Бында балаларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап асыу, туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән балаларҙы таныштырыуҙы маҡсат итеп алған тәрбиәселәр һәм әйҙәүселәр эшләй. Шулай уҡ балалар йә музейға бара, йә китапхана менән таныша, йә иһә хатта республика кимәлендә сәхнә йондоҙҙары менән аралаша, гәзит эше серҙәренә лә төшөнә.
Әлеге ваҡытта “Йәйләү”ҙә 80 бала ял итә. Улар “Юрматы”, “Үҫәргән”, “Табын”, “Бөрйән” ырыуҙарына бүленгән, һәр ырыуҙың үҙенең тамғаһы, ораны ла бар. Балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә “Хазина”, “Еҙ үксә”, “Гөрләүек”, “Алпамыша” түңәрәктәре эшләй, саралар үтеп тора. Һәр иртәнге зарядка башҡорт көйөнә бейеү менән башлана. Бөтә саралар ҙа туған телдә үткәрелә. Беренсе көндән үк ял итеүселәрҙе: “Лагерҙа ял иткән ваҡытта ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай берҙәм, татыу, бер һүҙҙән булығыҙ,” –тип, гимназияның директор урынбаҫары Зөлфиә Рәхимова дәртләндерһә, “Өлкәндәрҙең бурысы – малай-ҡыҙҙарҙың ялдарын хәүефһеҙ, файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу. Беҙҙең лагерҙа балалар яҡшы итеп ял итһен өсөн бөтәһе лә булдырылған”, – тип шарттар хаҡында лагерь башлығы Тәнзилә Ғайсина бәйән итте.
Сараларға туҡталып үткәндә, күптән түгел, мәҫәлән, Дилара Ғәлимова Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тамаша менән ҡыуандырҙы. Кескәй генә был һабантуйҙа балалар командаға бүленеп арҡан тартыштылар, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та ярыштылар. Улай ғына ла түгел, Дилара апайҙары ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла, гармунда ла уйнап күрһәтте, милли музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә лә төшөндөрҙө. Ә республикабыҙҙың билдәле шәхестәре менән осрашыу йолаһы буйынса беҙгә быйыл уҡыусылар яратып тыңлаған Заһир Зәйнетдинов ағайҙары килде. Үҙенең дәртле йырҙары, көйҙәре менән залды шунда уҡ тоҡандырып ебәрҙе артист. Зәйнетдин менән ҡунаҡҡа SKANI ла килгәйне. Йәш йырсы булһа ла ялҡынлы, эстәлекле йырҙары ял итеүселәргә оҡшаны. Балалар концерт аҙағынаса рәхәтләнеп бейеп-йырлап, күңел астылар, йәнә ҡумыҙ һәм ҡурай тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белделәр.
“Йәйләү”ҙә балаларҙы рухлы итеп тәрбиәләү – төп маҡсат-тырыбыҙҙың береһе. Был йәһәттән сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә генә түгел, балаларҙың иғтибарын милли матбуғатҡа ла йүнәлтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҡалабыҙҙа сығып килгән “Ашҡаҙар” исемле берҙән-бер башҡорт гәзите редакцияһына экскурсияға барҙыҡ. Унда малайҙар-ҡыҙҙар гәзит битенә мәҡәләләрҙе нисек итеп дөрөҫ ҡуйырға, фотоларҙы дөрөҫ һайларға өйрәнеп, гәзитте ҡағыҙға баҫтырыу цехын да ҡарап ҡайтты.
Тыуған яҡты өйрәнеүҙә музейҙарҙың әһәмиәте бик ҙур. Унда балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба, асыштар яһай. Стәрлетамаҡ крайҙы өйрәнеү музейында, ҡалабыҙҙың Пионерҙар йортонда урынлашҡан “Ҡышҡы баҡса”, Яҙыусы Аркадий Петрович Гайдарға арналған музейҙа булды. Ә бөгөн иһә беҙ ҡаланың Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһына юл тоттоҡ.
...Көндәлегебеҙ бай, ә әле лагерҙың уртаһы ғына. Артабан төрлө уйындар, бәйгеләр, оҫталыҡ кластары, флешмобтар көтә. Программа буйынса төрлө театрҙарға, кино ҡарарға, экскурсияларға йөрөү ҡаралған. Иң мөһиме, быларҙың барыһы ла балаларыбыҙға бик ныҡ оҡшай. Улар ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ала, физик яҡтан сыныға, ә “Һаумыһығыҙ!” тип килеп инеүҙәре, “Һау булығыҙ!” тип хушлашыуҙары үҙе ни тора!..
башланғыс кластар уҡытыусыһы.