Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2019, 17:29

Йомоҡ күҙҙәр менән йөрөп ҡарағыҙ...

Ҡала хакимиәтендә «Күреү буйынса мөмкинлектәре сикле булған кешеләр өсөн уңайлы мөхит» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл»дә әйтелде был һүҙҙәр.

“Түңәрәк өҫтәл”дә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты Римма Баталова сарала ҡатнашыусыларҙы һуҡырҙарҙың пробле-маларына нығыраҡ төшөндөрөү өсөн шулай тип өндәште. Унда шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала советы депутаттары, ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, Башҡортостан һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Юрий Акшенцев, урындағы һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Наил Мамаджанов ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, һуҡырҙар атаған мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәре 2016 йылда уҡ күтәрелгән булған, тик әлегәсә әллә ни алға китеш булмаған. Ә бит уйлап ҡараһаң, күреү буйынса инвалидтар әллә ни күп нәмә лә талап итмәй, бары үҙҙәре йәшәгән Дуҫлыҡ, Свердлов, Нахимов, Революцион урамдарындағы 2-се ҡала дауаханаһы поликлиникаһына юлланғанда йәйәүлеләр өсөн юлдарға асфальт түшәүҙе, “Мунса” туҡталышында тәртип урынлаштырыуҙы, телгә алған поликлиниканың бүлмә ишектәренә һуҡырҙарҙар аңларлыҡ шрифта яҙыуҙарын, маршруткаларҙың уларға иғтибарлы булыу-ҙарын ғына һорағандар.
Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә… Уртаға һалып һөйләшеү һөҙөмтә бирҙе, ахырыһы. Һәр хәлдә, мәҫәлән, 2-се дауаханала мөмкинлектәре сикле булған граж-дандарға уңайлы шарттар тыуҙырыласағы хаҡында вәғәҙә ителде. Ҡалған проблемалар ҙа оҙаҡ көттөрмәй хәл ителер тип ышанғы килә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: