Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2019, 13:29

Бына ул ниндәй беҙҙең йәй!

Каникулды нисек хәүефһеҙ үткәрергәЙәй яҡынлаша. Йөҙ меңдәрсә мәктәп уҡыусыһы өсөн уҡыу йылы тамамланды. Алда – өс ай ял! Таңғы сәғәт алтыла торорға, дәрес әҙерләргә, алгебранан мәсьәләләр сисергә һәм айырымланған эйәрсән киҫәктәр хаҡында ҡағиҙә ятларға кәрәкмәй. Каникул бит! Бөгөнгө яҙмабыҙ – көтөп алған осорҙо мөмкин тиклем хәүефһеҙ һәм уңышлы уҙғарыу, матур мәлде күңелһеҙ ваҡиғалар менән боҙмау хаҡында.

Фатирҙа...
- Уйын – уйын менән, ә ябай ғына хәүефһеҙлек саралары тураһында бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Балаларға шырпы, үтек йәки эҫе һыу арҡаһында тәнде бешерергә, бысаҡ менән яраланырға, дарыуҙарҙан – ағыуланырға, розеткаға ярамаған әйбер тығып, токтан һуғылырға мөмкин икәнен аңлатығыҙ.
- Таныш түгел кешеләргә, улар үҙҙәрен туған йәки дуҫ тип әйткән хәлдә лә, ишек асмаҫҡа өйрәтегеҙ. Ишек йәки домофон аша мөрәжәғәт итһәләр, «Атайым йоҡлай, уятмаҫҡа ҡушты» йәки «Минең асҡысым юҡ» тип яуаплаһын.
- Асыҡ тәҙрә, лоджия йәки балкон – бәләкәстәр өсөн ҙур хәүеф сығанағы. Бер минутҡа иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтһәгеҙ, бала тәҙрә төбөнә менергә, асыҡ тәҙрәгә яҡын килергә, һаҡлағыс сеткаға таянырға мөмкин. Москит сетканы нисек кенә нығытһағыҙ ҙа, ул баланы ҡолап төшөүҙән һаҡлай алмай. Бәләгә тарымаҫ өсөн тәҙрәләрҙе вертикаль рәүештә генә асып елләтегеҙ.
- Электр һәм көнкүреш приборҙары – йәшәйештә алыштырғыһыҙ ярҙамсылар, әммә һаҡһыҙ ҡыланһаң, улар үлемесле хәүеф сығанағына ла әйләнеүе ихтимал. Әгәр ҡорамал розеткаға тоташҡан икән, даими иғтибар талап итә. Ҡағиҙәләр бик ябай:
- электр приборҙарын еүеш ҡул менән тотмағыҙ (был люстра һәм лампочкаларға ла ҡағыла);
- бер розеткаға бер нисә ҡорамалды бергә ҡуймағыҙ;
- боҙоҡ приборҙар менән ҡулланмағыҙ;
- тәүҙә электр селтәренә тоташығыҙ, һуңынан ғына приборҙы эшләтегеҙ.
Янғын ваҡытында...
- Өйҙән сыҡҡанда шырпы һәм башҡа ут тоҡандырғыстарҙы балаларҙан йәшереп китегеҙ. Ацетон, бензин, спирт кеүек тиҙ яныусан шыйыҡсаларҙы, шулай уҡ бенгаль уттарын, шартлатҡыстарҙы, шәмдәрҙе бәләкәстәрҙең буйы етмәгән урында тотоғоҙ. Ут менән шаярыуҙың ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе хаҡында даими һөйләп тороғоҙ.
- Әгәр янғын башланһа, йәһәтерәк фатирҙан сығыу яйын ҡарағыҙ. Күршеләрегеҙҙән телефон аша янғын һүндереүселәрҙе саҡырыуын һорағыҙ. Әгәр төтөн коридорҙан килһә, берүк ишекте аса күрмәгеҙ. Атай-әсәйегеҙгә шылтыратығыҙ йәки балконға сығып, кешеләрҙән ярҙам һорағыҙ.
- Әгәр ярҙамға мохтаж булһағыҙ, оялмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, кеҫә телефонынан 112 хеҙмәтенә шылтыратығыҙ (телефонда аҡса, сим-карта булмаған осраҡта ла шылтыратырға мөмкин).
- Әгәр ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтыратһағыҙ, исем-шәрифте, ҡайҙа нимә булыуын, ниндәй ярҙам кәрәклеген әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, «Минең исем-фамилиям – Вася Иванов, мин Сиңерткәләр урамындағы 1-се йортта йәшәйем, ҡаршылағы биш ҡатлы йортта фатир яна». Ул саҡта диспетчер ғәҙәттән тыш хәл урынына ниндәй машина ебәрергә кәрәклеген һәм был шылтыратыуҙың балалар шаяртыуы түгеллеген белә аласаҡ.
- Үкенескә ҡаршы, барлыҡ шылтыратыуҙарҙың 80 проценты – ялған. Күптәр быны ниндәйҙер насарлыҡ ҡылырға теләүҙән йәки эшһеҙлектән йонсоп эшләмәй. Ҡайһы бер саҡта балалар ғына түгел, ололар ҙа һыу парын йәки ниндәй ҙә булһа эш барышындағы төтөндө янғын менән бутай. Балаларға «Тиҙ ярҙам», янғын һәм башҡа хеҙмәттәрҙе шаяртып саҡырырға ярамағанлыҡты аңлатығыҙ, бының өсөн атай-әсәйҙең кеҫәһенән арыу ғына аҡса сығасаҡ. Законға ярашлы, был осраҡта 1500 һумға тиклем штраф ҡаралған. Ә бына «мәктәпкә бомба һалыныуға» бәйле шаяртыу өсөн бер нисә йөҙ мең һумлыҡ штраф һалыуҙары йәки һаҡ аҫтына алыуҙары ихтимал. Табиптар, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар ялған шылтыратыу буйынса йөрөгән мәлдә кемдер ысынлап та уларҙың ярҙамына мохтаж булыуы бар.
Урамда...
Балаларға аңлатығыҙ, ниндәй генә хәл тыумаһын, түбәндәгеләрҙе эшләргә ярамай:
- Ололарһыҙ урманға, тимер юл буйына, йылғаға, күлгә йәки быуаға барырға, бигерәк тә һыу инергә һәм сумырға. Йәй дауамында Башҡортостанда тиҫтәләрсә бала батып үлә, уларҙың барыһы ла һәйбәт йөҙә беләм тип һанай.
- Таныш булмаған кешеләр менән һөйләшергә, уларҙың машинаһына ултырырға. Улар кәнфит менән һыйларға, эт йәки бесәй балаһын ҡарарға йәки эҙләргә, «кинола төшөргә», компьютер уйындары уйнарға тәҡдим итеүе ихтимал. Балағыҙға «юҡ» тип әйтергә өйрәтегеҙ – бер кемгә лә ярҙам итергә кәрәкмәй. Был уның ғүмерен ҡотҡарып ҡаласаҡ. Үҙегеҙ генә белгән пароль уйлап сығарырға мөмкин: атай йәки әсәй сит кеше аша берәй нәмә хаҡында һораһа, иң тәүҙә мотлаҡ пароль әйтелә. Был хәл-күренеште өйҙә бер нисә тапҡыр ҡабатлап ҡарағыҙ.
- Берәҙәк хайуандарҙы һыйпарға, улар менән булышырға. Эйе, бесәй балалары, эт көсөктәре шундай матур, ә ҡайһы берҙә йәл. Әммә берәҙәк хайуандар йыш ҡына ҡотороҡ кеүек сирҙәрҙе таратыусы ла һәм ситтән ҡарағанда был бер нисек тә беленмәй. Әгәр ауырыу йәнлек тешләһә, бик күп укол һаласаҡтар.
- 17 йәшкә тиклемге балаларға һәм үҫмерҙәргә төнгө 12-нән иртәнге 6-ға тиклем атай-әсәйһеҙ йөрөргә ярамай (ҡышҡыһын 22.00 сәғәттән). Бының өсөн ата-әсәләргә 3000 һум штраф һалына.
- Баланың ҡайҙа, кем менән йөрөүен белер өсөн смарт-сәғәт һатып алығыҙ. Хаҡы әллә ни ҡиммәт тә түгел – иң ябайҙары 1500 һум самаһы тора. Уның ярҙамында һеҙ балағыҙҙың ҡайҙа йөрөүен белеп торасаҡһығыҙ, ә ҡайһы бер сәғәттәр һиҙҙермәй генә фото төшөрөү, тирә-яҡтағы тауыштарҙы тапшырыу мөмкинлегенә эйә.
Юлда...
- 14 йәшкә тиклем автомобиль юлында – велосипедта, ә 16 йәшкә тиклем скутер йәки мопедта йөрөргә ярамай.
- Китап йәки интернет ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм билдәләрен өйрәнегеҙ. Бөтә йәрәхәттәр араһында урамда, транспорт арҡаһында алынғандары иң ҡурҡыныстарҙың береһе һанала, шуға күрә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәр кем белергә һәм үтәргә тейеш. Урам аша светофорҙың йәшел төҫөнә генә үтергә, тәүҙә – һул яҡҡа, һуңынан уң яҡҡа ҡарарға кәрәк. Машина артына барып баҫмағыҙ, автобусты – тик арт яҡтан, ә трамвайҙы ал яҡтан урап үтегеҙ. Был ҡағиҙәләрҙе бала «ике икең – дүрт» тигән кеүек белергә тейеш.
- Ҡараңғы мәлдә бала юлда шәйләрлек булырға тейеш. Бының өсөн кейеменә яҡтылыҡты сағылдырыусы махсус билдәләр ҡуйығыҙ. Улар хужалыҡ тауарҙары магазиндарында, супермаркеттарҙа һатыла. Хаҡтары ла арзан ғына.
Читайте нас: