Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июнь 2019, 13:33

ӘЖЕРЕ КҮПТӘН ӘҘЕР!

Квитанциялар көтәбеҙ хәҙер...Һүрәттәге был ике шәп егетте таныйһығыҙмы? Эйе-эйе, нәҡ Арыҫлан менән Асҡар Ғирфанов-тар үткән матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре бу-йынса велосипедлы булды. Бына хәҙер улар сәпиттә йөрөп ҡыуанһа, ата-әсәһе “Ашҡаҙар”ҙы уҡып шатлана.

Әйткәндәй, бер юлы ике ҡуянды атыу мөмкинселеген әлеге гәзиткә яҙылыу кампанияһында ла булдырҙыҡ. “Башҡортостан Республикаһы” нәш-риәт йорто үҙ бүләктәрен әҙерләһә, ҡалабыҙҙа төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшләп килгән “УралСтройГрупп” компанияһы менән берлектә “Ашҡаҙар” гәзитенә 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында күптәрҙең мөрәжәғәте буйынса велосипед уйнатырға ҡарар иттек. Бүләктәрҙе отоу өсөн бары тик “Рәсәй почтаһы” бүлексәләренә, “Стерлитамак-печать” ойошмаһына барып йәки редакция аша гәзиткә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсер-мәһен беҙгә тапшырырға ғына ҡала. “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыр өсөн теүәл бер аҙна ваҡыт бар, әммә квитанция күсермәләрен 27 июнгә тиклем генә ҡабул итәбеҙ, сөнки нәҡ шул көндө бүләктәрҙе уйнатыу ҡаралған.
...Эйе, әжере әҙер. Әммә ғәмәлдә был бер аҙ кәйефте күтәрер өсөн уйын ғына икәнлеге һәр кемгә мәғлүмдер. Сөнки гәзиткә яҙылыу – лотерея уйыны түгел, халыҡ почта бүлексәләренә, редакцияға башҡорт телендә ҡала, республика, ил тормошо, донъяуи хәлдәр тураһында яҙған, уңыштарҙы ла, етешһеҙлектәрҙе лә күрһәткән, рухыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, күңел асылыбыҙҙы сағылдырған гәзитте кинәнеп уҡыйым тип ашыға. Быныһы өсөн бигерәк тә рәхмәтлебеҙ!
Беҙгә шылтыраталар, яҙалар, яҙышалар. Тәҡдим итәләр, тәнҡит-ләйҙәр, бәхәсләшәләр, рәхмәт әйтәләр, иң мөһиме, гәзит уҡыусылар битараф түгел. Был, һис шикһеҙ, тиражыбыҙҙа ла сағыла. Тимәк, беҙ кешеләргә кәрәкбеҙ әле!..
“Ашҡаҙар”ҙар.
Читайте нас: