«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә. Түләнмәгән штрафы асыҡланһа, административ материал төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. 2019 йылдың башынан ошондай 6,5 меңдән ашыу водитель яуаплылыҡҡа тарттырылды», — тип хәбәр иттеләр төбәк Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгән өсөн граждандарға «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ материал төҙөлә. Статья икеләтә күләмдәге штрафты, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота. Штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.