Ошо көндәрҙә йәш депутат менән әңгәмә ҡорорға планлаштырғайныҡ, тик етәксене урында “тотоуы” мөмкин түгел тиерлек. Шуға уның менән бергә Ашҡаҙар аръяғында урынлашҡан 16-сы мәктәпте барып күрергә булдыҡ. Бында ла ул депутат булараҡ килгәйне.
Мәктәп етәкселеге сығарылыш уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаты тоттороу менән балаларҙың киләһе уҡыу йылына хәстәрлек күреп, депутат ярҙамында уҡыу йорто эштәрен яҡшыртырға саҡырған булып сыҡты. Азат Мәғәфүр улы иһә мәктәпкә килеп, был мәсьәләне урында ҡарап сығырға һәм хәл итергә ҡарар иткән.
Ҙур булмаған мәктәптә балалар баҡсаһы ла бар, ғөмүмән алғанда, уҡыу йорто Ашҡаҙар аръяғында йәшәгән халыҡты бергә туплау тороусы бер үҙәк булып тора, шуға мәсьәләләр ҙә етерлек. Ҡороған ағастарҙы ҡырҡырға, спорт майҙансығын йүнәтергә, юл һалырға... Бына был мәсьәләләрҙе һанап китеүе генә анһат, ә хәл итеү ысулдары нисәү һуң, кем хәл итә ала? Шулай ҙа Азат Мәғәфүр улы яйын табырға тырыша, урында уҡ үтәй алмағандарын яҙып ала. Депутатты үтеп барған халыҡ та таный, улар ҙа ҡушылып үҙ мәсьәләләрен әйтеп ҡала. Юл һалырға кәрәк, ерҙе күтәртеп, сәскәләр ултыртырға урынын да күрһәтәләр, күршеләре мунсаһын биләмәнән тышҡа сығарып һалған һәм башҡалар...
Юғалып ҡалаһы юҡ депутатҡа, бында ла күрһәтелгән мәсьәләләрҙе ҡабул итә, тикшерергә һүҙ бирә. Эш араһында беҙ ҙә үҙ һорауҙарыбыҙҙы бирергә өлгөрәбеҙ депутатҡа:
– Һеҙ ҡала Советы депутаттары араһында иң йәше булып һаналаһығыҙ...
– 35 йәшкә тиклемге депутаттарҙан мин бер үҙем генә. Тик был абруй менән бергә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Депутат булғанға тиклем һәм әле лә ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеген етәкләйем. Ә һеҙ беләһегеҙ, йәштәр тормошо күп яҡлы һәм депутатлыҡта төп бурыс ярҙам булып тора. Икенсе яҡтан, депутат эше түләүһеҙ, әммә йәмәғәт башланғыстарында башҡарылған йөктө өҫтәмә эш тип ҡабул итмәнем, был минең өсөн яңы саҡырыу булып торҙо. Тәжрибәле депутаттар араһында урынымды табыу дәрт өҫтәй, халыҡ үҙ ышанысын белдерә.
– Ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр һуң депутатҡа?
- Ниндәй генә һорауҙар килмәй, күптәрен хәл итәбеҙ, ҡайһы берҙәре өҫтөндә оҙаҡ ҡына уйланып ултырған саҡтар ҙа була, әммә беҙ тылсым яһаусылар түгел, еңел генә хәл итә тип уйламағыҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер саҡта бер шылтыратыу ҙа етә, мәсьәлә урынына барып йөрөп хәл иткән саҡтар ҙа бар, ҡайһы саҡ кәңәштәр генә кәрәк булып сыға. Ә һорауҙар, талаптар төрлө ерҙә төрлөсә. Юл ремонтларға, документ юллашырға, сара ойошторорға...
– Ололар ҙа һеҙҙе ярата...
– Бер – олоно, бер кесене тыңлап эш башҡарырға күнеккәнмен. Йәштәрҙе дөрөҫ юлға баҫтырыр өсөн өлкәндәрҙе үрнәк итеп ҡуям, оло йәштәгеләр араһында күпме йыл бергә татыу ғаилә ҡороп йәшәүселәр, бер эш урынында һөнәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сығыусылар, Бөйөк Ватан һуғышында еңеп ҡайтыусы ветерандарыбыҙ һәм башҡа бик күп һоҡландырғыс шәхестәр бар. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәргә замана артынан ҡыуып етеүе ауырыраҡ, улар миңә, йәш кеше булараҡ, хөрмәт итеп мөрәжәғәт итәләр, мин дә ошондай уҡ хөрмәт менән уларҙың йомоштарын үтәп ҡуям. Һәр беребеҙ ҙә өлкән кешеләргә ярҙам итергә, уларҙа булған илһөйәрлекте һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ, минеңсә.
– Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та ваҡытында йәштәр сәйәсәте бүлеген етәкләгән, тимәк, һеҙҙең вазифа киләсәкле?
– Ҡала хакимиәте башлығына килгәндә, ысынлап та, ул йәштәр менән эш алып барыу нескәлектәрен яҡшы белә. Ҡаршыһына ултырыу менән бер һүҙһеҙ эштең ниҙә икәнен аңлай. Әгәр ҙә ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килһә, ул үҙенең тәжрибәһенән сығып миҫалдар килтерә, мәсьәләне хәл итеү юлдарын күрһәтә. Үрнәк алырҙай, тәжрибәһен ҡулланырҙай етәксем бар, ә бына киләсәк, үҫеш тураһында әлегә бер ни ҙә әйтеп булмай. Владимир Иванович кеүек эш күрһәтәһе, тырышаһы бар әле.
– РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– Әлбиттә, унһыҙ булмай, сөнки бергәләп эшләгәндә һөҙөмтә күпкә яҡшыраҡ килеп сыға. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Раймановтарҙы күптәр белә, улар спорт, йәштәр хәрәкәттәренә булышлыҡ итәләр, төрлө саралар ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙалар.
– Ҡала хакимиәтендә йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы булараҡ ниндәй бурыстар үтәйһегеҙ?
– Беҙҙең эш 16 йүнәлештә бара: бында илһөйәрлек тойғолары үҫтереү, наркомания, алкоголизм, экстремизм кеүек кире күренештәр менән көрәш, демография, йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү, бигерәк тә медицина хеҙмәткәрҙәрен, эшсе һөнәр вәкилдәрен. Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, ирекмәндәрҙе берләштереү, йәштәрҙе ҡала тормошона йәлеп итеү. Йәш эшҡыуарҙарҙы, сәйәсмәндәрҙе, уйлап табыусыларҙы, сәхнә йондоҙҙарын үҫтереү. Иң мөһиме, матур ҡалабыҙҙа йәштәр өсөн барыһы ла бар, йәш кешегә үҙен ниндәйҙер өлкәлә табырға, үҙен күрһәтергә генә ҡала