Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь 2019, 14:45

Баҡсаңды тәртиптә тот!

Иҡтисади үҫеш министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған хужаларҙың ер биләмәләрен тартып алыуҙы тәҡдим итә.

Мәҫәлән, әгәр ер участкаларын сүп үләндәре баҫһа йәки көнкүреш ҡалдыҡтары өйөлөп ятһа, бындай эшлекһеҙ милек эйәләренә дәғүә белдереүҙәре мөмкин. Әгәр закон ҡабул ителһә, уның милек хужаларына йә иһә ҡуртымға алыусыларға ғына түгел, ә срокһыҙ файҙаланыуҙа булған ер кешеләренә лә ҡағылыуы бар. Алты ай эсендә күрһәтмәләрҙе үтәмәгәндә, ереңде суд аша ла тартып алыуҙары ихтимал.
Д. Ғәбдрәхимова
Читайте нас в