Күптән түгел генә уларҙың йәйге ялына бағышланған программа эшләнде һәм уның буйынса тәүге күңел асыу, ял, спорт ярыштарынан торған саралар ойошторола башланы. Балаларҙы яҡлау көнөнә лә “Баласаҡ байрамы” ойошторҙоҡ, балаларға ҡунаҡҡа Бим менән Игрулька исемлек клоундар килеп, тамашаны байытып китте. Шулай уҡ балалар спорт уйындарында ҡатнашып та еңеүҙәргә өлгәште. Ә балалар баҡсаһының медицина белгесе Фатима Әхмәтова малай-ҡыҙҙарға беренсе ярҙам күрһәтеү серҙәрен өйрәтте. Ысынлап та, күңел асыу, белем алыу ғына түгел, балаларҙың һаулығы ла мөһим бит. Бигерәк тә йәйге айҙарҙа һыуҙа, эҫе ҡояшта һаҡланыу тураһында ла кескәйҙәргә өйрәтеү мөһим тип уйлайбыҙ. Уларҙы бар яҡтан да һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ!
Ошо байрамда беҙ балаларҙың үҙҙәренә бала саҡ тураһында төрлө һорауҙар менән дә мөрәжәғәт иттек. Һеҙҙең иғтибарға иң ҡыҙыҡлыларын тәҡдим итмәксебеҙ.
– Баласаҡ ул бәләкәй булған ваҡытта. Мин хәҙер ул ваҡыттан үтеп киттем инде, ҙурайҙым. Ә бәхет ул үҙең өсөн күңелле булған ваҡыт. Иптәштәрем менән уйнаған саҡта миңә бик күңелле.
– Атай-әсәйҙәрең һине ҡарағанда, һине ашатҡанда, балалар баҡсаһына алып барып алып ҡайтҡанда, йоҡларға һалғанда баласаҡ була. Ә бәхетле булыу ул бай һәм бик күп аҡсаң булғанда, диңгеҙгә барып булғанда.
– Баласаҡ ул – балалар бала булған саҡта. Ә бәхетле баласаҡ ул күңелле булырға тейеш. Ә миңә күңелһеҙ, сөнки минең ҡустым юҡ.