Велосәйәхәттә ҡатнашыусылар Өфөгә килеп етеү менән милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы. Ошонда уҡ иҫтәлеккә фотоға төштө. Артабан спортсылар Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһына юлланды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был үҙенсәлекле марафон йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн бик тә әһәмиәтле.
Төрлө милләттән торған командала барыһы алты спортсы, улар араһында башҡорт егете лә бар. Шуныһы үҙенсәлекле, велосипедсылар төркөмөнә теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Марафон 6 июлдә Нур-Солтан ҡалаһында тамамлана.