Илнур Асаинов хәбәр итеүенсә, Линарҙың сәхнә тормошондағы уңыштары арҡаһында "башы әйләнгән" һәм йәш йырсы төрлө шарттар талап итеп, хатта сығыш яһауҙан баш тартҡан. Нисек кенә булмаһын, продюсер артист менән хеҙмәттәшлек артабан дауам итеренә ышана. Бының өсөн Линарға йондоҙ ауырыуынан ҡотолорға кәрәк,ти проекттың хужаһы.
Әйткәндәй, яҙма аҫтында кемдер артисты тәңҡитләй, кемдер - продюсерҙы.
Һандуғаслы, был-был ҡошло, һин минең тыуған ерем, тип Линарға ҡушылып йырларбыҙмы - юҡмы - ваҡыт күрһәтер.