
еткереү бурысын лайыҡлы үтәһендәр тип теләргә ҡала.