Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2019, 12:56

Миҙалдарын сыңлатып, бейене ветерандар!

«Ветеран» халыҡты хеҙмәтләнереү үҙәгендә һуғышта ҡатнашыусылар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары өсөн Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан үткәрелгән матур сарала йәш быуынға өлгө булырҙай күренешкә тап булырға тура килде.

Туҡһанды уҙған һуғыш ветераны Зөфәр Нагаев алыҫта ҡалған хәтирәләре менән уртаҡлашып, нисек итеп
Европаны азат итеүҙәре тураһында һөйләп кенә ҡалманы, барыһын да һоҡландырып, егеттәр һымаҡ еңел итеп бейергә төшөп китте. Ғөмүмән, байрам тәьҫорттарға бай булды. Сарала Стәрлетамаҡ ҡала ветерандар советы рәйесе
Тәлғәт Ғәбитов, ветерандарҙы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 74 йыллығы менән ихлас ҡотлап,
шуныһын да билдәләп китте: – Ә бит ҡалабыҙҙа ни бары 61 һуғыш ветераны ҡалған,
уларҙың һәммәһе, башҡа пенсионерҙарыбыҙ ҙа байрам мәлендә генә түгел, һәр ваҡыт иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын
ине, – тине ул. Урындағы Халыҡты социаль яҡлау үҙәге етәксеһе Ғәли Шаһиморатов иһә ветерандарҙың артабан
да бирешмәй йәшәүҙәрен теләне. Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты вәкиле Алевтина
Карпова ветерандарҙы комбинат директоры, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты
Юлия Герасимова исеменән ҡотлап, һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәрҙе бер минут
тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итте. Был минуттарҙа һәр йөрәк үҙенең һуғышта ҡатнашҡан туғанын, яҡынын иҫләп типкәндер, тип уйлайым. Сөнки беҙҙең илдә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Сараны музыкаль йәһәттән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәүҡәт Харисов һәм 1-се музыка мәктәбенән Әнисә Исмәғилова етәкселегендә баянсы уҡыусылар биҙәне. Әйткәндәй, уҡытыусы үҙе лә һуғышта яҡындарын юғалтҡан өләсәһенең яҙмышы
тураһында уртаҡлашты. Ветерандарҙы бергә йыйып, был сараны йыл һайын үткәргән халыҡты хеҙмәтләндереү
үҙәге директоры Лилиә Атйетәрова һәм уның тынғыһыҙ коллективына, әлбиттә, айырыуса рәхмәт. Эйе, кемдер
уларҙың эштәре шул, тиер. Ә бит байрамды юғары кимәлдә үткәрер өсөн бында йәшәгән һәм ҡала буйынса ҡунаҡҡа
саҡырылған ветерандарҙың һәр береһенең күңелен күрер өсөн күпме әҙерлек алып барыуҙы улар үҙҙәре генә белә.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: “Риком” компанияһы, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты сараны ойоштороуҙа ғына
ҙур өлөш индереп ҡалманы, ветерандарға “Ашҡаҙар” гәзитен дә бүләккә яҙҙырҙы. Сараның Пионерҙар һарайынан килгән уҡыусыларҙың асылмалар бүләк итеүе менән тамамланыуы байрамға айырыуса мәғәнә өҫтәне – дәһшәтле йылдар йәш быуын күңелендә лә һаҡлана!
Римма ҒӘЛИМОВА
Читайте нас: