Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь 2019, 13:47

«Тын алыусы» памперстар әкиәтенә һаман ышанаһығыҙмы?

“Роскачество” Ҡытай, Япония, Польша, Төркиә, Чехия һәм Рәсәйҙә етештерелгән брендлы памперстарҙы тикшергән. Һынау 49 күрһәткес буйынса ҡоролған.

Ғалимдар памперстар ҡулланыу демографияға кире йоғонто яһай, тиһәләр ҙә замана ата-әсәләре бала ҡарауҙа ярҙам итеүсе памперстарға ныҡлап һалышып алды. Кейҙерәһең дә, ваҡыты еткәс, ташлайһың да ул, ә бына һаулыҡҡа зыян итмәй микән? Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса арзан һәм ҡиммәтле памперстар ҙа хәүефһеҙ тигән һығымта яһалған. Шулай ҙа сифат билдәһен 5 сауҙа маркаһы ғына ала алған.
Памперстарҙың төп маҡсаты – һыуҙы үҙенә һеңдереп, оҙағыраҡ ваҡыт уны тота алыу. “Роскачество” талаптары буйынса, памперс 270 грамдан да аҙыраҡ булмаған шыйыҡсаны һеңдерә алырға тейеш. Был тикшереүҙе памперстарҙың ике төрө генә үтә алмаған, ә шулай ҙа ГОСТ талаптарына барыһы ла тура килгән, уның буйынса 3 секунд эсендә 80 сантиметр куб күләмендәге шыйыҡса һеңергә тейеш.
Әйткәндәй, тестар араһында тағы ла бер ҡыҙыҡлыһы бар: һеңдерелгән шыйыҡсаны кире сығармау, йәғни 240 грамм шыйыҡса-нан 6 грамдан артығы кире ағып сығырға тейеш түгел. Бындай талапты тик 13 марка аҫтында сығарылған тауар үтә алған, араларында 1 грамм да бүлеп сығармаған лидерҙар ҙа бар. Ғәҙәттә, ата-әсәләр бындай һандар тураһында ҡыҙыҡһынмай, ә ҡаптың тышына ҙур хәрефтәр менән яҙылған «тын алыусы» памперстарға ышанысын белдерә. Тик бына “Роскачество” ундайҙарҙың бөтөнләй булмауын иҫбатлай. Яуабы ла уның ябай: һауа үткәргән памперс нисек һыуҙы тоторға тейеш һуң?
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: