Башҡорт, урыҫ, татар, үзбәк милли кейемендәге балалар ата-әсәләрен ошо ҙур юбилей тантанаһына саҡырҙы. Зал байрамса биҙәлгән: шарҙар, сәскәләр, моңло ҡурай тауышы ҙур байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Үҙ халҡының тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған Башҡортостаныбыҙға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадын үҫтереү, үҙ илең өсөн ғорурлыҡ хисе тоҡандырыу – сараның төп маҡсаты булды.
Сара Башҡортостандың гимнын тыңлау менән башланып китте. Ҙур экранда матур слайд-шоуҙар менән барған концерт бик күңелле ине. Балалар Башҡортостан тураһында шиғырҙар, матур йырҙар, бейеүҙәр, ил-хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр ҙә һөйләнеләр. Концертта Алиса исемле ҡыҙыбыҙ олатаһы менән бергә йыр йырлауы үҙе бер көтөлмәгән тамаша булды балаларға. Моңло ҡурай тауышына балалар ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә бейергә төшөүе концертҡа йәм өҫтәне. Балалар менән ата-әсәләрҙең башҡорт халыҡ уйындарын уйнауҙары ла бик ҡыҙыҡлы булды. Байрамдан кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа: “Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы һәр саҡ ҙурлайыҡ, яратайыҡ!” – тип таралышты.
Ә. МӘХМҮТОВА, дефектолог, Г. ШӘРИ-ПОВА, З. ФЕДОРОВА, тәрбиәселәр, музыка етәксеһе Л. ЖАНКОВА.