Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2019, 00:55

Тоғролоҡ

Мәһәҙи умарталығында мәж килә ине был мәлдә. Ҡарсығының өс тапҡыр сәй эсергә саҡырыуын да ишетмәй, әллә ишетмәмешкә һалышып, һаман булыша бирә. Ни ҡылһын, ҡорт айырған мәл, йыраҡ китеп булмай. Һәр хәлдә, эш етерлек инде, тик бына йөрәк кенәһе “леберҙәп” тик тора. Шуға ҡарт бер аҙ арлы-бирле итеп ала ла, былтыр малайыменән әтмәләп ҡуйған аласыҡ-өйөнә инеп, ятып тора. Хәл ала ла йәнә “гөж” килеп торған умарталары янына сыға.

Эйе, уның умарталары гөжләп тора. Көслөләр. Ҡарай белә шул Мәһәҙи! Йәштән оҫта булды, әле һөйләшә белмәгән
мәленән үк тигәндәй, ҡорттар араһында ине, инәһе сағылып ҡуймағайың, тип орошоп та ҡараны, юҡ, тыңлата алманы. Хәйер, ата-бабаһынан ҡан аша күсә килгән оҫталыҡты, тартыу көсөн әрләшһәң дә, әрләшмәһәң дә, туҡтатып буламы икән? Кеше күҙенә күренмәҫ еп менән бәйле шул Мәһәҙи нәҫеле менән умарта ҡорто! Улар ҡортто яратты, ярата ҡорт уларҙы!
Ҡараны ла, файҙаһын да күрмәне түгел. Ана бит, балаларына нисек итеп ярҙам итте ул: береһенә фатир һатып алышып
бирҙе, икенсеһенә машина яңыртышты, хатта ейән-ейәнсәрҙәренә тиклем “нәҙек билкәйҙәрҙең” файҙаһын татыны.
Ә өҫтәлдән төшмәгән бал тураһында әйтеп тә тораһы түгел! Тик... уҡыттылар, үҫтерҙеләр ҙә, яландай ҙур өйҙәрендә
икәү генә торҙолар ҙа ҡалдылар.
Кинйә Фәниленең ҡылын тартҡылап ҡараны Мәһәҙи ҡарауын, тик кинйәһе башта ауылда эш юҡҡа һылтанды, хәҙер уңайлы
тормошҡа күнекте. Ярай әле уныһы, онотҡанда бер ҡайтып, умарталарҙы сығарыша, ҡараша.
...Тағы тотто. Яҙын район табибының: “Бабай, йөрәгең насар, үҙеңде һаҡларға кәрәк” тигәне иҫенә төшә лә бит, тик бынау
тиклем донъяны нисек ташлап, ошо матур көндө дауаханала ятмаҡ кәрәк?! Йәнә хәл алырға булды ҡарт, тамам
йығыла башлағас, күреген дә йығып тормай, аласыҡҡа йүнәлде. Ә Фатима һәр ваҡыттағыса ярым шаяртып: “Умарталығыңа килеп еткәнсе өс йөҙ аҙым атларға кәрәк” тип әрләшә-әрләшә килеп еткәндә Мәһәҙиҙең үле кәүҙәһе һыуынып
бөтөп бара ине инде... Иртәгәһен мосолманса йәһәтләп оҙатып та ҡуйҙылар. ...Фәнил отпуск ялын ауылда үткәрергә
булды һәм умарталарын бер сама итеп, һатырға кәрәк тигән уйға килде. Тик, ҡараштырайым тип умарталыҡҡа килһә, умарталар буп-буш булып сыҡты. Тәү сиратта: урлағандар тигән уй килде! Улай тиһәң, умарталар ултыра бит. Сит ерҙән
килтергән ҡорттарҙың башҡа умарталарҙы талап, ҡорттарҙы үҙҙәренә алып китә тигәнен ишеткән бар ине уның, быға
тиклем ышанманы. Күрәһең, уларҙың эше. Мәтеле буйындағы йүкәлектә күпме ситяттарҙың умартаһы теҙелгән – шуларҙың
ғына эше!
Умарталыҡты бер сама йыйыштырып ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы. Йорт тирәһендә ҡулына эш бармағас, әсәһе
ҡушыуы буйынса, Фәнил зыяратҡа, атаһының ҡәберенә сәскә ултыртырға йүнәлде. Ана, әллә ҡайҙан күренеп тора
яңы ҡап-ҡара тупрағы өйөлөп ятҡан ҡәбер. Яйлап Фәнил атаһының һуңғы төйәгенә яҡынлашты һәм ундағы хәлгә шаҡ ҡатты: ҡәбер өҫтөндә меңәрләгән ҡорт “гөж” килә ине...
Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: