Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2019, 13:06

Алла бойорһа...

Миләүшәнең әсәһе килергә тейеш ине бөгөн. Шуға ваҡ-төйәк эштәрен иртәнге рәттәрҙә үк ослап, ҡәҙерле кешеһен ҡаршы алырға йыйынды. Хәйер, эштәре тип, ул бит бөгөндән декрет ялында. Барлыҡ эше иркен һәм бөхтә фатирын тәртиптә тотоуға ҡайтып ҡала инде. Ул-был иткәнсе, әсәһе лә килеп төштө. Уны ҡаршылап, бер-береһенең арҡаһынан яратып алғандан һуң, Миләүшә, тәмле итеп бешеп килгән өйрәк әҙер булғансы тип, ҡунағына ҡул йыуырға ҡушып, күҙ йомған арала тигәндәй, сәй ултыртты.

– Әсәй, әйҙә сәй эсеп алайыҡ, бер сәғәт тә үтмәҫ, үҙең күстәнәскә биреп ебәргән өйрәк һурпаһынан ауыҙ итербеҙ, – тип саҡырҙы табыны янына ҡунағын.
Әсәй кеше балаһын төҙәтә һалды:
– Алла бойорһа, тип һөйләш балам.
– Эй әсәй, шулай тиһең дә ҡуяһың, бер сәғәттән ашай торған ашҡа ла Алла бойорһа тип әйтергәме ни?
– Бер минуттан һуң ҡыла торған ғәмәлгә лә, балам.
– Бер сәғәт һә тигәнсе үтә лә китә ул...
Әсә менән ҡыҙ бер-береһенә ҡарап сәй табыны артында, газда талғын ғына утта ҡайнаған өйрәк һурпаһының тәмле еҫе тәьҫирендә тыуасаҡ бала, себерҙә эштә йөрөгән “кейәү балаҡай”, ҡалалағы, донъялағы хәлдәр тураһында әңгәмәгә күсте. Инде ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан ул мәшәҡәте осланыуға залға сыҡтылар. Йомшаҡ диванға килеп ултырғайны ғына, Миләүшә эсен тотто. Әсәһе шул уҡ секундта һиҙҙе эштең нимәлә икәнлеген. Ваҡыты еткән.
– Балам, “Скорый”ҙы саҡыр.
– Әле ваҡыты етмәгән бит әле, әсәй, – ҡыҙы үҙенекен ныҡышты. Тик эш тора-бара барыбер ҙә “ашығыс ярҙам”ға барып етте. Әсмә ашты үҙе, ҡыҙын оҙатҡас, бешереп бөттө. Шулай ҙа уны Миләүшә ауыҙ итә алманы. Бала ауыр килеп, янына инеү түгел, әйбер бирергә лә рөхсәт итмәнеләр.
...Бына ул бәхетле минуттар! Әсә кеше тәүге тапҡыр балаһын ҡосто! Ипләп кенә уның ҡолағына шыбырҙаны:
– Балам, Алла бойорһа, хәҙер ашап алырбыҙ.
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: