Эштән ҡайтышлай гел бер урында кеүәҫ эсергә яратам. Сөнки һатыусы көләс йөҙө менән әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Һөйләшеп киттек. Кеүәҫ һатыусы Наталия Жерновкова Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Ҡалабыҙҙың 14-се мәктәбен тамамлағас, 15-се лицейҙа тегеүсе һөнәрен үҙләштерә. Ләкин бер ваҡытта ла һайлаған һөнәре буйынса эшләмәй. Уға балалар баҡсаһында, ашханала, кафе-ресторандарҙа эшләргә тура килә. Ә кеүәҫте ул 2009 йылдан бирле даими һата икән.
Уның эш хаҡы менән дә ҡыҙыҡһы-нам. Эшкә сыҡҡан өсөн көнөнә – 400 һум, һатылған кеүәҫкә ҡарап 5 процент өҫтәп түләйҙәр икән. Аптырап: «Иң аҙы күпме була, иң күбе күпме була?» – тип һорайым. «Иң аҙы – 1000-1200 һум, иң күбе – 3000-3500 һум», – тине ул. «Бөтөнләй һатылмаған саҡ буламы?» – тим. «Юҡ, кем дә булһа барыбер һатып ала», – ти ул йылмайып. Кеүәҫ һатыу ваҡытлыса эш бит инде ул, апрель аҙаҡтарында башлана ла сентябрҙең 15-20-ләрендә тамамланып та ҡуя. Ә бит был миҙгелле эш тамамланғас та ғаиләне (уның ике улы, бер ҡыҙы бар икән) туйындырырға ла кәрәк бит әле. Был эштән һуң ҡыш көнө нимә эшләүе менән дә ҡыҙыҡһынам һатыусының. Кафела йәки ресторанда эшләй икән әңгәмәсем. Хәйер, тормош иптәше төҙөлөштә эшләгәс, ғаилә әллә ни ҡытлыҡ кисермәйҙер һымаҡ.
Кеүәҫ тигәндән, уның хаҡы бөтә ерҙә лә бер төрлө тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, бәләкәй стаканды 10,12, 15 һумға һатып алғаным бар. Ә инде бер литр кеүәҫте үҙ һауытың менән килһәң – 46 һумға, ә һатыусының һауыты менән 55 һумға алырға була. Хаҡтар һәр ерҙә лә яҙылып ҡуйылған, уңайлы.
Кеүәҫ һатҡан нөктәләрҙе ҡарап үткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар был эшкә ихлас тотона, тип уйлап ҡуям. Кеүәҫ һатыусылар араһында йәш кенә ҡыҙҙар ҙа, хаҡлы ялдағы әбейҙәр ҙә бар. Һәммәһе лә Наталия Викторовна һымаҡ кинәнеп, эшен яратып ихлас башҡара, тип ышанғы килә. Сөнки эҫелә һыуыҡ кеүәҫ кенә түгел, кешенең ихласлығы ла йәнгә кинәнес бирә…
Рөстәм РАХМАНҒОЛОВ, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Быйыл беренсе тапҡыр Стәрлетамаҡта кеүәҫ һатыу миҙгеле буйынса конкурс иғлан иттек, 300-ҙән ашыу заявка килде. 15 апрелдән эшҡыуарҙарға был төр продукт менән һатыу итеүгә рөхсәт бирелде. Туңдырма, шарҙар менән миҙгелле һатыу итеү килешеү нигеҙендә, стандарт булмаған сауҙа объекттарын булдырыу схемаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Кеүәҫ һатыу буйынса бөтә нөктәләр ҙә эшләп килә, халыҡҡа тейешле кимәлдә хеҙмәт күрһәтә.