Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2019, 12:41

Хеҙмәт емеше – татлы!

Кескәй генә йөрәктәргә оло ҡыйыулыҡ, талант һыйҙырып була, тап шул мәлдәр уларҙы ижади үҫтерә, ә беҙҙе емештәребеҙ менән һоҡландыра, ғорурландыра!

Беҙ, 5-се балалар баҡсаһы педагогтары, тәрбиәселәре булараҡ, быйыл да ошо һүҙҙәребеҙгә тоғро ҡалып, иғлан ителгән “Рәсәйҙә – театр йылы”на бағышлап, 7-се төркөм тәрбиәләнеүселәре менән В. Сутеев ижад иткән “Бер тоҡ алма” әкиәтен сәхнәләштерҙек.
Балаларҙың һәләттәрен, ижади ҡомарҙарын баһалау, тәү сиратта, ата-әсәләргә йөкмәтелде, улар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” иғлан ителде. Оҫта декорация, матур, сағыу костюмдар, дәртле музыка, залда – иң яратҡан тамашасы, балаларҙы тағы ла дәртләндереп, ғорурландырып, сәмләндереп ебәрҙе! Йәш таланттар, һәр ҡайһыһы үҙ ролен оҫта башҡарып, үҙ геройына тоғро ҡалып, бирелеп уйнаны! Йөҙҙәрендә тамсы ла тулҡынланыу һиҙҙермәй, шатлыҡ тулы күҙҙәр менән атҡарып сыҡты үҙ эштәрен маһир ҡыҙҙар һәм малайҙар! Был уңыштарына яуап итеп һәр балаға рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды!
Бәләкәй генә сәхнә тормошо ла һәр баланы рухи яҡтан байыта, берҙәм булырға, дуҫлыҡ ептәрен нығытырға ярҙам итә, шәхес булараҡ асылырға, үҙ көстәренә ышанырға мөмкинлектәр бирә! Әкиәттең изгелекле эстәлеге лә, ямандан яҡшыны айырырға, ярҙамсыл булырға, асыу тотмаҫҡа, һәр ваҡытта ла рәхмәтле була белергә өйрәтә!
Театрлаштырылған тамашабыҙ балалар баҡсаһы сәхнәһе менән генә сикләнеп ҡалманы, ҡала кимәлендә ойошторолған “Театр һәм балалар” фестивалендә ҡатнашып, әүҙем ҡатнашыусылар сертификатына лайыҡ булды йәш таланттар! Балаларҙың баһалаусылары – ата-әсәләр яғынан да бик күп йылы һүҙҙәр ишетелде:
– Ҙур ҡәнәғәтләнеү, шатлыҡ алып килде был тамаша беҙҙең ғаиләгә. Ә иң мөһиме, балаларҙың шатлыҡ тулы янып торған күҙҙәре өсөн рәхмәт, –тине, мәҫәлән, Анна Ермолева.
– Шул тиклем ойоштороу кимәле юғары булыуы хайран ҡалдырҙы! Балаларҙың үҙҙалылығы, ышаныслы сығыш яһауҙары, берҙәм булыуҙары, сәхнә уйы-нына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауҙары, ойоштороусылар тара-фынан бик ҙур эш башҡарылыуы хаҡында һөйләй. Балаларыбыҙ өсөн түккән көс, биргән дәрт, күңел йылыһы өсөн тәрбиәселәребеҙ Зилә Арыҫлановаға, Эльвира Аллабирҙинаға, уҡытыусы-дефектолог Алһыу Әбделвәлиеваға, музыкаль етәксе Любовь Жамковаға афарин! – тип дәртләндерҙе икенсе әсә Рима Ибраһимова.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, балаларға маяҡ булып торған, уларҙы дәртләндереүсе, әйҙәүсе, яратыусы атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә, беҙҙең эштәребеҙҙе һәр саҡ дәррәү күтәреп алып бар яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер торғандары өсөн, айырым ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Уларҙы беҙ һәр ваҡытта ла башҡаларға үрнәк итеп ҡуябыҙ! Бала күңеленә, йөрәгенә бәләкәй саҡтан уҡ матурлыҡ, яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтарын сәсеү, тәрбиәләү – тәрбиәселәрҙең ата-әсәләр менән йәнәшә алып барған оло бурысы, хеҙмәте! Йән һөйгән хеҙмәтеңдең емеше лә балдай татлы була, барығыҙға ла ошондай хистәр менән янып йәшәргә, эшләргә яҙһын!
А. АБДЕЛВӘЛИЕВА,
З. АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас: