Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июнь 2019, 10:31

Балаларҙың йәйен нисек йәмле итергә

Ниһайәт, йәй етте! Балалар өсөн иң матур мәл – көнө буйы рәхәтләнеп ял итергә, уйнарға, дуҫтар менән аралашырға мөмкин. Йәйге каникул мәлендә күңелһеҙ ваҡиғаларға юл ҡуймаҫ өсөн иң ябай, әммә әһәмиәтле тәҡдимдәрҙе тупланыҡ.

Һыу инеү имен үтһен 1) Балалар белергә тейеш иң төп ҡағиҙә – бер ҡасан да йөҙә белгән ололарҙан башҡа һыу инергә бармаҫҡа! Хатта бассейнда йөҙә белгән хәлдә лә. Йылға, күл, быуа – бихисап хәүеф сығанағы. Һыу төбөндә ағас
тамыры булып, ҡаза күреүегеҙ ихтимал йәки өйрөлтмәккә, көслө ағымға эләгеп ағып китеүегеҙ бар.
2) Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы һайлағыҙ. Улар һәр районда һәм ҡалала бар. Рәсми
рәүештә теркәлеп эшләгән пляждарҙа яр буйын ғына түгел, һыу төбөн дә таҙарталар, уларҙа даими рәүештә ҡотҡарыусылар дежур итә. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа махсус йыһазландырылған пляждарҙа кешеләрҙең
һыуға батып үлеүенә бәйле бер генә осраҡ та теркәлмәгән. Ә бына «ҡырағай пляждарҙа» йылдың-йылы кешеләр һәләк
була. Мәҫәлән, былтыр 86 кеше батып үлгән, шуларҙың өсәүһе – бала. 3) Әгәр һыуҙа үтә оҙаҡ булһаң, тән,
бигерәк тә аяҡтар тартыша башлауы ихтимал. Балаларға был хәлдән ҡотолоу алымдарын өйрәтегеҙ: тәрән итеп тын алып,
баш менән вертикаль рәүештә һыуға сумып, аяҡтың баш бармаҡтарын ныҡ итеп тотоп, үҙеңә табан тартырға кәрәк. Тән тартышыу үтеү менән ярға табан йөҙөргә, кибенеп йылынырға һәм ял итергә кәрәк. 4) Балағыҙға аңлатығыҙ: батып барыусыны йөҙә белгән кеше генә ҡотҡарырға тейеш. Юғиһә, уның үҙенә ҡотҡарыусы кәрәк буласаҡ. Ҡотҡарыу алымдарын да белеү зарур: батып барыусының арҡаһы яҡлап йөҙөп килеп, һыуға сумып, уны ҡултыҡ аҫтынан бер ҡул менән уратып тоторға һәм ошо уҡ ҡул суғы ярҙамында бәлә күреүсенең йөҙө һыуҙан өҫтәрәк булыуын тәьмин итергә кәрәк. Был күнекмәне яр башында ҡабатлап ҡарағыҙ. Әлбиттә, батып барыусыға тотоноп тороу өсөн ҡотҡарыу ҡулсаһы ташлау –
һөҙөмтәлерәк сара. Бер-ике кеше уны ярға сығарып, тәүге ярҙам күрһәткән арала, берәйһе ярҙам артынан барып килһен!
5) Балаларға һалдан, пристандән йәки башҡа ҡоролмаларҙан, тәрәнлек билдәле булмаған урындарҙа һыуға һикерергә
ярамауын аңлатығыҙ. Баш менән ҡомға, балсыҡҡа бәрелергә мөмкин. Пляжда билдәләнгән сиктән аша сығырға, катер,
пароходтарға яҡын йөҙөп барырға ярамай, сөнки улар янында ғәҙәттә өйрөлтмәктәр, тулҡындар һәм ағымдар барлыҡҡа килеүсән.
БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ
Диана ВӘЛИЕВА, Республика балалар клиник дауаханаһының табиппедиатры: 6) Нисә йәштә булыуына ҡарамай, махсус
һаҡлағыс саралар ярҙамында баланың наҙлы тиреһен ҡояш нурында яныуҙан һаҡлағыҙ. Бер йәшкә тиклем бәләкәстәрҙе төрлө асыҡ һыу ятҡылыҡтарына төшөрөү тыйыла. Әгәр сәйәхәткә юлланырға уйлаһағыҙ, участка
педиатры менән кәңәшләшегеҙ. 7) Һыу инеү өсөн ҡояшлы, елһеҙ көндө һайлағыҙ. Һауа температураһы +230С-тан,
һыуҙыҡы +200С-тан кәм булмаҫҡа тейеш. Тәүге көндәрҙә һыуҙа 2-5 минуттан артыҡ булмағыҙ, әкренләп был ваҡытты 10-15
минутҡа еткерегеҙ. Ашағандан һуң шунда уҡ һыуға төшмәгеҙ (кәм тигәндә 30 минут үтергә тейеш). Баланың организмы тиҙерәк өшөүен онотмағыҙ, шуға күрә бәләкәстәргә һыуға әҙ-әҙләп, йыш төшөргә тәҡдим ителә. Йәғни, тәне күгәреп, теше тешкә теймәй ҡалтырағансы һыу инергә ярамай. Ҡояш дошман да була ала 8) Ҡояшлы көндә бала мотлаҡ баш кейеме
кейергә тейеш. Уның асыҡ төҫтә булыуы яҡшы. Тәүге мәлдә, тән еңелсә ҡыҙынғансы, махсус кремдар ҡулланығыҙ. Был һеҙҙе ҡояш нурында бешеүҙән, ауыртыныу менән үткән йоҡоһоҙ төндәрҙән һаҡлар. 9) Ҡыҙыныу өсөн иң уңай мәл – иртәнге
8-ҙән 11-гә һәм 16 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем. Был мәлдә ҡояш үтә бешереп бармай, йәғни тирегеҙгә зыян килтермәй
генә ҡыҙыныу мөмкинлеге бар. 10) Әгәр эҫелек һәм тынсыулыҡ арҡаһында үҙегеҙгә йәки балағыҙға ҡыйын булһа, ашығыс рәүештә күләгәле, һалҡынса урынға күсегеҙ, тар, ҡыҫып торған кейемдән ҡотолоғоҙ, боҙло ҡапсыҡ ярҙамында (туңған
йәшелсә лә бара) һыуынығыҙ, күберәк һыу, тоҙло ҡатнашма йәки лимонлы сәй эсегеҙ. Мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ!
Эҫе һуғыу инфаркт, инсультҡа, хатта үлем осрағына ла сәбәпсе булыуы ихтимал. 11) Эҫе мәлдә балалар күберәк һыу
эсһен. Һәр ваҡыт үҙегеҙ менән бер бутылка һыу алып йөрөгөҙ. Әммә ул татлы, газлы булмаһын, ундай эсемлектәр киреһенсә һыуһауҙы көсәйтә генә. 12) Эҫелә аҙыҡ-түлек тиҙ боҙола, шуға күрә ризыҡ һайлағанда белеп һайлағыҙ.
Был бигерәк тә колбаса, сосиска, ит, бешкән йомортҡаға ҡағыла. Улар барыһы ла һәр ваҡыт һыуытҡыста һаҡланырға
тейеш. Әгәр эҫе ҡояш аҫтында булһалар, бер нисә сәғәттән еҫләнә һәм ашарға яраҡһыҙға әйләнә. Берәй ҡайҙа юлланғанда
үҙегеҙ менән бутерброд алһағыҙ, уны тиҙ арала ашағыҙ. Йәйге ашханалар һәм тәғәмханалар менән дә һаҡ булығыҙ, уларҙа
ағыуланыу хәүефе лә бар. 13) Эҫе көндәрҙә күберәк йәшелсәемеш – ҡыяр, помидор, ҡабаҡ, еләк ашарға тырышығыҙ. Уларҙы, шулай уҡ ҡулдарығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ! Урман хәүеф сығанағына әйләнеүе ихтимал
14) Балаларҙы йылға буйына ғына түгел, урманға ла яңғыҙ ебәрмәгеҙ. 15) Урманда усаҡ яғырға ярамай, был
янғын сығыуға килтереүе бар. Шулай уҡ үҙегеҙҙән һуң сүп-сар ҡалдырмағыҙ. 16) Урманға барһағыҙ, балаға мотлаҡ
баш кейеме, муйынын һәм ҡулдарын талпан ҡаҙалыуҙан һаҡларлыҡ кейем кейҙерегеҙ. Салбар балағын аяҡ кейеме эсенә тығып ҡуйһағыҙ, йылан һәм башҡа бөжәктән яҡшыраҡ һаҡланырһығыҙ. 17) Балаларға ҡыр хайуандарын,
хатта улар үтә һөйкөмлө булған хәлдә лә, һыйпарға ярамауын аңлатығыҙ. Уларҙан ҡотороу кеүек сирҙәр йоғоуы ихтимал.
18) Үҙегеҙ танып белмәгән еләк-емеште, үләндәрҙе ашамағыҙ, был ғүмер өсөн хәүефле! Балалар ҙа был хаҡта белһен.
19) Йәшен ваҡытында сүкәйеп ултырып, ҡулдарығыҙ менән аяҡтарығыҙҙы ҡосаҡлағыҙ. Ергә ятырға, йүгерергә, шулай
уҡ яңғыҙ ағас аҫтына йәшенергә, электр ҡорамалдары менән ҡулланырға ярамай.
БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ
Ринат ХӘЙРУЛЛИН, табип: 20) Ҡыр хайуандарының тешләүе, йылан сағыуы ғүмер өсөн үтә хәүефле булыуы ихтимал. Бындай осраҡта кисекмәҫтән белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр туҙбаш йылан тешләһә йәки тәнегеҙҙең берәй ере яраланһа, һалҡынса һабынлы һыу менән йыуығыҙ, ситтәрен йод менән эшкәртегеҙ һәм йәрәхәт пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Талпан йәки бал ҡорто саҡҡанда ла шул рәүешле ярҙам күрһәтелә. Әгәр ҡыр хайуаны тешләгән ваҡытта яраға уларҙың шайығы эләкһә, бигерәк тә баш, бит, муйын, ҡорһаҡ тирәһе яраланһа, мотлаҡ табип-рабиологка мөрәжәғәт итегеҙ. Ағыулы йылан саҡҡан осраҡта ла тап шул йүнәлештәге белгес ярҙамға киләсәк
Авария һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны: 112
Читайте нас: