«Бөгөн мөһим проектты башлайбыҙ. Ул беҙгә һауа кеүек кәрәк, сөнки һәр етәксенең ике проблемаһы бар — квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табырға һәм йөҙәткес, квалификацияһы булмағандарҙан нисек ҡотолорға. Икеһен дә хәл итеү өсөн беҙ «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын ойошторабыҙ ҙа инде. Проекттың маҡсаты — кандидаттарҙы ғәҙел, таныш-тоношһоҙ һәм коррупцияһыҙ һайлап алыу».
Республика етәксеһе конкурстың финалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа уҙасағын хәбәр итте. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлап алына.
«Уларҙың һәр береһе үҙенең потенциалын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә була. Ә беҙ иһә республикаға үҫешергә ярҙам итергә һәләтле профессионалдар алырбыҙ. Бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем һәм конкурс еңеүселәрен Туҡай урамы, 46-сы йортта түҙемһеҙлек менән көтәм, бергәләп эшләрбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Тулыраҡ мәғлүмәт — проекттың сайтында.