Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июнь 2019, 14:18

Тыуған йорттай булдың, интернат!

Тыуған мәктәп. Был һүҙҙәр һәр кемдең күңелендә яҡты хистәр уята. Тормошобоҙҙа һоҡланғыс йола – юбилейҙарҙы үткәреү бар. Улар төрлө була – бәләкәй һәм ҙур, шатлыҡлы һәм моңһоу, ләкин улар һәр саҡ йәшәлгән ғүмерҙең һөҙөмтәһе булып тора. Ҡалабыҙҙың 1-се мәктәп-интернаты үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне – был сарала ла үткән йылдарҙы барлау булды. Алдан уҡ саҡырыуҙар ебәрелеп, концерт номерҙары һәм бүләктәр әҙерләнде. Һәм, ниһайәт, көтөп алған осрашыуҙың шатлыҡлы минуттары етте. Пионерҙар һарайына ҡасандыр мәктәп-интернатта белем алған уҡыусылар йыйылды.

Килеп еткән ҡунаҡтар байрам мөхитенә юлыҡты – уларҙы коридорҙа балалар һәм уҡытыусылар ҡаршыланы. Уҡытыусыларға ата-әсәләр һәм сығарылыш класс уҡыусылары сәскә гөлләмәләре бүләк итеп, һәр тарафта ҡотлау һәм изге теләктәр яңғырап торҙо. Сарала ҡатнашыусылар мәктәп-интернат тормошон сағылдырған элекке фотоларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты һәм үҙҙәре лә иҫтәлеккә фотоға төштө.
Ҡунаҡтарҙың иғтибарын ижади эштәр күргәҙмәһе йәлеп итте. Төрлө техник саралар ярҙамында эшләнгән ҡул эштәре уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың күп һанлы таланттары һәм оҫталыҡтары тураһында һөйләй. Бында иҫ китмәле картиналар, сигеү-бәйләмдәр, ҡағыҙҙан эшләнгән әйберҙәр һәм йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа бар ине.
Матур моң яңғырау менән һәр кемде күтәренке кәйеф биләп алды. Ҡунаҡтарҙы мәктәп-интернаттың директоры Галина Козлова ихлас сәләмләне. Концертта вокаль һәм бейеү номерҙарынан тыш уҡытыусылар һәм интернатта тәрбиәләнеүселәр тарафынан әҙерләнгән мәктәп тормошонан күңелле күренештәр ҙә күрһәтелде. Почетлы ҡунаҡтар мәктәпте юбилейы менән ҡотлап, педагогик коллективҡа ижади табыштар һәм һөнәри еңеүҙәр теләне.
Байрамда мәктәптең элекке директорҙарын һәм уҡытыусыларын иҫкә төшөрҙөләр, уларҙың тәрбиәүи эштәге ҡаҙаныштарын билдәләп үттеләр. Шулай уҡ уҡыу йортонда оҙаҡ йылдар эшләгән педагогик хеҙмәт ветерандарын да маҡтап телгә алдылар.
Яратҡан мәктәп-интернатҡа ҡағылышлы күп матур һүҙҙәрен дә әйтте ҡасандыр был мәктәпте тамамлап, әле илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе, төрлө вазифалар биләүсе шәхестәр. Мәктәп уҡытыусыларын һәм класташтарын ҙур йылылыҡ менән иҫкә алыуҙары, һәр кемдең тормошондағы болотһоҙ бала саҡты һағыныуҙары һәр сығыш яһаусының телмәрендә сағылды. Улар хәтирәләргә бирелгәндә фәҡәт уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре арҡаһында мәктәптең йылылыҡ бөркөп торған икенсе тыуған йорттарына әйләнеүен билдәләп үтте. Һәм тыуған йорттай күргән мәктәп-интернатҡа ҡабат ҡайтҡылары килеүен дә йәшермәнеләр.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: