Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь 2019, 12:49

Милли роуминг бөтөрөлдө

Кәрәҙле элемтә операторҙары милли роумингты бөтөрә башланы. Роумингтың бындай төрө операторҙың сит төбәктә үҙенең селтәре булмаған осраҡта ғәмәл-ләшә һәм автоматик рәүештә икенсе операторҙың селтәренә тоташтырыла.

2018 йылдың декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин милли роумингты бөтөрөү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Ул 1 июндән үҙ көсөнә инде. Ошо көндән алып ил биләмәһендә бөтә операторҙарҙың селтәрендә килгән шылтыратыуҙар бушлай булырға тейеш.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, бушлай шылтыратыуҙар автоматик рәүештә бөтә тариф пландарында ғәмәлдә була һәм өҫтәмә хаҡ, льготалы опцияларға тоташтырыуҙы талап итмәй. Үҙең шылтыратҡанда, шулай уҡ смс-хәбәр һәм мобиль интернетҡа хаҡ үҙгәрмәй.
Шуның менән бергә, Дмитрий Медведев эске селтәр роумингын бөтөрөү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы, кәрәҙле элемтә операторҙары яңы эш стандарттарына күсте, тип билдәләнде. Ошоға бәйле, хәҙер ил буйлап йөрөү күпкә осһоҙораҡҡа әйләнде.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: