Әле “Башҡортостан Республикаһы һәм Австрия Республика араһында хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ ҡылыу буйынса ассоциация” асыу йәһәтенән Австрия яғынан хуплау алынған. Офис Венаның эшлекле үҙәгендә урынлашасаҡ.
Ассоциация Австрияла Башҡортостандың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ, ике арала төрлө тармаҡтар буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, сит ил баҙарында башҡорт продукцияларын киңерәк йәйелдереү, милли-мәҙәни саралар, конгрестар, күргәҙмәләр, бизнес-ғәмәлдәр ойоштороуға булышлыҡ ҡыласаҡ.
Бынан тыш, вәкиллек киләсәктә Европаның башҡа дәүләттәре менән дә бәйләнештәр булдырыу өсөн “плацдарм” ролен уйнаясаҡ. Ғөмүмән, белгестәр әйтеүенсә, ул Башҡортостандың тышҡы иҡтисадын үҫтереүгә, уны яңы үҫеш юлына сығарыуға ҙур өлөш индерәсәк.
Иртәгә Венала Башҡортостан көнө һәм һабантуй үтә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты